+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

Һаумы, диңгеҙ!

Әкиәт. Миләүшә Ғәйфуллина.

Терпе алма баҡсаһының бер мөйөшөндә йәшәй. Уның өйө ҙур түгел, бәләкәй һәм ыҡсым ғына. Шуға ҡарамаҫтан, унда терпегә кәрәк бөтә нәмә лә һыйған. Донъяһы түп-түңәрәк булһа ла, терпегә һаман да ниҙер етмәй кеүек.

- Миңә, нисектер, тыныс түгел, - тине ул бер көн, ҡояшта ҡыҙынып ятҡан йыланға.

- Әллә ауырыйһыңмы?

- Юҡ, тик бына ошо еремде әллә нәмә өйкәп тик тора, - тигән терпе, йөрәге эргәһенә тәпәйен ҡуйып...

- Белмәйем, унда нимәң өйкәй икән?

– Диңгеҙҙе күрәһем килә минең...

- Кит, юҡ менән башыңды ауырттырма. Ҡарале, миңә нисек рәхәт! Ҡояш нурҙарында ҡыҙыныуҙан да ләззәтлерәк ни бар донъяла? Һин бер кем күрмәгән диңгеҙҙе күрәһем килә тиһең. Алйот!

- Ана шул бер кем күрмәгәнгә күрәһем килә лә инде. Күргәнде ниңә ҡабат-ҡабат ҡарарға?

Терпе бойоҡҡандан бойоҡто. Ҡырмыҫҡаға ла Терпе бик йәл булып китте.

- Ә ниндәй ул диңгеҙ? – тип һораны аптырағас Ҡырмыҫҡа.

-Ҙуур, хәйер, минең уны күргәнем юҡ, ҙур тип уйлайым. Диңгеҙ булғас – ул мотлаҡ ҙууур булырға тейеш...

Шулай бер көндө Терпе, бер кемгә өндәшмәй, диңгеҙгә юл алды. Ысын юлсылар һымаҡ бер тәпәйенә таяҡ, икенсеһенә аҙыҡ тотоп алды.

Башта оҙаҡ ҡына ҡалын урман аша барҙы. Ҡоштар һайрауын тыңланы. Аяҡ аҫтындағы кипкән япраҡтарҙың ҡыштырҙауы, сыбыҡтарҙың шартлап һыныуы уның кәйефен күтәрҙе. Шулай бара торғас, бер йылға ярына килеп етте.

- Эй! – тип ҡысҡырҙы ул.

- Эй – эй –эй! – тигән тауыш йылға буйлап осто.

- Ниңә ҡысҡыраһың, әллә аҙаштыңмы? – тип, эргәһенә өйрәк йөҙөп килде.

- Теге ярға сығырға ине.

- Әйҙә, арҡама ултыр, оҙатып ҡуям, - тип өйрәк терпенең янына уҡ йөҙөп килде. - Һин изге күңелле өйрәк икәнһең, - тине, рәхмәтен әйтеп. Терпе киң болон буйлап юлын дауам итте. Сиңерткәләр шығырҙай, энәғараҡтар зыңлай, өҫтә һабантурғай йырлай... Оҙаҡ барҙы ул. Бер мәл диңгеҙ эргәһенә килеп сыҡты.

- Һаумы, диңгеҙ! – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе ул шатлығынан.

- Һаумы, терпе! – тип сәләмләне уны диңгеҙ.

- Пф ф ф ф, - тип, тулҡын тәгәрәп килеп, Терпенең тәпәйен сылатты.

- Ш ш ш! – тип тулҡын кирегә тәгәрәне. Терпе тулҡын артынан бер ярға, бер диңгеҙ эсенә йүгереп инеп уйнаны. Оҙаҡ уйнаны. Хатта арып китеп, шунда ятҡан шыма таш өҫтөнә ятып, ойоп китте. Төшөндә, ниһайәт, тормошҡа ашҡан хыялына ҡыуанып, һаман шаян тулҡындар артынан йүгереп уйнаны ул... Хәҙер уның йөрәген бер нәмә лә өйкәмәй ине. 

Читайте нас: