ӘКИӘТ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ
Зөһрә БӘШӘРОВАКем ғәйепле?Дуҫлашҡан, ти, бер заманӘтәс менән бер төлкө.Йырлайҙар йә һөйләйҙәрКөләмәстәр, ти, көлкө. Әммә дуҫ булған төлкөБаш вата ти бер көндө.Хәйлә таптым, тип бер көн,Ҡысҡырып, ихлас көлдө. Йөрөй торғас ул байтаҡ,Эҙләгәнен тапҡан, ти.Ҡасмаһын ҡунағым, тип,Ҡуйып ҡуйған ҡапҡан, ти. Киткән төлкө әтәскә:Әйҙә, сәйгә - сәксәккә.Тары бутҡаһы бешә,Уртаһына май төшә. Ҡыуанған ураҡ ҡойроҡ,Ҡунаҡҡа булған бармаҡ.Ҡаҙаған алтын тараҡ,Ул унда оҙаҡ ҡалмаҡ. Был ни хәл?! Йомарт төлкөҠапыл ташланды уға.Ситкә һикерҙе әтәс...Ышанған икән юҡҡа.