- О, ҡалай матурҙар! Балҡышып яталар.
- Эйе, - тигән Бәрҙе маһайып. – Был урын нисек атала? Миңә хәҙер ҡайтыр кәрәк.
- Мин йәшәгән яҡ, ятыу, тиеп атала. Ә һинең шаршы өҫ яҡта. Ҡана, дуҫым, оҙатайым. Тәңкәләреңде тотоп барышайым.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән Бәрҙенең асыуы килде. Байлығымдың яртыһын алып ҡуймаһын тиеп нәфсеһе уянды.
- Юҡ, Шамбыҡай, күтәреп ҡайтырға үҙ көсөм етә.- Тине лә Бәрҙе эй күтәрҙе, эй күтәрҙе, былдыра алмағас, тәңкәләрен кейеменә теҙҙе. Унан инде ҡалғандарын һыйҙыра алмағас, яңы танышына ҡарап:
- Атыу, быларын тотошоп барырһың. Ә мин алдан йөҙөп юл күрһәтермен,- тигән.
Был тәҡдимде ишеткән Шамбы эй ҡыуанған, яңы дуҫының ышанысына һөйөнөп бөтә алмаған. Шулай итеп, улар юлға сыҡҡан. Бәрҙе инде ялтыр-йолтор тәңкәле кейеме менән юлды яҡтыртып барған. Ә Шамбының шатлығы моҡсайҙың ауырлығын да тоймаған. Шаршыға килеп еткәс, Шамбының ҡанаттарының көсө етмәгән. Эй ҡайғырып: “Нисек кенә итеп дуҫыма еткерәйем”,- тиеп, баш ватҡан. Шамбы аҡыллы булған, әмәлен уйлап тапҡан. Бар көсөнә тәңкәләрҙе йылға өҫтөнән алға һипкән. Ә улар шул тиклем осҡандар, күккә менеп алҡалай эленгәндәр.
Ә беҙҙең Бәрҙебеҙ үҙ йортона ҡайтып еткән, артындағы Шамбыны күрмәгәс, эй асыуланған:
- Мин уға ышанып ярты байлығымды бирҙем, ә ул уны урлап ҡасҡан. Был тәңкәләрҙе бирмәйәсәкмен бер кемгә лә!- тиеп асыуланған һәм бер ҡасан да тәңкәле кейемен сисмәҫ булған.
Шамбы ҡайтҡан йортона. Ҡушылған бурысын үтәй алмағанға эй ғәрләнгән, таш аҫтынан ғына йондоҙҙарҙға- һауалағы тәңкәләргә ҡарап дуҫын һағынған. Ә улары шунан башлап, Шамбының һөйөүенә мәҙхиә йырлап, һәр юлсыға балҡышып юл күрһәтеп торғандар.