Ярай, ҡайғырма, ҡайтып ял ит, — тип юлын дауам иткән тайыш табан. Урман хужаһы бар йәнлектәрҙе, кейектәрҙЕ, ҡоштарҙы ҡорға йыйған. Бабай менән осрашыуын, һәм уның ниндәй бәләгә тарыуын һөйләп бирә. Шунан бер ҡарарға килеп, былай ти:
Йә, йәмәғәт, Кем ниндәй яРҙам күрһәтә ала? Уның беҙгә яҡшылыҡ эшләгән саҡтары бик күп булды. Урманыбыҙҙы ниндәй матур ҡараны. Әйҙәгеҙ, беҘ ҙә уға ярҙам итәйек. — Әйе шул, ул мине ҡапҡандан ысҡындырҙы, бәләкәстәрем бәхетенә иҫән ҡалдым, — тине төлкө. “Беҙҙеянғынданҡотҡарҙы” — тип һүҙгә ҡушыла ваҡ кейектӘр.
—Ә мине аслыҡтан алып ҡалды, — тип һоро бүре шаТлығынан олоп йырлап ала.
Йәнлектәрҙең һәр-береһе бабайҙан күргән изгелекте иҫкә төшөрә. Ҡараңғы төшөүгә шау-гөр килеп таралыша.
Иртә тороПурамға сыҡһа, бабай аптырап ҡала. Ишек алдында баҫыр урын юҡ. Урам Яғында төрлө һый-хөрмәт. Иғтибарлап ҡараһа, АйЫухан менән Бүребай йорттоң емерелгән босмағын төҙәтә. БолАн мөгөҙө менән этеп тора, һеләүһен баш-түбәһен нығыта. Үрмәксе лә эшһеҙ ҡалмаған, үҙенең ебәк ептәрен алып ҡуйып киндер һуғырға керешкән. Терпе тун тегә, ҡуян ҡырҠып биреп тора. Бик дуҫ, берҙәм эшләй уЛар.
Бабай бик оҙаҡ һоҡланып ҡарап тора был күренешкә. Эштәр таМамланғас, әбейе менән урман йәнлектәренә сикһеҙ рәхмәттәр әйтеп, оҙатып ҡАла:
Хушығыҙ, ҡунаҡҡа килегеҙ! Бына шул көндән алып, Айыухан дуҪтары менән уларға ярҙам күрһәтеп торор булған. Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был әкиәттә ниндәй мәҡәл йәшеренгән?
Билдәләнгән баш хәрефтәрҙе эҙләп табып мәҡәлде уҡығыҙ.
Йәшеренгән мәҡәл: Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ.