+26 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА

УБЫР ӘБЕЙ (әкиәт)Борон-борон заманда кәзә балҡауник, һарыҡ әфисәр булған заманда йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай. Уларҙың булған, ти, дүрт ҡыҙы. Улар береһенән-береһе матур, уҡған булған.Шулай йәшәп ятҡанда, әбей менән бабай икенсе ауылға ҡунаҡҡа китергә булган. Дүрт ҡыҙҙы дүрт яҡтарына ултыртып, үҙҙәре ҡунаҡҡа киткәс, нимәләр эшләргә, өйҙө нисек ҡарарға, ашарға нисек бешерергә өйрәтә башлағандар.– Утты һүндермәгеҙ, бесәйгә һуҡмағыҙ, бер-берегеҙҙе тыңлағыҙ,– тигәндәр.Ҡыҙҙар, үҙҙәре генә ҡалыуҙан файҙаланып, бер-береһенән уҙҙырып шаярҙылар, кискә табан ғына бутҡа бешереп ашанылар, ти. Бесәйҙәре, бер туҡтауһыҙ мырылдап, бутҡа һорап йөрөй, ти. Күрәһең, уның да майлы бутҡанан ауыҙ иткеһе килгәндер инде.Ҡыҙҙарҙың асыуы килеп, ата-әсәләренең бесәйгә һуҡмағыҙ тигән һүҙҙәрен дә онотоп, ҡалаҡ менән бесәйҙең башына тондорҙолар, ти. Бесәйгә һуғыуҙары булды, ут та һүнеп ҡуйҙы, ти. ...

Ҡыҙҙар нимә эшләргә белмәй аптыраштылар, илаштылар ҙа ут эҙләргә сығып киттеләр, ти. Беренсе ҡыҙы менән икенсе ҡыҙы эй баралар, эй баралар, ти. Бер кешелә лә ут күренмәй, ти. Ике бәләкәй ҡыҙ, апаларының ҡайтҡанын көтөп, өйҙә ултыра инде.
Тегелере йөрөй торгас, йыраҡта, тауҙар араһында йымылдап ҡына янған ут күреп ҡалдылар, ти. Баралар-баралар, һаман барып етә алмайҙар, ти. Барып етһәләр, был тау араһындағы мәмерйә булып сыҡты, ти. Инделәр, ти, тегеләр. Бында бер әбей йөн иләп ултыра икән. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ике ҡыҙ бер тауыштан:
Әбекәйем, беҙгә ут ҡына биреп ебәр инде. Әсәйемдер ҡунаҡҡа киткәйне, беҙ улар әйткәнсә эшләмәгәйнек, утыбыҙ һүнде. Хәҙер бер ерҙән дә ут таба алмайбыҙ,- тип ялбарынды, тп. Әбей уларға:
– Ут бирәм, тик һеҙ берәр итәк көл алын сығығыҙ ҙа үҙегеҙҙең юлығыҙға һибеп барығыҙ, мин, ошо юл буйлап, һеҙҙең янға иптәшкә ҡунырға барырмын,– тип әйтте, ти. Ҡыҙҙар әбей әйткәнсә эшләнеләр, ти.
Кис булғас, бәреү ишек ҡаға, ти. Ҡыҙҙар ҡараһа, теге әбей килгән. УЁйгә инәп бер аҙ ултырғас, әбей:
– Балаҡайҙарым, миңә, әбей кешегә, урынды мейес башына, йылы урынға һалығыҙ,– ти.
Ҡыҙҙар шулай итәләр. Әбей тәндә ҡыштыр-ҡыштыр әллә нәмә кимерә башланы, ти. Оло ҡыҙ уянды ла:
Әбей, нимә кимерәһең?– тип һорай. Әбей уға: Йоҡла, йоҡла, ҡыҙым. Мин бабайыңдан ҡалған ҡаты-ҡотоно кимерәм,– ти.
Әбей был ваҡытта бәләкәй ҡыҙҙы ашап ятҡан булған. Әбей ашап бөткән дә, ҡыҙҙар арлы-бирле йоҡонан торғансы, ҡайтып та киткән. Иртәгеһен тағы ла килеп, тағы бер ҡыҙҙы ашап китте, ти, был убырлы әбей.
Ҡалған ике ҡыҙ илаштылар-илаштылар ҙа убыр әбейҙән нисек тә ҡотолоу өсөн, ҡулдарына тараҡ, көҙгө, ҡайраҡ алып, ҡасып сығып киттеләр, ти. Әбей өсөнсө көнгә лә ҡыҙҙы ашарға өмөт тотоп килде, ти. Килһә, ни күрһен, ҡыҙҙарҙан елдәр иҫкән. Әбей асыуынан тегеләй бәрелде, былай бәрелде лә, килегә ултырып, төйгөс менәп ҡыуып, ҡыҙҙарҙың артынан төштө, ти. Эй бара, эй бара, бара торғас, бармаҡ башындай ғына булып ҡыҙҙар күренеп ҡалды, ти. Әбей, килеһен тағы ла шәберәк ҡыуалап, ҡыҙҙарҙы ашайым тип, ҙур өмөт менән ауыҙ һыуҙарын йотоп, шәберәк китте, ти. Ҡыҙҙар ҙа әбейҙә күреп ҡалдылар, ти. Ҙур ҡыҙ башы аша ҡайраҡты ташлағайны, түбәһе күккә олғашҡан, күгәреп ятҡан тау барлыҡҡа килде, ти. Әбей тырышып-тырмашып был тау аша сыҡҡансы, ҡыҙҙар байтаҡ ара китеп тә өлгөрҙөләр, ти. Әбей йән-фарманға тағы ла ҡыуа башлай. Инде еттем тигәндә генә, ҡыҙ башы аша тараҡты ташлай. Ташлағайны, ҡара урман хасил булды, ти. Әбей бынан сыҡҡансы, ҡыҙҙар тағы ла әллә ни тиклем юл алалар. Убыр ҡыҙҙарҙың хәйләһен белеп ҡала ла барлыҡ көсө менән улар артынан саба. Инде тотам тигәндә генә, ҡыҙ башы аша көҙгөнө ташлағайны, йәйрәп ятҡан диңгеҙ барлыҡҡа килде, ти. Әбей диңгеҙҙең теге яғынан ҡыҙҙарға ҡысҡыра:
Балаҡайҙарым, һеҙ нисек сыҡтығыҙ? Ярҙам итегеҙсе, мин һеҙгә теймәйем,– тип алдаша, ти, ҡәһәр һуҡҡыры нәмәкәй.
