-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА

СЕРЛЕ ЙӨҘӨК (әкиәт) (башы...)Элек бер ҡарт менән әбей йәшәгән, уларҙың бер улы булған. Теге ҡарт көн дә бәләкәй сана менән юкә алып ҡайта. Сабата үрергә тотоналар. Ҡайырын һыҙыралар, сығарып ташлау юҡ. Үрәләр, үрәләр ҙә юкә өҫтөнә ятып йоҡлайҙар. Ҡайыр тәҙрәнең тупһаһына еткән, ти.Сабатаны бабай баҙарға илтеп һата. Бер көндө бабай бахыр үлеп китә. Ҡарттың дүрт һум аҡсаһы ҡалған, бөтә байлығы шул икән.Бер ваҡыт быларҙың ашарына бөттө, ти. Әбей улына бер тәңкә аҡса биреп:– Баҙарға барып, он алып ҡайт, – ти.Улы китә. Сәнәскәһен һөйрәп йөрөй, йөрөй, бер ҙә он баҙарына барып әйләнмәй ти, үҙе. Тегеләй ҙә үтә, былай ҙа үтә, тик йөрөй. Баҙар тарала башлай. Шул саҡ бер ҡарт эт етәкләп килә икән. Эт тигәс тә, бәләкәй генә көсөк, ти.– Бабай, ҡайҙа алып бараһың был көсөктө? – тип һорай егет.– Һатам, – ти бабай.– Күпме тора? ...

– Әллә, күпме тип ни, яныңда күпме аҡсаң бар, бир ҙә ал! Егет, кеҫәһендәге бер тәңкәһен биреп, көсөктө алып ҡайтҡан. Ҡайтҡас, әсәһенә:
– Бына бер тәңкәгә эт алдым, – тигән.
– Һәләк иткәнһең икән, атайыңдан ҡалғас, асҡа үлермен инде! – тип зарланған әсәһе.
Икенсе баҙар етә. Әсәһе йәнә бер тәңкә аҡса биреп, улын баҙарға ебәрә. Улы он баҙарына барып та әйләнмәй, йөрөй ҙә йөрөй, йөрөй ҙә йөрөй. Бер ҡарт бесәй тотоп йөрөй икән шунда.
– Бесәйҙе ҡайҙа алып бараһың, бабай?
– Һатам.
– Күпме тора?
– Әллә, яныңда күпме аҡсаң бар, бир ҙә ал.
Егет, бер тәңкәһен биреп, бесәйҙе алды ла ҡайтты, ти. Әсәһе бахыр тағы илай. Тегеләй-былай, бейәләй бәйләп, ойоҡ бәйләп, тамаҡланалар былар.
Йәнә бер аҙна үтә. Әсәһе йәнә баҙарға ебәрҙе, ти, улын, бер тәңкә аҡса тоттороп.
– Улым, инде бер нәмәгә лә ҡарама, туп-тура он баҙарына бар ҙа он ал да ҡайт! – тигән.
Киткән улы. Элекке кәүек, йөрөй ҙә йөрөй, йөрөй ҙә йөрөй, ти, баҙарҙа. Берәү мылтыҡ тотоп тора икән. Мылтығы ярылып бөткән, ти.
– Бабай, һатаһыңмы?
– һатам алған кешегә.
– Күпме тора?
– Мин хаҡын һорамайым. Яныңда күпме аҡсаң бар, бир ҙә ал.Егет, бер тәңкәһен биреп, мылтыҡты алып ҡайтты, ти. Әсәһе он көтөп тора. Ашарға юҡ. Әсәһе, ярыҡ мылтыҡты күрҙе лә, илай башланы, ти. Эй илай, эй илай, ти.
– Ҡуй, әсәй, илама. Мин иртәгә һунарға китәм, – ти улы. Мылтығын арлы-бирле ҡаҙаҡлап, иртәгеһен ҡуянға сығып
китте, ти, был. Йөрөй торғас, бер ҡуянды атып алды, ти. Аяғы ергә теймәй ҡайтты, ти, был.
– Бына, әсәй, беҙгә дүрт көнгә етә был ҡуяп, ти.
Һөйөнөп киткән булды, ти, әсәһе. Бешереп ашанылар, ти. Иртәгеһен йәнә сығып китә улы һунарға саңғы менән. Бер ҡуянды атты, ти, бото һынып, китте, ти, теге. Ҡуянды юллап китә был. Юллап бара торғас, күреп ҡала: бер һыңар саңғылы кеше бының ҡуянын юллап ҡыуып бара. Бәй! Был ниндәй ғибрәт! Баҫтырып бара торғас, һыңар саңғылы теге ҡуянды тота, ти.
– Ниңә минең ҡуянды алдың? Бир!
– Үҙем баҫтырып алдым.
– Юҡ! Ҡуян минеке, бир!
– Ҡуй, талашмайыҡ, әйҙә бергә барып бешереп ашайыҡ. Китәләр былар. Бер тауға барып инеп китте, ти, был һыңар саңғылы. Инмәҫ борон егеткә әйтте, ти:
– Минең бик матур ҡәрендәштәрем бар, алдыңа килеп торорҙар, теймә уларға.
Инеп ултыралар, ҡыҙҙар йылмылдашып ҡына йөрөйҙәр. Бер ҡыҙ килеп, терәлеп кенә ултыра. Был егет төрткән дә ҡуйған тегенең бөйөрөнә. Төртөүе булды, ҡыҙ егетте быуҙы ла ташланы, ти.
– Әҙәм ҡағылды ла әҙәм ҡағылды, – тип ҡысҡыра икән үҙе.
Шунан араны яйланы, ти, теге һыңар саңғы менән йөрөгән егет. Һин дә мин һөйләшеп тик йөрөйҙәр хәҙер. Бер көн ята был, ике көн ята ашап-эсеп, өсөнсө көндө:
Читайте нас: