+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА

ҠАРАСА БАТЫР (башҡорт халыҡ әкиәте) (... Дауамы) — Ә миңә бер эш тә юҡмы ни инде?— ти Ертыңлар. — Ҡайғырма, һиңә лә табылыр,— ти Ҡараса батыр.— Йәгеҙ, йоҡлайыҡ хәҙер, һәйбәтләп хәл йыяйыҡ,— ти. Ятып йоҡлайҙар былар. Хан, иртә менән вәзирен ебәреп, Ҡараса батырҙарҙы сәйгә саҡыра. Тегеләр килә, бергәләп сәй эсәләр. Ярай, ашанылар, эстеләр, сыҡтылар былар хәҙер тышҡа. Сыҡһалар, майҙан тулы халыҡ, гөж килеп тора. Ҡарап-тикшереп торорға комиссия төҙөлгән, үгеҙ менән көрәшергә урын әҙерләнгән, бағана ла ултыртылған. Ҡарап торалар ине, бына бер саҡ, ер тырнап үкереп, хандың ете йәшәр үгеҙе килеп сыға. Күҙен ҡан баҫҡан, мөгөҙө менән ерҙе тишә, шул ҡәҙәр ажарлана, күрһәң, ҡотоң осорлоҡ! Ҡараса батыр килә лә, тегенең ике мөгөҙөнән тотоп алып, өйрөлтөп-өйрөлтөп сөйөп ебәрә, үгеҙ һарай аша дыңҡ итеп барып төшә. Халыҡ гөж килә. Хан, иҫе китеп: — Маладис! Беренсе мәһәр булды,— тигән була.— Йә, хәҙер икенсеһе. Бағана башына ҡайһығыҙ менә? Тик ҡарағыҙ уны, ҡымыҙҙың бер тамсыһын сайпылтһағыҙ ҙа, башығыҙ киҫелә,— ти хан. — Ярар, уныһын мин эшләп ҡарайым әле,— тип етмеш аршын бейеклеге шып-шыма бағана төбөнә Күккәҡарар килеп баҫа. Хандың бер вәзире, мөлдөрәмә тултырып, бының маңлайына бер күбәтә ҡымыҙ килтереп ҡуя. Шул минутында уҡ хандың бер һалдаты, ҡулына ҡылыс тотоп, бағана төбөнә килеп баҫа. Күккәҡарар бағанаға шыуышып-үрмәләп менеп тә китә, ҡыңғырауҙы шалтыратып, килеп тә төшә. Ҡарайҙар — ҡымыҙҙың тамсыһы ла түгелмәгән, бағана төбө ҡоп-ҡоро! Халыҡ аптырай быға. Хәҙер хандың алтмыш йәшәр ҡарсығы менән йүгерешергә Һыңараяҡ сыға. Көтәләр, көтәләр быларҙы — һаман әйләнеп килмәйҙәр. Ҡарсыҡ та юҡ, Һыңараяҡ та. Бик аптырағас, Ертыңлар ергә ятып тыңлап ҡарай ҙа Ҡараса батырға әйтә: — Эш дан түгел, ҡарсыҡ беҙҙең йүгеректең башына ҡаҙан түңкәреп киткән!— ти.Ҡараса батыр быны ишеткәс, тиҙ генә уҡ менән янын алды ла, шул яҡҡа ҡарап атып ебәргәйне, уҡ ҡаҙанға барып тейҙе, ҡаҙан уртаға ярылып китте, ти. Шул ваҡыт ҡоралай типкес Һыңараяҡ ҡаҙан эсенән килеп сыҡты ла: «Һу-у-у! Ҡайһылай оҙаҡ йоҡлағанмын»,— тип, ике ҡулына ҡом услап, тотондо, ти, йүгерергә. Ҡарсыҡты ҡыуып та етте, күҙенә ҡом һибеп, уҙып та китте, ти. Ҡарсыҡ: ...

— Һу-у-у! Минән дә яман йүгерек икәнһең,— тип тороп та ҡалды, ти. Майҙандағы халыҡ:
— Ана! Ҡараса батыр ҡоҙаның йүгереге килә! — тип ҡысҡырышып ҡаршыланылар, ти.
Һыңараяҡтың алдан килеүенә иҫе-аҡылы киткән хан:
— Ярар, бында эш бөттө,— ти.
Халыҡ тарала. Хан ҡоҙаларға сәй эсерә лә:
— Инде бөгөн кис булған, ҡайтып тормағыҙ,— ти. Үҙе сығып, вәзирҙәренә әмер бирә: мунсаны тирәләтеп әрҙәнә өйөп ҡуйырға ҡуша. Биш батырҙы төнгөлөккә шул мунсаға бикләп, яндырып үлтермәксе була. Быны Ертыңлар ишетеп ҡала ла Ҡараса батырға әйтә:
— Беҙҙең эш дан түгел, яндырып үлтерергә уйлайҙар!— ти. Күлуртлар:
— Ҡараса батыр, һин хандан күл буйына барып килергә рөхсәт һора,— ти. Ҡараса батыр хан эргәһенә инә лә:
— Хан, рөхсәт ит, беҙ йоҡлар элек, күл буйына барып, киске намаҙ уҡып киләйек, ти. Хан рөхсәт итә.
Былар күлгә баралар ҙа, Күлуртлар һыу уртлап ала. Ҡараса батыр ханға инеп, үҙҙәренең килеүҙәре тураһында хәбәр итә. Хан:
— Ярай, намаҙ уҡынығыҙмы? Инде һеҙгә урын мунсала булыр,— ти. Бер вәзиргә ҡоҙаларҙы мунсаға алып барырға ҡуша.
Биш батыр мунсаға инеп ултыра. Бына бер ваҡыт ҡараңғы мунсаның стеналары ҡыҙара башлай. Күлуртлар уртындағы һыуҙың яртыһын мунсаның баҙына ҡоя ла, бишеһе лә төшөп ята. Ҡалған һыуҙы Күлуртлар, стенаның ҡайһы ере ут була, шул еренә шажлатып бөркөп тора. Мунса эсе бөркөүләнде, парланды, баҙҙағы һыу ҙа эҫене. Шулай ҙа түҙерлек. Былар шулай тирләп-бешеп ята торғас, мунсаның ҡыҙыуы бөтә башланы, таң атты. Былар, ҡалған һыу менән һәйбәтләп ҡойоноп, эләүкәгә менеп ултырҙылар.Иртән торғас, хан бер вәзирен мунсаға ебәрә:
— Барығыҙ, ҡоҙаларҙың көлөн бер ышыҡ урынға илтеп түгегеҙ,— ти.
Өс вәзир, аҡ зипун* бәйләп, ҡулдарына һепертке тотоп, мунсаға килә. Асып ҡараһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр,— ҡоҙалар ай ҙа көн, най ҙа ҡуй** уйнап яталар. Тегеләр йүгереп ҡайтып, ханға хәбәр итәләр:
— Ҡоҙалар үлмәгән, бер нәмә лә булмаған!
— Эй, йөҙө ҡаралар! Ни эшләп үлмәнеләр икән? — ти хан, аптырай, бот саба.— Ни эшләмәк кәрәк, барығыҙ, сәйгә саҡырығыҙ,— тип, вәзирҙәрен ҡабат ебәрә. Биш батыр килгәс, хан һорай:
— Йә, ҡоҙалар, һәйбәт йоҡланығыҙмы?
— Рәхмәт, хан, мунсаң бик һәйбәт булды, иҙрәп йоҡланыҡ,— тиҙәр тегеләр. Серҙе асмайҙар инде. Шунан Ҡараса батыр әйтә:
— Хан, рөхсәт ит, беҙ йылғаға барып йыуынып, иртәнге намаҙҙы уҡып киләйек,— ти.
Хан рөхсәт итә. Ҡараса батыр иптәштәре менән йылғаға барып, бик һәйбәтләп бит-ҡулдарын йыуып киләләр. Сәй эсеп бөткәс, Ҡараса батыр:— Иә, хан, мәһәр үтәлде, ҡыҙыңды алып китәбеҙҙер бит инде?— ти.
— Һеҙҙеке, һеҙҙеке инде хәҙер! Ҡул яҡмайым,— ти.— Мин, ҡыҙҙы нисек оҙатырға кәңәш-төңәш итеп алайым, һеҙ сығып тороғоҙ,— ти.
Биш батыр тышҡа сыҡҡайны, хан вәзирҙәрен йыйып алды ла тотондо, ти, яңы этлек ҡорорға:
— Йә, ни кәңәш бирәһегеҙ? Оттолар бит тегеләр беҙҙе,— ти.
Бер вәзир әйтә:
— Беҙ уларға, ҡыҙ оҙатыу шарты тигән булып, өс шарт ҡуяйыҡ,— ти. Беренсеһе: «Бына ун ике самауыр, шуларҙың береһен бирнәгә үҙегеҙ һайлап алығыҙ»,— тип әйтәйек. Ә ҡыҙҙы бысаҡҡа әйләндерел, ҡынына тығып, сәйгә элеп ҡуяйыҡ. Икенсеһе: «Бына ун ике түшәк, шуларҙың береһен һайлап алығыҙ»,— тип әйтербеҙ. Ә ҡыҙ, бәләкәй генә мендәр булып, ситтәрәк икенсе бер мендәр өҫтөндә ятыр. Өсөнсөһө: «Бына ун ике писарь, шуларҙың береһен үҙегеҙгә алығыҙ»,— тиербеҙ. Ә ҡыҙҙы ручкаға әйләндереп һалып ҡуйырбыҙ. Шуларҙы белерҙәрме икән? Белмәһәләр: «Ҡыҙ ҡасҡан, үҙегеҙ эҙләп табығыҙ»,— тип әйтербеҙ. Табалмағас, ҡайтып китерҙәр!
Ханға оҡшаны был кәңәш. Шул уҡ ваҡытта ул кәңәште Ертыңлар ҙа, ҡолағын ҡарпайтып, ишетеп торған икән. Ҡараса батырға барыһын да һөйләп бирҙе.
Ҡоҙаларҙы саҡырып кертәләр. Хан ун ике самауырҙы күрһәтә. Ҡараса батыр:
— Миңә самауыр кәрәкмәй, бына ошо бысаҡ кәрәк,— тип, ҡынынан тартып алғайны, тып итеп, ҡыҙ килеп төштө, ти.
Шунан ҡыҙҙы ебәрҙеләр ҙә, быларҙы икенсе бүлмәгә алып инделәр.
Барып керһәләр,— бүлмәлә ун ике түшәк ҡабарып ята.
— Шуларҙың береһен һайлап алығыҙ,— ти хан.
Ҡараса батыр:
— Беҙгә ошоһо ла ярар,— тип, теге бәләкәй генә мендәрҙе алыуы була, тып итеп, ҡыҙ килеп тә төшә.
Хәҙер быларҙы өсөнсө бүлмәгә алып инәләр. Унда ун ике писарь алтын һаплы ҡәләмдәр менән яҙып ултыра. Береһенең алдында пероһы һынған алама ғына бер ручка ята. Хан әйтә:
— Һеҙгә писарь ҙә бирергә булдым. Оҡшағанын һайлап алығыҙ үҙегеҙ,— ти.
Ҡараса батыр тегеләрҙең ҡаршыһына барып ҡарап йөрөгән булды ла:
— Юҡ, хан, писарҙәрең шәп күренмәй. Үҙебеҙҙең беребеҙ писарь булыр әле, бынау ручкаңды ғына алам,— тип, теге пероһы һыныҡ ручканы алғайны, тағы, тып итеп, ҡыҙ килеп тә төштө, ти.
— Ну, егеттәр икәнһегеҙ! Таптығыҙ бит ҡыҙҙы*!
Инде тәҡәтем* бөттө, ҡыҙҙы алып ҡайтырһығыҙ. Сәй әҙерләгәнсе, барығыҙ, намаҙығыҙҙы уҡып килегеҙ,— ти хан.
Йылға буйына киләләр ҙә былар йыуынырға кере-шәләр, ә Ертыңлар, яр башына ҡолағын һалып, тыңлап ята. Тегендә хан вәзирҙәре менән кәңәшләшә. Хандың тылсым белгән иң оло вәзире әйтә:
— Беҙ ҡыҙға тылсым өйрәтәйек. Башта ул балыҡ булып күлгә сумһын. Табып тотһалар, бойҙайға әйләнеп, ергә сәселһен. Унда ла тапһалар, күгәрсен булып осһон. Был серҙе лә сисһәләр, бүтән сара юҡ, башҡаса ҡыланмаһын. Ни күрһә лә күрер, бәхете шулдыр,— ти.
Ертыңлар быларҙың һөйләшкәнен барыһын да Ҡараса батырға еткерә.
— Эй, улай булғас, ҡотола алмай ул беҙҙән,— тиҙәр иптәштәре.
Хан батырҙарҙы саҡырып индерә лә:
— Әйҙәгеҙ, ҡоҙалар, ултырығыҙ, сәй эсәйек,— ти. Сәй эсеп бөткәс:
— Бына, ҡыҙымды бирәм инде һеҙгә, бүләге — тройка ат булыр,— ти. Ҡараса батыр:
— Ярар, уныһы үҙ һәнәрең. Мин һорап алмайым,— ти. Ҡыҙҙы оҙатырға халыҡ йыйыла. Ҡыҙҙың әхирәттәре йырлап, илап ҡалалар.
Күлуртлар йәшәгән теге ике күл буйына килеп еткәйнеләр, ҡыҙ балыҡ булып һыуға төштө лә китте. Бына хәҙер ҡайһы балыҡ ҡыҙ икәнен белергә кәрәк. Күлуртлар тиҙ генә күлде уртлап ала ла, һыуын эргәләге күлгә ҡоя. Күлдең төбөндә балыҡтар ялтыратып ятып ҡала. Йыйып ала һалып, өс силәк балыҡты ҡайнатып түгәләр. Дүртенсе силәкте ҡайнатҡан саҡта:
— Ой, янып үләм бит инде!— тип, ҡыҙ сарылдап килеп сыҡты, ти.
Ошо урында Күлуртлар бәхилләшеп тороп ҡалды, былар, ҡыҙҙы алып, ары китте, ти.
Тройка менән китеп ултыралар ине, бер урында ҡыҙ, бойҙай булып, ергә сәселде лә ҡуйҙы, ти. Күккәҡарар тиҙ генә бер үрҙәкте тотоп алды ла, сәселгән бойҙайҙы үрҙәккә ашата башланы, үрҙәк өсөнсө орлоҡто ҡымтып алғайны, ҡыҙ:
— Ой, үләм, ҡотҡарығыҙ!— тип, үрҙәк томшоғонан сарылдап килеп төштө, ти.
Тағы китеп ултыралар ине, һис көтмәгәндә, ҡыҙ аҡ күгәрсен булып осто ла китте, ти. Әллә ни һауалап та өлгөрә алмай, Күккәҡарар быны тағы тотоп ала. Ҡыҙ, ғәжәпкә ҡалып:
— Һай-һай-һай! Һеҙ егеттәр икәнһегеҙ! Инде әйтегеҙ, ҡайһыгыҙ миңә хужа?— ти. Ҡараса батыр:
— Мин һиңә хужа булырмын,— ти.
Шул урында Күккәҡарар, урманға ингәс — Ертыңлар, бер тау битендә Һыңараяҡ тороп ҡалды, ти. Ҡараса батыр менән ҡыҙ икеһе генә ҡайтып киләләр. Юлда быларға бер ҡыҙыл төлкө ҡаршы сыға:
— Эй, ағай! Тороп тор әле!
«Тыңлап ҡарайыҡ әле, был төлкө ни әйтер икән»,— тип, Ҡараса батыр туҡтай. Төлкө килеп етә лә Ҡараса батырҙан һораша башлай:
— Ҡайҙа китеп бараһың, ағай?— ти.
— Бына Күренмәҫ хандың ҡыҙын аждаһаға алып китеп ултырам,— ти Ҡараса батыр.
— Һи-һи-һи! Уны ниңә аждаһаға биреп әрәм итәһең?— ти төлкө.
— Бирмәй сара юҡ. Мин уға вәғәҙә бирҙем, ағайҙарымды сығарғаны өсөн.
— Һи-и-и, ҡыҙҙы уға биреп торорға! Минең башыма бисәңдең яулығын ябындыр ҙа, аждаһаға мине илтеп бир. «Күренмәҫ хандың ҡыҙы матур булһа ла, дүрт аяҡлы икән», тип әйтерһең,— ти төлкө.
Шулай эшләргә булып, тройкаға өсәү ултырып китәләр. Барып етәләр. Ҡыҙ аттар эргәһендә ҡала, Ҡараса батыр, төлкөнө етәкләп, аждаһаға килә.
— Һай-Һай, аждаһа ағай! Күренмәҫ хандың ҡыҙы һылыулығын бик һылыу икән дә, тик дүрт аяҡлы икән шул,— ти.
— Ярар, дүрт аяҡлы булһа ла,— ти аждаһа.
Шулай итеп, аждаһа йылан, Күренмәҫ хандың ҡыҙы тип ышанып, төлкөнө алып ҡалды, ти. Ә Ҡараса батыр, ҡыҙҙы алып, иленә ҡайтып китте, ти. Өс саҡырым да бармағандыр, бының артынан төлкө ҡыуып та етте, ти. Килеп етте лә:
— Бына, ағай, төшөндөңмө, аждаһаны нисек һемәйттек?— тип, үҙе шарҡылдап көлә, ти. Шунан:
— Йә, батыр, хуш-һау булығыҙ, матур йәшәгеҙ! — тип оҙатып ҡалды, ти.
Ҡараса батыр ауылға ҡайтып етһә, теге ялмауыҙҙарҙан ҡотҡарып алған ҡатындары һәр береһе бик шәп йорт һалдырған, алтын-көмөш менән биҙәгән, ти. Ҡараса батыр был хан ҡыҙына үҙенә башҡа йорт һалдырған да, дүрт ҡатын менән йәшәп ята, ти.
ӘКИӘТТӘ ҠУЛЛАНЫЛҒАН ҺҮҘҘӘР АҢЛАТМАҺЫ:
* Текста батырҙың исеме Ҡарасай тип тә, Ҡараса батыр тип тә ике төрлө алынған.
* Бында мифик зат — ялмауыҙҙың ниндәйҙер бер әйбер һүрәтендә һаҡланған йәшерен кесе тураһында һүҙ бара.
* Һыңараяҡ — ҡулъяҙма текста ҡоралай типкес тип аталған. Кешегә исем булыуҙан бигерәк ҡорал төшөнсәһен аңлатҡанлыҡтан, башҡа әкиәттәрҙә лә осраған ошо традицион исем менән алмаштырылды.
* Күлуртлар — ҡулъяҙмала һыуурттағыс. Баяғыса, традицион исем менән алмаштырылды.
* Күбәтә (диал.) — сеүәтә.
* Зипун (диал.) — алъяпҡыс.
** А й ҙа көн, най ҙа ҡуй (диал.) — һис нигә иғтибар итмәйенсә, онотолоп китеп.
* Бында боронғо көнкүрештәге ҡыҙ ябыу һәм ҡыҙ оҙатыу йолаһы буталған булһа кәрәк. Ләкин Ҡараса батырҙың үҙе кейәү булып түгел, ә ҡыҙҙы ҡоҙаларға килгән яусы дәрәжәһендә йөрөүе әйтелгән йола менән һис тә ярашмай.
* Тәҡәт — көс, ҡеүәт. Был урында ҡаршы торорға мөмкинлегем (ҡеүәтем) ҡалманы тигәнде аңлата.
Читайте нас: