+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

КӨТӨҮСЕ МУҠСАҺЫ

Нәсимә Ғайсина (Әкиәт)

Борон-борон заманда, яҙ етеп, ер йәшәрә башлау менән, ауыл халҡы малын көтөүгә ҡыуған. Малды бер ярлы ғына кеше көткән, ти. Халыҡ көтөүсене хөрмәт иткән, сөнки ул көтөүен төрлө үлән үҫкән ерҙә алып йөрөгән. Туғай, болон, тау итәгендәге үләндәрҙе ашап, һыйырҙары йыл да быҙаулап, һарыҡтары бәрәсләп торған, ти. Көтөүсе һәр ваҡыт арҡаһына муҡсаһын йөкмәп алып йөрөр булған. Ярлы ғына йәшәгәс, ашарына аҙ ғына нәмә һалып алып киткән. Ә кис, көтөүҙән ҡайтҡанында, муҡсаһы тулы була икән.

– Муҡсаңда ул тиклем нимә бар? – тип һораған, ҡыҙыҡһынып бер кеше.

– Үләндәр, – тип яуап биргән көтөүсе.

Ҡайһылары, уның ашарына аҙ булғас, үлән ашайҙыр, тип тә уйлаған. Көтөүсе, яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ҡырҙа мал көтөп, муҡсаһына төрлө үләндәр йыйып алып ҡайтыр булған, ти. Үлән, япраҡ, сәскәләрҙе иртәнге ысыҡ һирпелгәс, аяҙ көндә йыйып алып ҡайтып, һалҡын урында киптереп, ҡышҡылыҡҡа һаҡлап һалып ҡуйған.

Бер мәл, ҡышҡа ингәс, кешеләр киҙеү менән ауырый башлаған. Шул саҡ көтөүсе йәй көнө йыйған үләндәренән төнәтмә, сәй эшләп эсереп, уларҙы һауыҡтырған, ти. Шунан алып кешеләр үҫемлектәрҙең шифалы икәнлеген белеп ҡалған икән. Ҡырҙа орлоҡтары көтөүсе муҡсаһына оҡшаған үҫемлекте күреп ҡалып, уға көтөүсе муҡсаһы, тип исем ҡушҡандар, ти. Уның өҫкө өлөшө: япрағы, һабағы, орлоғо, ваҡ ҡына аҡ сәскәһе шифалы булған. Был әрһеҙ үҫемлек авитаминоз менән сырхағандарҙы дауалау өсөн килешкән. Ауыҙ ҡыуышлығын дезинфикциялау өсөн, уның төнәтмәһе менән сайҡатҡандар.

Ҡырҙа үҫкән көтөүсе муҡсаһы кешеләрҙең ихатаһында, баҡсаһында ла үҫеп сыға башлаған, ти. Хатта ямғырһыҙ йылдарҙа ла үҫә икән. Быны кешеләр көтөүсенең киң күңелле, изге кеше булыуынан, тип уйлаған. Иртә яҙҙа үҫеп сыҡҡан үҫемлектең япраҡтарынан аш бешергәндәр, әскелтем орлоҡтарын аш тәмләтер өсөн ҡулланғандар.

Шулай итеп, шифалы көтөүсе муҡсаһы яҙ көнө, витамин етмәгәндә, кешеләргә бик ярап ҡалған, ти.

Автор:Гөлнара Мостафина
Читайте нас: