-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА. БАТША, ЕГЕТ, АЖДАҺА

БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТЕ (башы ....)Борон-борон заманда бер батша булған. Уның бер ҡатыны булған. Бала-сағалары булмаған.Бер ваҡыт батша үҙенең ғәскәре менән ауға сығып киткән. Бик йыраҡ киткәндәр, шул хәтлеэҫе илдәргә барып еткәндәр, -бик ҡаты һыуһағандар, һыу эҙләп йөрөй торғас, бер ҡоҙоҡҡабарып сығалар. Ғәскәре, эсеп туйып, ҡоҙоҡ эргәһенән киткәс, батша үҙе һыу эсә башлай, һыуэсеп торһа, ел-дауыл ҡуптарып бер аждаһа килеп сыға ла батшаға:— Ниңә минең һыуымды әсәһең? Хәҙер үҙеңде лә, ғәскәреңде лә юҡ итәм! — тип ҡысҡыра.Батша ҡурҡа башлай, ни эшләргә белмәй, аптырап тора.— Алыш бармы, көрәш бармы? — ти аждаһа. Батша еңеләсәген белә:— Алыш та юҡ, көрәш тә юҡ,— ти.— Ярай, улай булғас, һинең артыңда бер нәмәң бар, шуны бирһәң, һау ҡайтаһың,бирмәһәң, мин һине хәҙер үк ашайым,— ти аждаһа.'Батша уйлай-уйлай, уйлап осона сыға алмай.— Минең артымда ҡатынымдан башҡа бер нәмәм дә юҡ,— ти батша.— Артыңда бер нәмәң бар, шуны бир,— ти аждаһа.— Улай булғас, ярай,—ти батша,—тик үҙемде ҡайтар,—ти. Аждаһа бер яҙыу төрөп бирә,батша ҡул ҡуя.— Был ҡағыҙҙы тағатма, юғалта күрмә, һаҡлап тот, өйөңә ҡайтҡас уҡырһың! — ти ҙәаждаһа килгән яғына осоп китә. Батша үҙенең ғәскәре янына саба. Ғәскәренә барып етә лә:— Минең артта нимәм бар, кем белә, шул сығып әйтһен,— ти.Ғәскәре, аптырап: ....

— Беҙ бер нәмә лә белмәйбеҙ,— тип тик тора.
Шунан батша ғәскәрен бороп, кире ҡайтып китәләр. Ҡайтып инһәләр, батша ни күҙе
менән күрһен, шул хәтле һылыу бер улы бар. Батша бик шатлана, хатта дейеү менән булған
хәлде лә, ҡағыҙҙы ла онота.
Ай артынан ай үтә, йыл артынан йыл үтә, былар шулай рәхәтләнеп йәшәп яталар. Теге
малай ҙурая, ун өс йәшкә етә. Малайҙы уҡырға бирәләр. Ул шул хәтле яҡшы уҡый.
Бер көндө аталары йоҡлап бөтәләр, теге малайҙың, әллә ни эшләптер, һис тә йоҡоһо
килмәй. Йоҡлай алмағас, малай атаһының кеҫәләрен аҡтарырға тотоноп китә. Кеҫәнән дейеү
биреп ҡалдырған теге ҡағыҙ килеп сыға. Малай ҡағыҙҙы ала ла тағатып уҡый башлай. Уҡый,
уҡыған һайын аптырай бара. Ҡағыҙҙа бөтәһе лә яҙылған икән: «Малайың ун һигеҙ йәшкә
еткәс тө, миңә бирерһең»,— тигән икән.
Малай илай башлай, эй илай, эй илай, ти. Илап-илап, теге ҡағыҙҙы тотоп ятып торһа, шул
көйө йоҡлай ҙа китә. Таң ата. Атаһы тороп, улын ҡараһа, улының бер ҡағыҙ тотоп ятҡанын
күрә. Дейеү биргән ҡағыҙҙы танып, батша:
— Эй, улым, үҙемдән булды шул,— ти ҙә ҡағыҙҙы икенсе урынға йыйып ҡуя.
Малай йоҡонан тора ла:
— Теге минең ҡағыҙ ҡайҙа? — тип һорай. Батша:
— һинең ниндәй ҡағыҙың булһын? — ти. Малай атаһының янына килә лә илай башлай.
— Ярай, атай, һин мине аяедаһаға биргәнһең икән, танма, бөтәһен дә уҡыным,— ти.
Атаһы тыңлап тора ла:
— Эйе, улым, шулай *гура килде шул,— тип эштең нисек булғанын улына һөйләп бирә.
Тағы ла бер нйсә йыл ғүмер уҙып китә. Малайға ун һигеҙ йәш тула. Уға дейеүгә китергә
ваҡыт етә.
— Ярай, атай,— ти егет,— мин китәйем. Миңә бөтмәҫ аҙыҡ менән туҙмаҫ аяҡ кейеме
бирегеҙ.
Малайға бөтмәҫ аҙыҡ, туҙмаҫ аяҡ кейеме табып бирәләр. Ата-әсәһе менән хушлашып
сығып китә. Ауылды сыҡҡас та, бер мәскәй әбейгә осрай. Егет әбейгә ҡайҙа юл алғанын
һөйләп бирә. Мәскәй:
— Мин бер нәмә лә белмәйем, минән ары бер апайым бар, шул белһә, бөлөр,— ти.
Егет ары китә. Китә торғас, мәскәй әбейҙең апаһына барып сыға. Теге әбейгә лә һөйләп
бирә. Әбей:
— Минән ары бер апайым бар, шул һиңә юл өйрәтер, шуға бар, ти.
Егет тағы ла китә. Китә торғас, иң оло мәскәй әбейгә барып сыға.
— Әбей, мин шулай-шулай, шуны эҙләп китеп барам, белмәйһеңме? — ти.
— Эйе, улым,— ти әбей.— Мин уны бик асыҡ беләм. Тик һин барырһың, ул һине ашар
шул,— ти.
— Ни эшләйһең,—ти егет,— һүҙ ҡуйышҡас, барырға кәрәк. Ашаһа, ашар,— ти.
Шул ерҙә әбей егеткә аҡыл өйрәтергә була.
— Дейеүҙең ҡырҡ ҡыҙы бар,— ти.— һин иң элек атайың һыу эскән ҡоҙоҡҡа бар. Шул
ҡоҙоҡтоң артында бер йылға булыр, шул йылғаның артына бар ҙа, бер соҡор ҡаҙып, эсенә
инеп ят. Ята торғас, утыҙ туғыҙ торна килеп сығыр. Улар һыу буйына килеп төшөрҙәр ҙә
сисенерҙәр. Сисенгәс, улар шул хәтлеһылыу ҡыҙға әйләнерҙәр, шул хәтле көлөшөрҙәр, һинең
шул хәтле ҡарағың килер, тик һин ҡарама,— ти.— Улар һыу төшөп бөтөрҙәр ҙә китерҙәр.
Улар киткәс тә, бер яңғыҙ торна килер, сисенеп ҡойона башлар, һин ырғып ҡына тор,
ҡултығыңа уның. торна тунын ҡыҫтыр ҙа китеп барған кеше бул,— ти әбей.— Аҙағын теге
торна үҙе белер.
Егет сығып китә. Атаһы һыу эскән ҡоҙоҡҡа барып етә. Был ҡоҙоҡтоң артында сылтырап
ҡына йылға ағып ята икән. Егет килә лә, әбей өйрәткәнсә, соҡор ҡаҙып ята. Егет ята торғас,
утыҙ туғыҙ торна килеп төшә. Сисенһәләр, һылыу ҡыҙға әйләнәләр, һыуҙа ҡойона башлайҙар.
Былар шул хәтле көлөшәләр, егеттең ҡарағыһы килә башлай. Шулай ҙа ул әбей өйрәткәнсәэшләй: ҡарамай, тик ята. Утыҙ туғыҙ торна, ҡойоноп бөткәс, осоп китә. Улар осоп киткәс, күп
тә тормай, бер яңғыҙ ғына торна килеп төшә. Килеп төшөп, торна тунын сисә лә ҡыҙға әйләнә.
Егет ырғып ҡына тора ла, тегенең торна тунын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, йәһәт кенә китә
башлай. Ҡыҙ күреп ҡала.
— Туҡта, егет, ҡайҙа бараһың? Минең торна тунымды биреп кит! — тип ҡысҡыра. Егет,
белмәмеш-ишетмәмеш кеше булып, тик бара икән. Ҡыҙ тағы ла ҡысҡыра. Шунан егет килә лә
ҡыҙға торна тунын бирә. Ҡыҙ егеттән:
— Ҡайҙан, ни өсөн килдең? — тип һораша. Егет барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә.
— Эй егет, егет, барһаң, һине атайым ашай инде ул. Ярай, һин хәҙер беҙҙең торған яҡҡа
бар, бер иш ҡырҡ өй булыр, шул өйҙәрҙе хисаплап бар. Ҡырҡынсы өй минеке булыр, шул
өйгө ин. Яңылышмай хисапла, әгәр яңылышһаң, икенсе өйгә инерһең, ә унда һине ашарҙар,—
ти ҡыҙ.
Егет китә. Килһә, бер иш кенә ҡырҡ өй теҙелешеп ҡарап ултыра. Шул хәтле йәмлеләр,
күҙҙең яуын алып торалар, ти. Егет хисаплай башлай. Хисаплап килә-килә утыҙ туғыҙ өйҙө
һанай ҙа ҡырҡынсы өйгә инә. Инһә, әлеге ҡыҙ ултыра.
— Йә, егет, килдеңме? — тип һорай ҡыҙ.
— Килдем,— ти егет.
— Ярай, килдең, һин хәҙер атайымдарҙың өйөнә бар. Тәүҙә әсәйемә күреш, һуңынан
атайыма күрешерһең. Әгәр ҙә тәүҙә атайыма күрешһәң, ул һине ашар,— ти.
Егет китә. Өйҙәренә барып керә лә һаулыҡ һораша.
— Йә, егет, килдеңме? — ти -аждаһа.
— Килдем,— ти ҙә егет аждаһаның ҡатынына барып күрешә, һуңынан ғына аждаһаға
күрешә.
— һи әттәгенәһе, ниңә уға тәүҙә күрештең, миңә күрешмәй,—тип, аждаһа ирешә
башлай.— Ярай,— ти,— мин Һиңә бер эш ҡушам, шуны эшлә. Бар, ҡомға барып, ҡомдан
кәбән өй,— ти. Егет илап сығып китә. Ҡыҙ бының илағанын күрә лә:
— Ниңә илайһың? — тип һорай.
— Аждаһа миңә ҡомдан кәбән өйөргә ҡушты, шуға илайым, нисек эшләйем һуң? — ти
егет.
— Ярай, ҡайғырма, егет, уның өсөн. Ят та йоҡла,— ти ҡыҙ. Егет йоҡларға ята. Ҡыҙ тышҡа
сыға ла әсе итеп һыҙғырып
«бәрә. Бер ваҡыт утыҙ туғыҙ ҡыҙ килеп етте, ти.
— Барығыҙ, ҡомдан кәбән өйөгөҙ,— тип бойора ҡыҙ тегелергә.
Ҡыҙҙар:
— Була ул,— тип югерешеп китеп тә баралар. Иртәнсәк ҡыҙ егетте:
— Бар, кәбәндәр янына көрәк алып бар ҙа яҡ-яғын һылап-һыйпап йөрөгән бул,— тип
уята.— Атайым килеп ҡараһа: «Минән юҡты эшләтәһең»,— тип әйт тә көрәгең менән төрт тә
ебәр. Ул ыуылыр ҙа китер,— ти.
Егет көрәк ала ла китә. Килһә, ҡомдан кәбән тора. Егет кәбәндең яҡ-яғын һыйпаштырырға
тотона. Шул арала аждаһа килеп етә. Килеп аптырап ҡарап тора. Үҙе эстән генә: «Был нисек
эшләне икән? Инде ни хәл итәйем, алдап булманы бит этте»,— тип уйлай икән.
Егет аждаһаға ҡарай ҙа: — Эй, минән юҡты эшләтәһең,— тип, көрәге менән кәбәнгә өртә
лә ебәрә. Кәбән ыуыла ла төшә.
— Ярай,— ти аждаһа,— инде ҡырҡ арҡан иш ҡомдан! Дейеү ҡайтып китә, егет уйға батып
аптырап тороп ҡала.
— Инде быны нисек эшләргә? — ти ҙә илап ҡайтып китә.
— Ниңә илайһың? — тип һорай ҡыҙ.
— Ҡомдан ҡырҡ арҡан ишергә ҡушты,— ти егет.
— Ҡайғырма уның өсөн, ят та йоҡла,— ти ҡыҙ.
Егет ятып йоҡлай. Ҡыҙ, тышҡа сығып, һыҙғырып ебәрһә, утыҙ туғыҙ ҡыҙ килеп етә.
— Барығыҙ, ҡомдан ҡырҡ арҡан ишегеҙ,— ти ҡыҙ. Иртәнсәк ҡыҙ егетте уята:
— Тор, атайым барыуға арҡандарҙы ипләштереп йөрө,—ти. Егет барһа, ҡомдан ҡырҡ
арҡан ишелеп ҡуйылған. Бара ла,
шуларҙы ипләштереп йөрөгән була. Аждаһа килә. «Был нисек эшләне икән?» — тип
аптырай. Егет:
— Эй, минән юҡты эшләтәһең,— ти ҙә, арҡандарҙы төртә лә ебәрә. Арҡандар ыуылып
бөтә.
— Ярай, һин инде бер күпер төҙө,— ти аждаһа.— Ул минең өйҙөң мөйөшөнән
башланһын, үҙе шул хәтле һәйбәт булһын: бер яғынан бал аҡһын, бер яғынан һөт аҡһын,
музыка уйнап торһон, машиналар бер туҡтауһыҙ йөрөп торһон,— ти.
Егет, бик ныҡ ҡайғырып, өйөнә ҡайтып китә. Ҡайтҡас, ҡыҙ егеттән:
— Йә, тағы ла нимә ҡушты? — тип һораша. Егет түкмәй-сәсмәй барын да һөйләп бирә.
— Ҡайғырма, егет,— ти ҡыҙ,— ят та йоҡла.
Ҡыҙ, сығып, әсе итеп һыҙғырып ебәрһә, утыҙ туғыҙ ҡыҙ килеп етә. Ҡыҙ уларҙы эшкә ҡуша.
Иртәнсәк ҡыҙ егетте уята:
Читайте нас: