– Ярай, әгәр минең бер шартыма күнһәң, теймәм.
– Шартыңды әйтә күр, Юлбарыҫ дуҫ!
– Минең кеше аҡылы тураһында күп ишеткәнем бар. Нимә ул аҡыл? Ашай торған әйберме? Әллә түгелме? Нисек кенә булмаһын, һин, әгәр тере ҡалғың килһә, хәҙер үк аҡылыңды миңә бир.
– Бирер инем дә ул, – тигән Крәҫтиән, үкенесле көрһөнөп. – Тик уны үҙем менән алып сыҡмағайным бит әле. Өйҙә һандыҡҡа бикләп ҡалдыр-ғайным.
– Улай булғас, өйөңә барайыҡ.
– Барыр инек тә ул… – Крәҫтиән, ниндәйҙер хәүеф барлығын белдереп, тауышын аҡрынайтҡан. – Ауыл халҡы, күреп ҡалып, һине үлтереп ҡуйыр тип ҡурҡам.
– Улайһа, үҙең генә ҡайтып алып кил, мин ошонда көтөп торормон. – Юлбарыҫтың асыуы ҡабара башлаған.
– Ярар, алып килермен, – тигән Крәҫтиән уға. – Тик һиңә бигүк ышанып бөтмәйем бит әле.
– Ни өсөн?
– Боролоп китеү менән, миңә ташланыуың бар.
Юлбарыҫ урман яңғыратып көлөп ебәргән:
– Ха-ха-ха! Их, һин, ҡурҡаҡ йән! Ундай шигең бар икән, мә, бынау лианалар менән мине анау ағасҡа ҡуша бәйләп ҡуй.
Крәҫтиән Юлбарыҫ ҡушҡанса эшләгән. Шунан аҡыл алып килергә ҡайтып киткән.
Ул оҙаҡ көттөрмәгән, тиҙ үк килеп тә еткән. Ҡулында мылтығы, эргәһендә ике иптәше лә бар икән.
– Бына ошо була инде аҡыл, – тигән ул Юлбарыҫҡа, хәйләкәр йылмайып. – Төшөндөңмө хәҙер?..