+8 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА

ҠАРАСА БАТЫР (башҡорт халыҡ әкиәте) (Башы ....) Борон заманда булған, ти, бер бай ҡарт менән ҡортҡа. Быларҙың ун бер улы булған, ти. Бер ваҡыт ҡарт менән ҡортҡа үлеп китеп, ун бер улы ла ярлыланған. Аталарынан ҡалған мал да бөткән. Ун ағай-эне бергәләшеп, эш эҙләп сығып киткән, кеселәре өйҙә тороп ҡалған.Китеп бара торғас, былар Кирпәсте ҡылысында ял итергә туҡтағандар. Шул урында һыуға манып, икмәк ашап алдылар ҙа китергә тип торғайнылар, бер кеше ҡаршы осрап: — Кирпәсте ҡылысынан йыраҡ түгел бер өй булыр, шунда барығыҙ,— тип әйтте, ти. Шунда китеп баралар ине, бер ҡарсыҡ быларға ҡаршы йүгереп сыҡты ла: — Эй, балаларым, тоҙһоҙ өйрә эсеп китегеҙ! — тип өндәште, ти. Ун ағай-эне: — Һинең тоҙһоҙ өйрәңде эсеп ултырғансы, ни ҡәҙәре ер атларбыҙ, эсмәйбеҙ,— тип киттеләр ҙә барҙылар, ти. Быларҙың өйҙә ҡалған кесе энеләре: «Мин дә эшләргә китәйем әле»,— ти ҙә, атаһынан ҡалған ҡылысты алып, йыраҡ юлға сығып китә. Ағалары юлынан килеп, теге урында туҡтап һыу менән икмәк ашап ала ла тағы китә. Әлеге әбей быға ла ҡаршы сыға: ....

— Тоҙһоҙ өйрә ашап кит, улым!— ти.
Был егеттең исеме Ҡараса батыр икән. Ҡараса батыр әбейгә әйтә:
— Ярай, керәм, өйрәңде ашайым,— ти.
Керә. Керһә, әбей бик күп итеп аш әҙерләгән: ҡаҙылы ял менән бишбармаҡ. Ҡарасай* бик һәйбәт ашап бөткәс, фатиха ҡыла ла артабан китә. Ике юл сатына барып сыға. Береһе — Алабуғатыға, икенсеһе Кирпәстегә киткән юл. Икеһенең араһында бағана, бағанала яҙыуы бар. «Уңға киткән уңыр, һулға киткән туңыр», тип яҙылған.
Ҡарасай уйлап тора ла: «Ни булһа ла булыр, һулға китеп туңайым»,— тип һулға китә. Китеп ултыра, китеп ултыра, китеп ултыра торғас, түбәһе күккә тейеп торған бер күк һарай күренә. Шул һарайҙың эсенә барып керһә, бер бите ай, бер бите көн кеүек бер ҡыҙ ултыра, ти. Ҡарасай:
— Һаумы, ҡарындаш?— тип һаулыҡ һорашты.
Теге ҡыҙ:
— Һаубыҙ,— тип кенә яуап бирҙе, ти.
Ҡараса батыр:
— Ете башлы ялмауыҙҙың көсө ҡайҙа?— тип һорай. Ҡыҙ күрһәткәйне, Ҡараса батыр ялмауыҙҙың көсөн алды ла аяғы менән тартып өҙҙө*, ояһын туҙҙырып ташланы, ти. Шунан:
— Ялмауыҙҙың көсөн алдым, хәҙер минеке булды...— ти.— Ул ете башлы ялмауыҙ ҡайҙан ҡайтып килер? Ҡайһы юлдан ҡайтыр?— тип һорай. Ҡыҙ:
— Ул баҡыр күперҙән килер, килгән саҡта ер тетрәтеп, таш яуҙырып ҡайтыр,— ти.
Ҡараса батыр шунда бара ла баҡыр күпер аҫтында тегенең ҡайтҡанын көтөп ята. Бына бер ваҡыт, ер тетрәтеп, ялмауыҙ ҡайтып килә. Бының аты бер аяғын күпергә баҫты ла, икенсе аяғын баҫмайынса, шып туҡтаны, ти. Ете башлы ялмауыҙ:
— На! На! Ҡараса батыр килгән тип ҡурҡаһыңмы әллә?!— тип атын ярырға тотонғайны, Ҡараса батыр:
— Мин килдем шул!— тип ырғып торҙо ла тегенең алдына килеп баҫты, ти. Шунан былар алыша, көрәшә башлайҙар. Көрәшә торғас, Ҡараса батыр ялмауыҙҙы ергә күтәреп һуҡты ла, һалмалыҡҡа турап, өйөп китте, ти.
Ҡарса батыр ары китә. Бара торғас, тағы күккә тейеп торған бер күк һарай күрә. Быныһы туғыҙ башлы ялмауыҙҙыҡы икән. Барып керһә, был һарайҙа ла бер ҡыҙ ултыра. Ҡараса батыр бында ла ялмауыҙҙың көсөн һорай. Ҡыҙ:
— Ана тора!— ти.
Ҡараса батыр туғыҙ башлы ялмауыҙҙың көсөн өҙгәләп ташлай ҙа уның ҡайҙан ҡайтыуын һорай. Ҡыҙ:
— Ул көмөш күперҙән килер, килгән саҡта ер тетрәп торор,— ти.
Егет күпер аҫтына барып ята. Бына бер ваҡыт туғыҙ башлы ялмауыҙ ҡайтып килә. Күпергә еткәс кенә, аты бер аяғын баҫа, икенсеһен баҫырға ҡурҡа. Туғыҙ башлы ялмауыҙ:
— На! На! Әллә Ҡараса килгән тип ҡурҡаһыңмы?!— ти.
Шул урында Ҡараса батыр:
— Мин килдем шул!— тип ырғып килеп сыҡты ла тегенең менән һуғышырға ла тотондо, ти. Алышып, көрәшә торғас, Ҡараса батыр быныһын да күтәрә һуғып, һалмалыҡҡа тураны-өҙгөләне лә ары китте, ти.
Китеп бара, китеп бара был, китеп бара торғас, тегеләренән дә ҙурыраҡ тағы бер һарай күрә. Бара, керә, бик матур ҡыҙ ултыра. Һорашып белһә, бында ун ике башлы ялмауыҙ йәшәй икән. Ҡараса батыр бының да көсөн һорап алып өҙә. Шунан ҡайҙан ҡайтыуын һорай.
— Алтын күперҙән ҡайта, ҡайтҡанында ер тетрәтеп, буран олотоп ҡайта,— ти ҡыҙ.— Барма унда, егет, йөрөмә. Ул үҙендәге йәне менән дә бик хәтәр, бер ҙә юҡҡа харап булырһың,— ти.
— Ни эшләп бармайым, барам, үлтерәм мин уны,— ти ҙә Ҡараса батыр алтын күпер аҫтына төшөп ята.
Бына бер саҡ, ер тетрәтеп, күк күкрәтеп, ел-дауыл ҡуптарып, ун ике башлы ялмауыҙ ҡайтып килә. Күпергә килеп еткәйне, бының аты ла шып туҡтаны ла ҡуйҙы, ти.
— На! На! Әллә Ҡараса килгәнме, кемдән өркәһең?— тип атын ярырға керешкәйне, Ҡараса батыр күпер аҫтынан килеп сыҡты ла эй тотондолар, ти, былар көрәшергә. Бер Ҡараса батыр күтәреп һуҡһа, бер ялмауыҙ сөйөп ебәрә, ти. Шулай йән-фарман көрәшә торғас, Ҡараса батыр тегене тамам хәлдән тайҙырҙы, ти. Ялмауыҙ үҙендәге көсө менән генә быны еңә алмаҫтай булғас, хәйлә ҡороп:
— Әйҙә, Ҡараса, миңә барып, бер аҙ тамаҡ ялғап, хәл алайыҡ,— тип, «ҡунаҡҡа» саҡыра башлағайны, Ҡараса батыр:
— Ә, шулаймы, һиңә хәл алырға кәрәкме?— тине лә, йән асыуы менән ҡабат йәбешеп, тегене шундай итеп күтәреп алып бәрҙе, ялмауыҙ, дыңҡ итеп, бөтә кәүҙәһе менән ергә батты, ти. Ҡараса батыр тиҙ генә ҡылысын һурып алды ла ялмауыҙҙың ун ике башын ун ике яҡҡа сабып өҙөп, кәүҙәһен һалма-һалма турап, өйөп ҡуйҙы, ти.
Үҙе лә бик арыған була Ҡараса батыр. Ултырып хәл ала ла тағы сығып китә. Китеп бара торғас, бер тауға килеп етә. Шул тауҙан ике тапҡыр «һин һимеҙ, мин арыҡ» тигән тауыш ишетелә. Ҡараса батыр, был ниндәй тауыш икән, тип эҙләй башлай. Йөрөй торғас, һөйәп ҡуйылған бер таҡта таш күреп ҡала. Ҡуҙғатып ҡараһа — ишек. Асып кергәйне, эстә йөҙ ҡыҙ ултыра, йөҙ ҙә беренсеһе — ҡарсыҡ. Ҡараса батыр барып кереү менән теге ҡыҙҙар:
— Мин арыҡ, һин һимеҙ,— тип, бер-береһенә төртөшә башлайҙар. Әлеге ялмауыҙҙар был ҡыҙҙарҙы ошонда бикләп тотоп, һимеҙен һайлап ашап йөрөгәндәр икән. Ҡоттары осоп бөткән ҡыҙҙар Ҡараса батырҙан да, был беҙҙе ашарға килгән, тип ҡурҡышып ултыралар икән. Ҡараса батыр:
— Мин кеше ашарға килмәнем, әйҙәгеҙ, сығығыҙ, ҡайтайыҡ,— ти.
Теге йөҙ ҙә беренсеһе ҡыҙҙарҙы ҡарауыллауға ҡуйылған ҡарсыҡ булған икән. Ҡыҙҙарҙы сығармаҫҡа итә башлағайны, Ҡараса батыр шул ерҙә уны ботарланы ла ырғытты, ти. Шунан ҡыҙҙарҙы берәм-берәм сығарып, үҙе менән бергә алып ҡайтып китте, ти.
Ҡайтышлай ун ике башлы ялмауыҙҙың һарайына тейеп, атын егеп, алтынын тейәп, ҡыҙҙы алып сыға. Бара-бара теге ҡыҙҙарҙы ла ала. Хәҙер былар күмәкләшеп килә торғас, әлеге Кирпәсте ҡылысына килеп етәләр. Ҡарасаның ағалары ла, ҡайтып килешләй, шунда ял итеп яталар икән. Ағалары, быларҙың килгәнен күреп: «Тегенән ниндәй ғәскәр килә?»—тип аптырап торалар, ти. Ҡараса батыр яҡынлаша төшкәс: «Үҙебеҙҙең энебеҙ Ҡараса икән дә! Ул да беҙҙең арттан сыҡҡан икән шул»,— тип шатланалар. Шунан күрешәләр, һөйләшәләр. Ҡараса әйтә:
— Ярар, ошонда ғына йоҡлап китәйек, бөгөн ҡайтырға һуң инде,— ти.
Һәр береһенә унар ҡатын менән байлыҡтарҙы бүлә. Үҙенә теге ялмауыҙҙарҙан ҡотҡарылған өс ҡатынды ала. Кирпәсте ҡылысы йылғаһынан йыраҡ түгел бик йәмле суҡ ҡарағай ултыра. Ағалары шул ҡарағай төбөнә барып яталар. Ҡараса:
— Унда ятмағыҙ, харап булырһығыҙ!— ти. Тегеләр тыңламай.
Иртә менән Ҡараса батыр ҡараһа, ағаларын аждаһа ҡоршап алған, ти.
— Әйткәйнем дә бит мин уларға, унда ятмаҫҡа тип, тыңламанылар. Был аждаһа менән һуғышып булдырып булмаҫ шул,— ти.— Ҡатындар, һеҙ самауыр ҡайнатығыҙ, ағайымдарҙы аждаһа ҡоршап алған, һорайым әле, сығармаҫмы икән,— ти ҙә, ҡылысын ҡалдырып, аждаһа янына китә. Бара, сәләм бирә. Аждаһа һораша:
— Йә, Ҡараса, ни хәлдә, ни һәнәрҙә йөрөйһөң? — ти. Ҡараса:
— Ни һәнәрҙә йөрөйһөң тип ни, бына минең ағайымдар һинең аҫтыңда ята, сығармаҫһыңмы тип килдем,— ти.
— Күренмәҫ хандың ҡыҙын килтерһәң, сығарам,— ти аждаһа.
— Ул хандың ҡыҙын мин түгел, ялмауыҙҙар ҙа ала алмай. Мин нисек килтерәйем уны?
— Ағайыңдар кәрәк булһа, килтерерһең!— ти аждаһа.
— Ни эшләмәк кәрәк, барып ҡарармын инде улай булғас, тик ағайымдарҙы сығар,— ти Ҡараса батыр. Аждаһа:
— Һынамаҡҡа бер бурыс,— ти ҙә, Ҡараса батырҙың вәғәҙәһенә ышанып, ағаларын сығара. Ҡараса, ағаларын күргәс:
— Әйттем бит мин һеҙгә, унда ятмағыҙ тип, минең башты ашанығыҙ бит!— ти.
Шулай итеп, Ҡараса батырға көтөлмәгән эш тыуа. Ағалары менән бергәләшеп сәй эсә лә, бәхилләшеп, ҡайтып килгән юлы менән кире китә.
Китеп алып ултыра, китеп алып ултыра, китеп алып ултыра торғас, бер һыңар аяҡлы кеше осрай. Был кеше ҡыр кәзәләрен, ҡоралайҙарҙы баҫтырып барып, һыңар аяғы менән тибеп кенә ала икән. Бының эргәһенә килеп, Ҡараса батыр сәләм бирә, һорай:
— Ҡоралайҙы ниңә улай баҫтырып тотаһың?— ти.
— Нисек тотайым һуң, ҡоралым булмағас?— ти Һыңараяҡ*.
— Һе, шәп икән шул! Әйҙә, минең менән бараһыңмы?— ти Ҡараса батыр.
— Ә һин ҡайҙа китеп бараһың һуң?
— Күренмәҫ хандың ҡыҙын ҡоҙаларға!
— Бергә-бергә иптәш булырбыҙ,— тип килеште¬ләр, ризалаштылар ҙа, икәү киттеләр былар. Китеп ултыралар, китеп ултыралар, алда ҡолға кеүек оҙон бер кеше күрәләр. Был кеше күккә ҡарап китеп ултыра, ти. Барып сәләм бирәләр, һорайҙар:
— Ниңә улай гел күккә ҡарайһың?
— Ни эшләйем һуң, бар һәнәрем шул булғас?
— Ә ул һәнәрең һиңә ни бирә?
— Осҡан ҡошто күреп ҡалам да тотоп алам,— ти теге.— Туҡта, туҡта, һеҙ үҙегеҙ кем һуң әле, ҡайҙа китеп бараһығыҙ?
— Күренмәҫ хандың ҡыҙын алырға!
— Мине лә бергә алығыҙ, ярҙамһыҙ булмам,— ти Күккәҡарар.
Ҡараса батыр риза булды, өсәүләп киттеләр хә¬ҙер. Бара торғас, юл буйында ергә туңҡайып ятҡан бер кешегә тап булалар. Сәләм бирәләр, һорайҙар:
— Эй, ниңә туңҡайып ятаһың?
— Ерҙе тыңлап ятам. Ә һеҙ үҙегеҙ кем, ҡайҙа китеп бараһығыҙ?
— Күренмәҫ хандың ҡыҙын ҡоҙаларға барабыҙ.
— Эй-й-й! Мине лә үҙегеҙ менән алығыҙ, файҙаһыҙ булмам,— ти Ертыңлар.
Дүртәү китеп ултыралар ине, ике күл араһына килеп сыҡтылар. Шунда бер кеше ултыра. Был кеше бер күлдең һыуын уртлап ала ла икенсе күлгә ҡоя. Тегеләр бының янына килде, сәләм бирҙе, һораша башланы:
— Эй, ағай, ниңә улай юҡ менән булаһың?
— Ниңә юҡ булһын, балыҡ һөҙәм бит!
Ҡараса батырҙар был кешенең ҙур ауыҙын күреп, иҫтәре китә.
— Тағы ниндәй һәнәрең бар?— тип һорайҙар.
— Миңә шуныһы ла еткән тамаҡ аҫрарға!— ти Күлуртлар.— Ә һеҙ кем? Ҡайҙа киттегеҙ?
— Беҙ Күренмәҫ хандың ҡыҙын ҡоҙаларға китеп барабыҙ.
— Мине лә алығыҙ, файҙам тейер әле,— ти Күлуртлар.
— Ярар, алырбыҙ. Йәгеҙ, ошо урында бергәләп, тамаҡ туйҙырып алайыҡ,— ти Ҡараса батыр.
Шулай тип әйтеүе була бының, тегеләр һәр ҡайһы үҙенсә ризыҡ әҙерләргә тотона: Һыңараяҡ, бара һалып, бер ҡоралайҙы тибеп килтерә; Күккәҡарар, ҡулын һуҙып, һауала осҡан үрҙәктәрҙе тотоп ала; Күлуртлар, күлдең һыуын уртлап, балыҡ һөҙә; Ертыңлар, шул ерҙә ҡаҙан аҫып, ут яға. Шулай итеп былар, күмәкләшеп-берҙәмләшеп, тегеһен дә, быныһын да бик тәмләп ашап алалар.
Шул күлдән алыҫ түгел бер ауыл бар икән, шул ауылда ҡунып китергә булалар. Бер әбейгә фатирға төшәләр.
— Әбей, беҙ бик һыуһаныҡ, самауыр ҡуй әле,— тиҙәр. Тегендә итен дә, балығын да ашап һыуһағандар бит инде. Әбей самауыр ҡуя, былар, һыуһындары ҡанғансы, сәй эсә. Сәй эсеп ултырғанда һөйләшәләр:
— Ҡараса, һин әбейҙән һораш әле, Күренмәҫ хандың ҡыҙын нисек алып була, мәһәрҙәре, ҡыҙ алыу шарттары нисек икән?— тиҙәр. Ипләп кенә Ҡараса батыр һорай. Әбей:
— Һеҙгә бер ҙә барырға кәрәкмәҫ ине, барһағыҙ ҙа, ала алмаҫһығыҙ. Һеҙ түгел дейеү пәрейҙәре лә, ете башлы ялмауыҙҙар ҙа ала алманы уның ҡыҙын,— ти.
Ҡараса батыр:
— Ә ни эшләп ала алмайҙар һуң?— ти.
— Күренмәҫ хандың мәһәре шулай, бер кем дә үтәмәй алырлыҡ түгел. Егеттәр баралар ҙа, үҙҙәре харап булалар ҙа ҡуялар,— ти әбей.
— Ә нимә һуң уның мәһәре?— тигәс, әбей барыһын да һөйләп бирә.
Былар кәңәшләшеп ултыралар ҙа, барырға тәүәккәлләп, ятып йоҡлайҙар. Ҡараса батыр әбейгә:
— Әбей, һин беҙҙе сәғәт алтыла уят, беҙ хандың тороуына барып ҡарайыҡ әле,— ти.
Әбей, иртүк тороп, самауыр ҡайната ла тегеләрҙе үҙҙәре әйткән ваҡытта уята. Батырҙар торалар, йыуыналар, сәй әсәләр ҙә Күренмәҫ ханға китәләр. Килеп етәләр, ҡапҡа төбөндәге һаҡсыға хәбәр итергә ҡушалар. Күренмәҫ хан инергә рөхсәт итә. Керәләр. Хан, хеҙмәтселәренә әйтеп, самауыр килтертә. Сәй эсеп ултырғанда, Ҡараса батыр һүҙ башлай:
— Йә, хан, беҙ һиңә ҡыҙыңды яусыларға килдек, бирәһеңме?— ти.
— Ниңә бирмәйем, бирәм, әгәр мәһәренә күнһәгеҙ,— ти хан.
— Мәһәре ни?
— Мәһәре шул,— ти хан.— Беренсеһе — минең ете йәшәр үгеҙемде һарай аша бырғарҙан; икенсеһе — баш түбәһенә бер күбәтә* ҡымыҙ ултыртып, етмеш аршын бағанаға менеп, бағана башындағы ҡыңғырауҙы шалтыратып төшөргә; өсөнсөһө — минең алтмыш йәшәр ҡарсыҡ менән йүгерешергә, дүртенсеһе — ут кеүек ҡыҙҙырылған суйын мунсала ҡунып сығырға. Әгәр шуларҙың береһен генә үтәй алмаһағыҙ ҙа, баштарығыҙ киҫелә.
Ҡараса батыр тыңлап ултыра ла:
— Ярар, ярар, күнәбеҙ,— ти.
— Иртәгә бөтә халыҡты йыйып, майҙан ҡорорбоҙ,— ти хан, батырҙарға бер өй бирә.
Шунда барып яталар былар, кәңәшләшәләр, һөйләшәләр :
— Ярай үгеҙенә ҡаршы мин сығырмын инде,— ти Ҡараса батыр.
— Ҡарсығы менән мин уҙышырмын,— ти Һыңараяҡ.
— Ә бағана башына мин менермен,— ти Күккәҡарар.
— Ә мунсала нисек йоҡларбыҙ икән һуң?— ти Ҡараса батыр.
— Йоҡларбыҙ, мин берәй күлде уртлап алып килермен,— ти Күлуртлар.
... (даумы бар)
ӘКИӘТТӘ ҠУЛЛАНЫЛҒАН ҺҮҘҘӘР АҢЛАТМАҺЫ:
* Текста батырҙың исеме Ҡарасай тип тә, Ҡараса батыр тип тә ике төрлө алынған.
* Бында мифик зат — ялмауыҙҙың ниндәйҙер бер әйбер һүрәтендә һаҡланған йәшерен кесе тураһында һүҙ бара.
* Һыңараяҡ — ҡулъяҙма текста ҡоралай типкес тип аталған. Кешегә исем булыуҙан бигерәк ҡорал төшөнсәһен аңлатҡанлыҡтан, башҡа әкиәттәрҙә лә осраған ошо традицион исем менән алмаштырылды.
* Күлуртлар — ҡулъяҙмала һыуурттағыс. Баяғыса, традицион исем менән алмаштырылды.
* Күбәтә (диал.) — сеүәтә.
* Зипун (диал.) — алъяпҡыс.
** А й ҙа көн, най ҙа ҡуй (диал.) — һис нигә иғтибар итмәйенсә, онотолоп китеп.
* Бында боронғо көнкүрештәге ҡыҙ ябыу һәм ҡыҙ оҙатыу йолаһы буталған булһа кәрәк. Ләкин Ҡараса батырҙың үҙе кейәү булып түгел, ә ҡыҙҙы ҡоҙаларға килгән яусы дәрәжәһендә йөрөүе әйтелгән йола менән һис тә ярашмай.
* Тәҡәт — көс, ҡеүәт. Был урында ҡаршы торорға мөмкинлегем (ҡеүәтем) ҡалманы тигәнде аңлата.
Читайте нас: