+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
28 Апрель 2021, 10:34

АЛТЫНБАЙ. ӘКИӘТ.

Был әкиәтте бәләкәс дуҫтарға тип Мансур Ғиниәтов ебәргән!

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай . Улар бик ас булғандар. Бабай аслыҡтан үлеп ҡала. Әбей бик ныҡ ҡайғыра. ,,Хәҙер ҡалайтам инде?'' - тип илай. Шул ваҡытта уҡ бер бала илағанын ишетә. ,,Кем илай ул?'' - тип аптырап тышҡа сыға. Ҡараһа, тупһала алтын бала ята, ти. Әбей аптырап ҡарап тора ла шәп кенә уны өйгә индерә. Карауатҡа һалғас, бала илай башлай. Уның илағанын күршеләр ишетеп, килеп инәләр.
- Ни
ңа балаң илай? - тип һорайҙар.
- Бына, асыҡҡан бахыр, һөт эсерер инем, һыйырым булһа.
К
үрше уйлап тора ла былай ти:
- Ә һин беҙҙең һыйырҙы һау ҙа шул һөттө балаңа эсер.
- Ҙур рәхмәт һеҙгә! Ҡалайтыр инем һеҙһеҙ.
Әбей шунан
күршенең һыйырын һауып ала ла балаға һөт эсерә. Шунан бала ҡапыл тора ла атлай башлай. ,,Нисек улай булһын? Бәләкәс кенә бала атлаһын!'' - тип аптырай әбей. Әбей балаға Алтынбай тип исем ҡуша.
Шул көндән алып
ун биш йыл үтә. Алтынбай егет булып үҫеп етә, әбейгә донъя көтөшә. Улар бер ваҡытта ла асыҡмай – малай ҡотло булып сыға - ашарҙарына гел әллә ҡайҙан булып тора. Бер хан Алтынбай тураһында белеп алғансы, яҡшы ғүмер итәләр. Шул хандың кешеләре Алтынбайҙы тотоп алып: ,,Иртәгә һинең алтын тиреңде алабыҙ'', - тиҙәр. Шул һүҙҙән һуң Алтынбай ҡурҡып китә. ,,Шунан ҡалайтам инде?'' - тигәс, шыбырлаған тауыш ишетә, ул тауыш бер тишектән сыға. Алтынбай килеп тыңлай башлай. Ҡапыл әллә кем ҡысҡырып ебәрә: ,,Әһә! Мин һине таптым! Алла бик ҡыуанасаҡ!''
- Һин кем ул? -
тип һорай Алтынбай
- Мин? Мин - Алланың
ярҙамсыһы. Ә һин… Һин Алла балаһы булаһың.
- Юҡ, мин бер әбейҙә үҫтем!
- Бер тапҡыр Алланың балаһы тыуа, уны шайтандар урлай ҙа йәшерәләр, шунан һине әбей таба. Аңлап ҡуй: ул бала - һин.
Алла ярҙамсыһы Алтынбайҙы
хан ҡулынан ҡотҡара ла Алла янына алып менеп китә. Алла үҙенең балаһын күргәс, ҡосаҡлап ала. - Мине бер әбей үҙенең балаһы кеүек үҫтерҙе, - тип һөйләп бирә Алтынбай.
Алла был һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң ергә
төшә лә әбейгә былай ти:
- Рәхмәт
һиңә баламды үҫтергәнең өсөн.
- Алтынбай балаҡайым тереме?
-
Эйе. Һине лә эргәбеҙгә алайым.
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Алла әбейҙ
е лә күккә алып китә. Әбей унда Алтынбайҙы күреп бик ныҡ шатлана. Улар бабайҙы ла үҙҙәре янына саҡырып ала. Әбей тағы ла нығыраҡ ҡыуана. Һағынған кешене күреү үҙе бәхет. Шулай итеп, Алтынбай атаһын күрҙе, ә әбей бик һағындырған бабайын тапты. Шул көндән алып улар етешлектә, бәхеттә, шатлыҡта йәшәйҙәр, ти.


Читайте нас: