-Туғандарымды йолҡоп алып киттеләр. Уларҙың яулығын ҡырҡҡыслап, ҡурҡыныс ағыу эшләйҙәр. Минең кешеләрҙе ағыулағым килмәй. Минең дә һеҙҙең кеүек һылыу сәскә булып баҡсаны матурлап, Гөлдәр апайҙы ҡыуандырғым килә. Мииин йәәәшееендееем,- тип, шыңшып, селбер генә сәскә ергә һуҙылып ятҡан, ти.
- Илама, тор! - тип йыуатҡандар ти уны сәскәләр. -Гөлдәр апай һине дауалар. Апайҙары шишмәгә йүгергән һәм уны көн дә тиерлек һыуҙа ҡойондорған ти. Мәк иң матур сәскәгә әйләнгән, ти. Бөтәһе лә уға һоҡланған, ти. Йәйҙең иң матур көнөндә Гөлдәрҙең әсәһенең тыуған көнө икән.
Ҡыҙ баҡсаға инһә, бөтә матурҡайҙар ҙа изге күңелле ҡыҙҙың әсәһенә бүләк булғыһы килеп, уны ҡотларға теләгән, ти. Ул ҡайһыһын һайларға белмәгән. Рауза апайҙың үҙен саҡырғандар. Ул үҙенә бүләк итеп кемде һайлаған икән тип уйлайһығыҙ? Ул мәкте һайлаған, ти. Әлбиттә, мәк быға ныҡ ҡыуанған ти. Үҙен һайлағанға ҡыуанып аҫҡа ҡараған икән, ваҡ ҡына ҡап -ҡара орлоҡтары ергә һирпелгән.
Яҙын шул орлоҡтарҙан үҙенә оҡшаған матур сәскәләр үҫеп сыҡҡан. Алтын көҙ еткәс, уларҙың бешкән ҡара орлоҡтары:
-Беҙ тәмлебеҙ, хуш еҫлебеҙ, икмәккә ҡушығыҙ, - тигәс, кешеләр шулай эшләгәндәр ҙә.
Гөлдәр мәктең орлоҡтарын кешеләргә таратҡан, ти. Уларҙың баҡсаһын да ошондай ғәжәйеп сәскәләр йәмләй икән.