-11 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

БЕСӘЙ МЕНӘН СЫСҠАН. Коллектив әкиәт

"Бесәй менән сысҡан" әкиәте әсәйҙәр менән коллектив яҙған икенсе әкиәт. Тәүгеһе "Ташҡурсаҡ" тип аталғайны. Шарты шундай ине әкиәт яҙыуҙың: "Аҡбуҙат" журналы тәүге һөйләм менән әкиәтте башлай ҙа, ҡалғандар дауам итә. Тик бер яҙғанда бер һөйләм генә яҙырға мөмкин, аҙаҡ, икенсе кешенең һөйләменән һуң дауам итә ала... Бик шәп әкиәт килеп сыҡҡан. Актив яҙышҡан Нәсимә Ғайсинаға, Люциә Юлмөхәмәтоваға, Зөлфиә Муллағоловаға, Зәлифә Фәйзуллинаға, Гөлнара Мостафинаға ҙур рәхмәт!

Борон-борон заманда ҡара урман эсендә бер йорт торған. Ул йорт эсендә бер Сысҡан йәшәгән. Был Сысҡан бик егәрле булған, ти. Ялҡау бесәйҙәр унан ҡурҡып, дер ҡалтырап торғандар. Бҽр көн Мыяухан исҽмлҽ бҽсәй Сысҡанды ашап, өйгә үҙҽ хужа булып алмаҡсы, ти. "Тә-ә-әк, бының өсөн нимә эшләргә?" - тип план ҡора башлаған. Этлеген Сысҡанға һиҙҙермәй генә эшләргә уйлаған. Әммә Сысҡан һиҙгер булып сыға, Мыяухандан еңелмәҫ өсөн, гантель һатып алып, мускулдарын үҫтерергә көн дә физзарядка яһаған, самбо көрәшен өйрәнергә түңәрәккә яҙылған, ти. Мыяухан мәкерле уйын тормошҡа ашырмаҡ булып, магазиндан тәпе һатып алған. Сысҡан уның тәпе ҡуйғанын күреп ҡалған да:" Ә-ә-ә, эшең былаймы әле-е-е!" - тип, туҡыманан сысҡан манекены эшләп, тәпегә ҡыҫтырған да, ситтә йәшенеп кенә бесәйҙе көтә башлаған, ти. Мыяухан: "Әһә, эләктҽңмҽ-ҽ-ҽ-ҽ!" - тип, тәпегә ташланғанда, Сысҡан шым ғына килгән дә Мыяухандың икҽ ҡулын артҡа ҡайырып, бәйләп тә ҡуйған, ти. Әлбиттә, ҙур кәүҙәле Мыяуханды йығып һалып бәйләргә Сысҡанға самбо алымының файҙаһы тейгән.
Мыяухан инәлә башлаған:
- Мин һиңә бынан башҡаса тҽймәм, зинһар, ҽбәр индҽ, дуҫ йәшәрбҽҙ!? - тигән.
- Юҡ, Мыяухан, күпме минең туғандарымды ашаның, бөгөн мин һине ашайым! - тип Сысҡан тәүҙә бирешмәгән, әммә, бесәй ны-ы-ыҡ инәлә башлағас, уны йәлләп, үҙҽнә тҽймәҫкә ант иттереп, Сысҡан уны ысҡындырған, ти. Тик Мыяухан да хәйләкәр, ҡотолғас, биргән һүҙен тотмай, яңынан этлек уйлай башлаған. Тасҡа һыу һалған да ишҽктән ингән ҽргә гҽнә ултыртып ҡуйған: Сысҡан өйгә инҽр ҙә, һыуға төшөп, батып үлҽр, тип уйлаған, ти. Ә Сысҡан барыһын да ситтән генә күҙәтеп торған, һүҙен тотмаған Мыяуханға бик асыуы килгән. Сысҡан ишектән түгел, ә өй нигеҙен кимереп тишеп өйгә ингән. Мыяухан был юлы ла, Сысҡанды ашай алмайынса, һемәйеп тороп ҡалған.
Бына шулай бҽсәй мҽнән сысҡан һаман да баҫтырыш-ҡасышлы уйнайҙар, ти. Көс ҙурлыҡта түгҽл шул, аҡылда көс!
Шунан алып кескәй балалар, бесәйҙең сысҡанды баҫтырыуын мәҙәк күреп, "Бесәй һәм сысҡан" уйынын уйнай башлағандар, ти.
Читайте нас: