+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

ӘКИӘТ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ

ҠАРА БАЛЫҠ МЕНӘН ГӨЛКӘЙ(Әкиәт)Гөлнара МОСТАФИНА

Борон-борон заманда Гөлкәй исемле бер ҡыҙ йәшәгән. Ул гимнастика менән шөғөлләнгән. Шуға ла һылыу булған, кәүҙәһе бөгөлөп-һығылып торған.
Бер көндө ул, әсәһе менән атаһы өйҙә генә ултырырға ҡушһа ла, һыу төшөргә киткән. Күл буйында кеше күп икән. Бәләкәй балалар бөтәһе лә әсәйҙәре, аталары менән йөҙә, Гөлкәй генә яңғыҙы килгән.
– Ҡайҙа әсәйең менән атайың? Бер үҙеңә һыуға инергә ярамай, – ти өлкәндәр Гөлкәйгә.
– Мин – спортсменка, көслөмөн, бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, – тип эре генә яуап бирә ҡыҙ.
Гөлкәйҙе һыуға төшөрмәҫкә, ҡайтарып ебәрергә тырыша өлкәндәр. Әммә ҡыҙ уларҙың береһен дә тыңламай, ярҙан ҡарап ҡына ултырам, тип алдай. Ә үҙе, береһе лә иғтибар итмәгәндә, һыуға инеп китә. Ул, гимнастка булһа ла, дөрөҫ йөҙөү серҙәрен белмәй шул, тиҙ арый. Бына ҙур бер тулҡын Гөлкәйҙе эләктереп ала. Бер күтәреп, бер төшөрөп, эй шаяра башлай. Әммә ҡыҙҙың бер ҙә уның менән уйнағыһы килмәй, илай, тыпырсына. Тулҡын уның һайын нығыраҡ шаяра. Ҡыҙҙың хәле бөтә. Ул күл төбөнә ҡолай. Хәлһеҙ ятҡан ҡыҙҙы Ҡара балыҡ күреп ҡала. Ул эҫе көндәрҙә таш аҫтындағы өйөндә генә ята икән. Һылыу ғына был ҡыҙ йәл булып китә уға. Йыртҡыс балыҡтар хәҙер өҙгөләп ташлаясаҡ бит! Тиҙ генә үҙенең өйөнә һөйрәп индерә.
– Һин кем? – тип һорай ул ҡыҙҙан.
– Мин – Гөлкәй. Минең ҡайтҡым килә, – тип илай ҡыҙ.
– Бәләкәйҙәр һыу буйына өлкәндәр менән генә килгәнен белмәйһеңме ни! – тип шеләтәләй уны балыҡ.
– Мин ҙур инде! Бер үҙем дә ҡурҡмайым, – тип яуаплай ҡыҙ.
– Ошонда ултырып тор, ә мин һине нисек ергә сығарырға була икәнен ҡарап киләм, – ти ҙә балыҡ, таш аҫтындағы өйөнөң ишеген ябып, йөҙөп китә.
Гөлкәйгә күңелһеҙ була ҡараңғы өйҙә ултырыу. Ҡайтҡыһы ла килә. “Бында ни эшләп ултырам әле? Әҙерәк кенә йөҙһәм, өҫкә барып та сығам бит”, – тип уйлай ҙа, ҡайтып китергә була.
