0 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

ӘМИР ТҮГЕЛ, Ә КЕМ?..

(Хикәйә)Миләүшә ҒАЙФУЛЛИНА.

Әмирҙең әсәһе эштән ҡайтып ингәндә, улы ватыҡ велосипеды эргәһендә нишләргә белмәй, аптырап ултыра ине.
Әсәһе:
– Был ни тигән эш, улым? Өр-яңы велосипедтың тәгәрмәсен ватҡанһың. Атайыңа нимә тип аҡланырһың икән? Ултырма, бар, нисек ватҡанһың, шулай төҙәт!
Әмир танауын мышнатып, башын икенсе яҡҡа борҙо. Ауыҙ эсенән:
– Уны мин ватманым, ул үҙе ватылды, – тине мығырҙап.
– Бәлки, еңең дә үҙе йыртылғандыр?
– Эйе, үҙе...
– Аяғыңдағы бер кедаң ҡайҙа?
– Ул да үҙе юғалған, әсәй, был минең ғәйеп түгел...
Ни тип әйтергә лә белмәгән әсәһе:
– Ул йүнһеҙҙәрҙең кәрәген бирергә кәрәк! Был ниндәй баш-баштаҡлыҡ тағы? Береһе ватыла, икенсеһе йыртыла, өсөнсөһө юғала...
– Эйе, ә нисек? – тине Әмир әсәһен ышандыра алыуына аптырап.
– Әгәр улар үҙҙәре шулай эш боҙалар икән, әйҙә, үҙҙәре төҙәлһендәр, ямалһындар, табылһындар... Улар эштәрен бөткәнсе, беҙ көтөп ултырып торайыҡ!
Әмир әлбиттә аңлай. Бер нәмә лә үҙе ватылмай, йыртылмай, юғалмай... Шулай булһа ла, әсәһе артынан ҡалмай, күтәрмәгә барып ултырҙы. Юҡты көтөп ултыралар... Тик был турала әсәһенә нисек әйтергә генә белмәй.
Әсәһе:
– Булмаҫты көтөп ултырып арыманыңмы әле, улым? – тигәс ул:
– Арыным, әсәй, тик дөрөҫөн әйтергә ҡыйыулығым етмәй тора. Сөнки был эштәрҙе мин боҙҙом. Һәм хәҙер үҙем бөтәһен дә эшләп ҡуясаҡмын, – тине, оялыуынан бит алмалары ҡыҙарып.
Читайте нас: