+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА. БАТША, ЕГЕТ, АЖДАҺА

БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТЕ. БАТША, ЕГЕТ, АЖДАҺА (...дауамы)— Бар, күпер өҫтөндә балтаңды тотоп йөрөгән кеше бул,— ти. Егет китә. Күпер өҫтөндәбалтаһын тотоп, ҡағыштырып-һуғыштырып йөрөп ятҡан була. Аждаһа килһә, иҫе китә:өйҙөң, бер мөйөшөнән алып күпер төҙөлгән, күперҙең бер яғынан бал, икенсе яғынан һөт аға;музыка уйнап, машиналар йөрөп, кешеләр, баҙарҙағы кеүек, гәүләгпеп, ҡайнашып торалар.Ҡарап тора торғас, аждаһаның шау-гөргә ҡолағы тона башлай.— Етер, бөтөр инде,— тип ҡысҡыра икән егеткә.Егет төртөп ебәрһә, күпер юҡҡа сыға. Аждаһа ла, егет тә өйҙәренә ҡайтып китәләр.— Ярай,— ти ҡыҙ,— инде атайым һине үҙенә саҡырыр. Утыҙ туғыҙ гармун булыр, мейесараһында бер иҫке туҫтаҡ ултырыр. Атайым һиңә: «Бер гармунды алып уйна!» — тип әйтер,һин туҫтаҡты алып, шуны гармун итеп уйнарһың.Бер ваҡыт аждаһа егетте саҡырып ала ла: ...

— Ана, улым, утыҙ туғыҙ гармун ултыра, теләгәнеңде алып уйна. Сит илдә йөрөп, үҙ
көйҙәреңде һағынып киткәнһеңдер,— ти.
— Миңә анау туҫтаҡ та ярай, мин гармун уйнай белмәйем,— ти ҙә егет туҫтаҡты барып ала.
— Эй, сусҡа, һиңә ул иҫке туҫтаҡ ниңә кәрәк,— тип ҡысҡыра дейеү. Туҫтаҡ тигәне теге ҡыҙ
булып сыға.
— Ярай,— ти ҡыҙ, өйҙәренә ҡайтҡас,— быныһынан да ҡотолдоң инде. Иртәгә атайым һине
тағы ла саҡырып алыр: «Утыҙ туғыҙ скрипканың береһен алып уйна!»—тиер. һин мейес
артында торған бер ҡорсаңғы ғына бәрәсте алырһың,—ти.
Иртәгеһен иртүк аждаһа егетте саҡыртып ала. Егет барһа, күҙҙең яуын алып утыҙ туғыҙ
скрипка эленеп тора, ти. Аждаһа егеткә скрипканың береһен алып уйнарға ҡуша. Егет:
— Миңә бынау ҡорсаңғы бәрәс тә ярар,— ти ҙә бәрәсте күтәреп алып сыға ла китә. Бәрәсте
алып ҡайтып ебәрһә, теге ҡыҙ була ла ҡуя.
— Ярай, егет,— ти ҡыҙ,— быныһынан да ҡотолдон. Инде иң һуңғыһы, иң ауыры ҡалды,—
ти.— Уныһьгаан ҡотолһаң, бөтөнләйгә ҡотолаһың. Атайым һине тағы ла саҡыртып алдырыр.
«Бына ҡырҡ күгәрсен ултыра, араһынан үҙең теләгәнде һайлап ал!» — тиер. Атайым
ҡарамағанда гына мин иңбашымды соҡормон, һин мине шунан белерһең,— ти.
Аждаһа егетте саҡыртып ала. Егет килһә, бары ла бер төҫ ҡырҡ күгәрсен ултыра.
— Йә, һайлап, береһен ала һал,— тип аждаһа егеткә ҡараған арала, теге ҡыҙ иңбашын
соҡой һалып ала. Егет тиҙ генә шул күгәрсенде барып тота.
— һәй, сусҡа малай, икенсеһен алһаң ни була? — тип ҡысҡырына аждаһа.
— һиңә барыбер түгелме ни? — тип егет күгәрсенде алып ҡайтып китә. Ҡайтҡас та, ҡыҙ:
— Ярай, бөтәһен дә эшләнең. Инде атайым һине үҙе ашай алманы, берәй мәскәйҙән
ашатырға уйлар. Беҙ был әйҙән китәйек, — ти.
Былар өрлөккә өсәр тапҡыр төкөрәләр ҙә ҡасып сығып китәләр. Бер ваҡыт аждаһа:
— Йоҡлағандарын көтөп тор ҙа үҙҙәрен ашап сыҡ, — тип теге өйгә мәскәйҙе ебәрә.
Мәскәй килеп тыңлаһа, сутыр-сутыр килеп һөйләшеп ултырған тауыш сыға, ти. Тән буйы
көтөп, тауыш тынмағас, мәскәй ҡайтып китә.
— Ашарһың, ашамай ни, улар төнө буйы һөйләшеп ултыра бит, — ти.
Шулай итеп, теге өс тән килә. Дүртенсе тән килһә, тауыш юҡ. Өйгә инһә, ҡыҙ ҙа, егет тә
юҡ. Мәскәй, аптырап, барып аждаһаға әйтә:
— Ашарһың, ашамай ни, кейәүең дә, ҡыҙың да ҡасҡан! — ти.
— Ах, үләт һуҡҡырҙары, — ти ҙә аждаһа бөтә ғәскәрен ҡыҙ менән егетте эҙләтергә ебәрә.
Бер ваҡыт ҡыҙ арттарынан ҡыуа килгән ғәскәрҙе күреп ҡала. Шунан был үҙен дә, егетте лә
иҫкереп бөткән тирмән ташы итә лә ҡуя. Ғәскәр, тирмән ташы янына еткәс: «Аждаһа, нимә
күрһәгеҙ ҙә алып ҡайтығыҙ» — тигәйне тиеүен, был иҫке тирмән ташын ни эшләтәһең инде?
— тип һөйләшәләр. Тотоп ҡараһалар, тирмән ташы ватылып бара, ти.
Тегеләр тирмән ташып алмай ҡайтып китәләр. Аждаһа:
— Тоттоғоҙмо? — тип һорай.
— Юҡ, юл буйында бер иҫке тирмән ташы күргәйнек, уны алманыҡ, — тиҙәр.
— Их, һеҙ, ниңә алманығыҙ, өҫтө ҡыҙым, аҫты кейәүем ине! Барығыҙ, инде нимә күренһә
лә, алып ҡайтығыҙ, — тип ғәскәрен кире ебәрә.
Аждаһа ғәскәре яман яу булып килә икән. Ҡыҙ, ғәскәр килгәнен күреп, тиҙ генә егетте үҙе
насар, үҙе иҫке, бысраҡ, тоторға шул хөтле сиркәнес бер ҡыу һалам итә лә ҡуя. Ғәскәр килеп
туҡтай. Тик һаламды тоторға сиркәнәләр. Береһе килеп һаламдың бер ерен соҡоп ҡарай;
соҡоған еренә генә бер сысҡан инә лә китә. Ғәскәр кире ҡайтып китә.
— Тапманыҡ, бер ҡыу һаламдан башҡа бер нәмә лә күрмәнек, — тип һөйләп бирәләр.
— Их, һеҙ, сусҡа балалары! һаламы кейәүем, сысҡаны ҡыҙым ине. Әйттем бит мин һеҙгә,
нимә осраһа ла алып ҡайтығыҙ, тип. Барығыҙ, тағы ла китегеҙ, нимә булһа ла алып ҡайтығыҙ,
— тип аждаһа тегеләрҙе орошоп-орошоп кире ебәрә.
Бер ваҡыт ғәскәр ҡара туҙан булып сабып килә, ти. Ҡыҙтиҙ генә егетте иҫкереп, мөйөштәре
төшөп бөткән мәсет итә, үҙе бер ҡарт ҡына бабай була ла ҡуя. Үҙе мәсеттең мөйөштәрен
ҡуйып йөрөгән була. Ғәскәр килә лә бабайҙан:
— Бер егет менән бер ҡыҙҙы күрмәнеңме? — тип һорай.
— Әй-й-й, һеҙ һуңланығыҙ бит. Улар мин йәш саҡта, был мәсет яңы саҡта уҙып
киткәйнеләр, — ти бабай.
Ғәскәр кире ҡайтып китә. Ҡайтҡас:
— Бер мәсет менән бабай гына күрҙек. Бабайын алыр инек, мәсетте нисек алып ҡайтайыҡ,
— тиҙәр.
— Их, һеҙ, асыҡ ауыҙҙар, бешмәгәндәр! Ҡарты ҡыҙым ине, мәсете кейәүем ине. һеҙҙән
булманы инде, үҙем китәйем, — тип, аждаһа үҙе сығып китә.
Ел-дауыл ҡуптарып эй килә, ти, теге, эй килә, ти. Уның килгәнен күреп, ҡыҙ менән егет
суртан булып һыуға төшөп китәләр. Аждаһа күреп ҡалып, ҙурыраҡ суртанға әйләнә лә
быларҙың арттарынан төшә. Аждаһа быларҙы эй баҫтыра, эй баҫтыра, ти. Инде тотам тигәндә
генә, ҡыҙ һыу буйында бер ҡыҙҙың кер сайҡап ултырғанын күреп ҡала. Тиҙ генә сыға ла ҡыҙға:
— Ҡотҡар беҙҙе! Мә, мине көмөш йөҙөк итеп кей. Аждаһа килеп таптыра башлаһа,
бырғыт та ебәр. Ул ваҡланып китер. Шул ваҡытта, зинһар, бер биш бөртөгөн йәшереп алып
ҡал инде! — ти ҡыҙ.
Ҡыҙын күреп, аждаһа килеп сыға ла көмөш йөҙөктө һорай башлай: -
— Бир йөҙөктө! — ти.
— Юҡ, йөҙөк үҙемдеке, — тип ҡыҙ бирмәй. Аждаһа:
— Бирмәһәң, талап алам, — тигәндә генә, ҡыҙ йөҙөктө бырғыта ла ебәрә. Йөҙөк ваҡланып
китә, ҡыҙ биш-алты бөртөгөн аяғы менән баҫып алып ҡала. Аждаһа, әтәс булып, йөҙөктөң
ярсыҡтарын сүпләй башлай. Шул ваҡыт ҡыҙы тиҙ генә кеше була ла әтәстең йөнөн йолҡа
башлай. Эй йолҡа, эй йолҡа, ти, был, йолҡа торғас, теге аждаһа инәлә башлай:
— Зинһар, ҡыҙым, түбәмдә генә булһа ла бер бөртөк йөнөмдө ҡалдыр инде, — ти.
Ҡыҙ һаман йолҡа. Шул саҡ аждаһа:
— Ашамайым, ашамайым, зинһар, ҡалдыр! — ти.
Ҡыҙ аждаһаның түбәһендә бер генә бөртөк йөнөн ҡалдыра ла ебәра. Ә үҙе, һыуға төшөп,
егетте эҙләп таба. Шунан аждаһа артынан ҡ|йтып китәләр.
Ҡайтҡас, атаһына барып, ярты байлығын алып, егеттең тыуған ауылына китәләр.
Ҡайтһалар, егеттең атаһы улын танымай, уның иҫән булыуына ышанмай, ти. Егет башынан
үткәндәрҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Шунан һуң ғына атаһы үҙ улының ҡайтыуына
ышана. Әле булһа улар бергә-бергә татыу ғына донъя көтөп яталар, ти.
Әкиәтем таш йөкмәп китте, үҙем аш йөкмәп ҡалдым.
Читайте нас: