Кеҫәртке сабып үтеп бара. Ул яралы күбәләкте арҡаһына һалған. "Ҡойроғоңдо ташлап ҡасҡайның",- тип аптыраны ул. "Борсолма, сиңерткә. Тиҙ арала үҫеп сыға ул", - тине. Юл ситендәге япраҡ: "Миңә урағыҙ", - тине борсолоп. Кеҫәртке: "Әйҙә, тегенсе үрмәксене саҡырайыҡ",- тип, уны ла йүгертеп алып килде. Уныһы: " Ебәк ебем бар, тик энәм юҡ шул", - тигән. Сиңерткә терпегә осто. Терпеш, балаһының әле генә үҫеп сыҡҡан, ҡылдан нәҙек энәһен бирҙе. Үрмәксе: "Минең генә ебем уның энәһенең күҙәүенән үтә ала",-тип, эш ҡоралын һабаҡланы ла, бер йөйһөҙ яраһын тегеп тә ҡуйҙы. Улар хәлдән тайҙылар. Осҡалаҡ ярҙамға килде:"Үтә ҡатмарлы операция. Бал һөртөргә кәрәк", - тип, иңкешкә сапты. Иңкеш осоп килде һәм тегелгән урынға балын һөрттө лә дуҫтарын да һыйланы. Яра шунда уҡ йүнәлде. Күбәләк, уңалған ҡанаттарын елпеп, уларға рәхмәт әйтте. Шул ваҡытта мөғжизә тыуҙы.