Таш ишекте асып сығыуға уны мыжғып торған балыҡтар донъяһы ҡаршы ала. Бына бер көтөү бәләкәй генә селбәрәләр һырып ала ла тирә яҡлап семетә башлайҙар. Ҡыҙ ҡайҙа йөҙһә лә, артынан ҡалмайҙар. Нисек ҡотолорға белмәй аптыранғанда, аңғармаҫтан ҡаршыһына ҙур бер суртан килеп сыға ла, Гөлкәйҙе ашарға тип, ауыҙын аса. Шул саҡ әллә ҡайҙан Ҡара балып пәйҙә була. “Мин бит һиңә сыҡмаҫҡа ҡушҡайным, ни эшләп тыңламаның?!” – тип асыулана ул ҡыҙға. Ҡара балыҡ менән суртан алыша башлай. Шул мәлдә генә Гөлкәй ниндәй хата эшләгәнен аңлай. Уның арҡаһында хәҙер Ҡара балыҡ һәләк булырға мөмкин бит! Уның үҙенә был һыу аҫты донъяһында ҡурҡыныс янай. Оҙаҡ алыша ике балыҡ. Шулай ҙа тиҙҙән суртан бирешә, ҡасып китә.
Ҡара балыҡ ҡыҙға үҙенең ҡойроғона ныҡ итеп тотонорға ҡуша.
– Ҡулыңды ебәрә күрмә, балыҡтар ашап ҡуйыр, – тип киҫәтә. Гөлкәй Ҡара балыҡтың ҡойроғона йәбешә. Инде балыҡты тыңлайым, тип үҙенә һүҙ бирә. Улар йөҙөп китә. Шул саҡ ҡыҙҙың күҙенә һыу төбөндә йым-йым килгән нәмә салына. Яҡшылабыраҡ ҡараһа, сабаҡ бер ус мәрйен күрһәтеп саҡырып тора. Шул тиклем матурҙар ине мәрйендәр! Гөлкәй үҙенә һәм Ҡара балыҡҡа биргән һүҙен онотоп, ҡойроҡто ысҡындыра ла, сабаҡ янына йөҙөп китә. Ә сабаҡҡа шул ғына кәрәк тә: ҡыҙҙың сәсенән эләктереп, һыу буйлап йөҙөп китә. Уға ярҙамға башҡа сабаҡтар килеп ҡушыла. Улар Гөлкәйҙе һыуһылыу – русалка тип уйлай. Башҡа ҙур балыҡтар алдында маҡтанырға ниәтләгәндәр икән. Әммә Гөлкәйҙең сабаҡтарға уйынсыҡ булғыһы килмәй. Быларҙан ысҡынырға теләп, эй ҡысҡыра, эй тыпырсына башлай. Әммә уны бер кем дә ишетмәгән шул, ярҙамға килеүсе булмаған.
Шулай ҙа... Ҡара балыҡ ҡыҙҙың юҡ икәнен һиҙеп ҡала! Артына әйләнә лә Гөлкәйҙе эҙләп китә. Әлбиттә, тыңлауһыҙ ҡыҙҙы эҙләп йөрөмәһә лә булыр ине, әммә уны ата-әсәһе көсһөҙҙәргә ярҙам итергә, бәләгә тарығандарҙы урап үтмәҫкә өйрәткән шул. Ә ҡыҙға һыу аҫты донъяһында ниндәй ҙур ҡурҡыныс янағанын Ҡара балыҡ бик яҡшы белә. Әгәр ул ҡотҡармаһа, ҡыҙ өйөнә ҡайтып етмәйәсәк, һәләк буласаҡ. Шуға ла Ҡара балыҡ уны ярға сығарып ҡуйырға тейеш! Ул тиҙ генә борола ла ҡыҙҙы эҙләп китә. Был юлы сабаҡтар Ҡара балыҡҡа күмәкләп йәбешә. Һыуһылыуҙы һис кенә лә биргеләре килмәй. Шулай көрәшә торғас, Ҡара балыҡ Гөлкәйҙе тегеләрҙән алып ҡаса! Арыған, хәле бөткән ҡыҙҙы ярға сығарып һала. Был мәлдә ярҙағы бөтә кеше Гөлкәйҙе эҙләй. Ата-әсәһе лә килеп еткән икән. Батҡан икән тип уйлап, ҡайғырып илашалар. Ошо мәлдә Гөлкәй үҙенең хатаһын тағы бер тапҡыр аңлай. Йәгеҙ әле, балалар, һүҙ ниндәй хата тураһында барҙы? Шул турала һөйләшеп алайыҡ әле...
Читайте нас: