- Витаминдар келәтемен. Табипмын. Һәр саҡ шатмын, - тип сәпәкәй һуҡҡан, ти.
- Ҡәҙерһеҙгә күлдәклек туҡыма ҡалманымы ни? Яланғас йөрөһөн, әйҙә. Уның емеше бүрегә генә килешмәһә, башҡа берәү ҙә яратмай, тип сәрелдәшкән ҡыҙҙар.
Әсә "эйе" тигәнде аңлатып, башын ғына ҡаҡҡан.
- Һәр берегеҙҙән артып ҡалған туҡыманан тегермен инде, - тигән Көҙһылыу апай көрһөнөп.
Әсә төн йоҡоһон ҡалдырып, ваҡ киҫәктәрҙе ялғап күлдәк теккән. Ҡәҙерһеҙгә кейҙереп ҡараған икән, барыһы ла хайран ҡалып, ҡысҡырып ебәргән, ти. Ҡыҙыл, һары, йәшел, ҡыҙғылт һары, һоро, күк, шәмәхә, зәңгәрһыу - төҫтәрҙең ниндәйе генә юҡ! Туғандары ҡорамаларҙың төҫтәрен һанай, тик теүәл һанын әйтә алмаған икән.
- Емештәре берәүгә лә кәрәкмәй. Хатта ҡоштар ҙа ашамай. Ҡәҙерһеҙ!Шулай булһа ла, уны бөтәбеҙҙән дә нығыраҡ яратаһың. Күлдәге барыбыҙҙыҡынан да матурыраҡ, тип үпкәләгән Аҡһылыу, Баллыҡай, Миләүшә, Гөлйемеш.
- Ҡалдыҡ ҡорамаларҙан ғына ҡораным бит, ҡыҙҙарым. Туғанығыҙҙан шуны ла йәлләйһегеҙме? - тип илаған әсә.
Көҙһылыу апайҙың ҡап-ҡара сәстәре шунда уҡ һарғайған һәм ҡойола башлаған. Ниңә, тип уйлайһығыҙ?