-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
30 Апрель 2021, 09:05

ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ! ХИКӘЙӘ

ФӘРЗӘНӘ АҠБУЛАТОВАХәйерле иртә!- Кем бөтәһенән дә иртәрәк тора? — тип һораны Сәйет.- Мин, — тине Ҡояш.- Әтәс бөтәһен дә һөрәнләп уята , — тине әтәс."Иртәгә мин уларҙан иртәрәк торасаҡмын. Мин таңды беренсе булып ҡаршыларға теләйем" — тип иуйланы Сәйет. Көнө буйы өйҙәгеләргә ярҙамлашты. Ике йәшлек ҡустыһын ҡараны. Төштән һуң ихаталағы ҡарҙы көрәп һеперҙе. Батып барған ҡояшҡа, төнәргә әҙерләнгән әтәскә шулай тине: "Иртәгә бөтәһенән дә алда сәләм бирәсәкмен... " Бына шулай тип йоҡоға талды. Иртәнсәк ул уяныуға таң атҡан, ҡояш йылмая, әтәс ем сүпләй ине. Сәйеттең илағыһы килде. "Мин хатта будильниктың тауышын ишетмәгәнмен..."- Хәйерле иртә! — тине шул саҡ Ҡояш менән Әтәс.Малай күңелһеҙ генә:


- Ә мин иртә тора алманым, нисек хәйерле булһын? — тине.


- Тап һинең өсөн хәйерле, уңған малай. Мин кисә көнө буйы һиңә һоҡландым. Ата-әсәңә күп ярҙам иттең. Бөгөн таң менән шул арала урмандағы бар кейек-януарға, ҡоштарға һөйләнем. Улар һоҡланды, ана, ишетәһеңме? Һине маҡтап ҡоштар һайрай башланы.


- Ә мин, — тине Әтәс, — ошо ихатала йәшәүем менән ғорурланам. Арығайның бит. Тыныс төнөңдө һаҡланым. Шундай егәрле дуҫым тураһында бөтә әтәстәрҙән алда тороп һөрән һалдым. Ауылдың бар ҡоштары ла һинең тура ла белә. Шулай булғас...


- Хәйерле иртә! — тип өндәшкәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды.


Бына шулай уңған балаларҙы бар тәбиғәт, тереклек ярата, үҙ итә. Һеҙҙе лә ҡояш һәр саҡ яратып уятһын, кескәйҙәр. Хәйерле иртә!

Читайте нас: