Ул үҙенә ҡарата уҫал ыҫылдауҙар, тәкәббер ҡараштар күреп аҙ ғына баҙап та ҡала. Һынауҙар башланып та өлгөрмәй, быуарҙар нәҫеленән биш-алты метр оҙонлоҡта Шах исемле бер юха абынған булып, юлға арҡыры төшөп ята. Ҡыҫҡа буйлылар урап үткәнсе ваҡыттары юғала.
Мәкерле уй менән ҡара ҡараҡтар заты ла юл йүнәлеше картаһын урлай. Шуға ла бер урынды ҡат-ҡат урарға тура килә. Ә үҙҙәре ағыуҙарын сәсеп,шатлыҡтарын йыя алмай, ыҫылдап күҙәтәләр. Күҙлекле Хаж иһә, ярыш юлын ҡыҫҡартып тураға һикерә. Ул да булмай, дөбөр-шатыр тау түбәненә оса, туп һымаҡ һикерә-һикерә тәгәрәй. Уға бар нәҫеле ярҙамға ашыға.
Ярыш дауам итә. Күп тә үтмәй, орсоҡ Риж да үҙенең тапҡырлығын күрһәтә. Ҡалғандар телдәрен арҡыры тешләп килеп етеүгә, “Мин бында инде”,— тип һөрән һала. Ул да булһа, Раждың — игеҙ һыңары булып сыға.
Еңергә, маҡсатына ирешергә тырыша Алтынтаж. Алдына ҡуйылған һәр бер һынауҙы беренселәрҙән булып үтәп сыға. Барыһы ла бер тауыштан етеҙ йыланҡайҙы: “Иң аҡыллы һәм зирәк, тәрән фекерле, үткер ҡарашлы”, — тип билдәләй. Киләһе Яңы йылға хужабикә итеп туҙбаш — Алтынтажды һайлайҙар.
Көтмәгәндә аҡлан яҡтырып, нурға күмелә. Алдарына Урман Әүлиәһе килеп баҫа. Еңеүсенең яуырына тылсымлы тунын һала. “Өмөтөмдө аҡланың, аҡыллым”, — ти ул.
Алтынтаж бөтәһенә лә, киләһе йылда муллыҡ, сәләмәтлек, мәрхәмәтлек юрай.