Ҡыҙҙар:
– Муйыныбыҙға таш баулап, йөҙҙөк тә сыҡтыҡ,– тип әйттеләр, ти, былар. Әбей тиҙ генә муйынына көс етмәҫлек таш бауланы да һыуға һикерҙе, ти. Һикергәйне, әбейҙең артынан бығырлап аҡ күбек кенә сығып ҡалды, ти. Шулай итеп дөмөктө, ти, был ҡәһәрең.
Ҡыҙҙар яйлап ҡына үҙ юлдары менән киттеләр, ти. Бәләкәй ҡыҙ бер ваҡыт:
– Һыуһаным! – тип илай башлай. Апаһы уға:
– Түҙ инде, туғаным, бында эсергә ярамай. Ат тояғы урынынан эсһәң, ат булырһың, һыйыр тояғы урынынан эсһәң, Һыйыр булырһың, ти. Ҡыҙ түҙмәгән, кәзә тояғы урынынан эскән. Шул ваҡытта был матур ҡыҙ мә-ә-ләп торған ап-аҡ кәзәгә әйлән де лә ҡуйҙы, ти. Оло ҡыҙ иланы-иланы ла, аҡ кәзәне етәкләп, ары китте, ти. Бара торғас, бер кешегә осрай былар. Осраған кеше ошо тирәләге бер сауҙагәр икән. Һорашып, ҡыҙҙың хәлен белгәс, үҙенә кәләшлеккә килергә димләй башлай. Ҡыҙ ура:
– Кәзәмде һуймаҫ, рәнйетмәҫ булһаң, барһам барырмын,– ти. Ә теге сауҙагәрҙең өйҙә ут сәсеп торған бисәһе лә булған. Донъя көтәләр, ти, былар шулай, ҡыштыр-мыштыр итеп кенә.
Бер ваҡыт сауҙагәрҙең оло бисәһе ауырып китте, ти. Күрәҙәсенән ҡаратһа, күрәҙәсе: «Аҡ кәзәгеҙ бар икән, шуны һуйып, йөрәген ашаһаң, һап-һау буласаҡһың»,– ти. Оло бисә ҡайтҡан да, бер нәмәгә ҡарамай, кәзәне һуйырға йәһәтләй башлаған. Ҡыҙ, ни эшләргә белмәй илап, кәзәһе менән аңлашырға сыҡты, ти. Кәзә телгә килеп:
– Илама, апаҡайым, тик минең һөйәктәремде ташлама, ҡыҫтырып ҡуй,– тип әйтте, ти.
Кәзәне һуйғандар, ашағандар. Ҡыҙ, һөйәктәрҙе йыйып алып, сепрәккә төрөп, туғаны әйткәнсә эшләй. Бер ваҡыт ҡараһа, аҡ сепрәктәге һөйәктәрҙән елдәр иҫкән, һөйәктәр ҡошҡа әйләнеп осҡандар ҙа киткәндәр.
Бер заман баҙарҙа, сауҙагәрҙәр янында, бик моңло итеп бер ҡош һайрап ебәрҙе, ти. Шунда май һатып торған сауҙагәр был ҡошҡа бер йомғаҡ май биреп ебәрҙе, ти. Ҡош (теге ҡыҙ бит инде ул), осоп барып, апаһының ауыҙына майҙы төшөрөп китте, ти. Быны күреп, оло ҡатын пыр туҙҙы, ҡошҡа үҙенә лә май килтереүҙе талап итте, ти. Ҡош, энә һатып торған кеше янына килеп, тағы ла бик матур итеп һайрап ебәрә, һатыусы, быны йәлләп, бер ҡап энә бирә. Ҡош апаһы торған өй янына осоп бара ла өйөрөлөп-өйөрөлөп һайрай башлай. Оло ҡатын, ауыҙын ҙур итеп асып, абына-һөрөнә тышҡа югереп сыҡты, ти. Ҡош тиҙ генә бер ҡап энәне ҡатындың ауыҙына төшөрә лә, үҙе ағас башына ҡупып, тағы ла һайрай башлай. Ә теге яуыз ҡатын шул ерҙә сәнселеп үлде лә ҡуйҙы, ти. Шул көндән башлап ҡоштоң апаһы, көндәшенең яуызлығынан ҡотолоп, тыныслап йәшәй башланы, ти. Ә ҡош апаһын иртән һайрап йоҡонан уята, кис һайрап йоҡлата, ти.
Шулай итеп, әле һаман да береһе байбисә, икенсеһе ҡош булып, йәшәп яталар, ти, был меҫкенкәйҙәр.
Читайте нас: