-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
27 Апрель 2021, 09:05

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА

СЕРЛЕ ТӨЙӨНСӘК. ӘКИӘТ (... ДАУАМЫ)Табындағылар урындарынан һикерешеп тороп, ни эшләгәндәрен белмәй, кәпәстәрен күккә сөйөп, үрле-ҡырлы һикеренергә тотоналар. Бары Ҡабыҡбаш старшина ғына, һөрө ҡойолоп, бер һүҙ әйтмәй, думбай һымаҡ тик ултыра. Старшинаның күңелен асыр өсөн, ике егет баяғынан да дәртләнеберәк яңы көйгә тотона: Тау башына ҡош ҡунған, Сапсандыр, тип ҡыуандым, Мал дошманы бүреләрҙе Ҡырыр был, тип уйланым. Ҡошто ҡулға эйәләтәм тип, Югереп барҙым янына, Сапсан түгел, һупай өкө Ҡунған икән тауыма. Уңмағандың шул инде – Юҡҡа ғына шатландым. Асыуҙан төн ҡарағының Муйынын бороп ташланым! Халыҡ тағы гөж килә, шарҡылдап көлә, һаман Ҡабыҡбаш ҡына, ауыҙына һыу уртлағанмы ни, шым-шырыҡ. Инде был көй ҙә оҡшамағас, Төпкилде күкрәк тултырып һулыш ала ла, йәне көйөп, ҡурайына барлыҡ тыны менән өрөп ебәрә, хатта ҡурай ярылып киткән. Ул, шундуҡ икенсе ҡурай алып, яңынан көй башлай. Тапкилде тағы ла көрөрәк, моңлораҡ тауыш менән йыр башлай: Ҡашҡа ла ғына тауҙың ҡашлағында Ҡуш ҡолас уҡ етмәҫ ҡарағай – Ирәйеп тә үҫкәндең яңғыҙы, Башҡаларҙы һанға һанамай... Уйнап ҡына йөрөгән унлап бала Ҡулдарына балта алғандар, Ирәйеп ултырған ҡарағайҙы Һә тигәнсе йығып һалғандар... Тамсы тама-тама тишә ташты, Осҡондан ут ялмай яланды... Китмәҫ тә генә тип үк уйламағыҙ Донъяға ла һыймаҫ дандарҙы!.. ...

Был йырҙан һуң халыҡ уғата ғөжләргә тотонған, һындары ҡатып көлә башлаған. Эй Ҡабыҡбаш халыҡты тыймаҡ итә, эй аҡырына-баҡырына икән, ә уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыусы ла юҡ. Түрә белмәй бит инде халыҡтың ниңә шул һынлы шашып көлгәнен. Халыҡты шашыр сиккә еткерерлек көлдөргән өсөн ҡурайсы менән йырсыға старшинаның сикһеҙ асыуы килгән, уларҙы иҫәңгерәткәнсе туҡмап, аттарының ҡойроғона тағып килгән юлдарына оҙатырға булған. Бар, тотоп ҡара һин дала елен, Төпкилде менән Тапкилде әллә ҡасан күҙ күреме ер китеп барған инде был саҡта...Ошо көндән алып ырыуҙа күңелле көндәр башланып киткән. Старшина ни бойорһа ла, ни ҡыланһа ла, кешеләр, күҙенә тура ҡарап көләләр генә, ти. Унан ҡурҡып тороу тигән нәмә ҡалмаған. Уның алдында бейеп тороусы ла, ҡушҡанын эшләүсе кеше лә юҡ. Ҡабыҡбаш, үҙенең көсһөҙлөгөн тоноп, ауырыуға һабышҡан. Әмәлселәр ҙә, төрлө ырымсылар ҙа бының сиренә дарман таба алмайҙар, ти. Ә халыҡ уның сирен бар тип тә белмәй, һаман көлә генә бирә, старшинаны һис һанға һуҡмай. Төпкилде менән Тапкилде, Ағиҙел башынараҡ күсеп, яңы төйәк ҡороп йәшәй башлағандар. Ҡабыҡбаштың сиргә һабышыу хәбәре уларға ла килеп еткән. Былар тоталар ҙа, ошоно ашаһа һауығыр тип, старшинаға бер төйөнсөк күстәнәс ебәрәләр. Күстәнәс тип, әллә ни иҫ китмәле аҙыҡтар түгел, төйөнсөктә бер ус көл дә ике бөртөк ҡош ҡауырһыны менән бер теш, ти. Был саҡта инде Ҡабыҡбаш урынынан да тора алмаҫлыҡ көнгә ҡалған була. Алйот старшина күстәнәстең айышына төшөнә буламы ни, юҡ, уйлайһы ла түгел. Мөкәй аҡһаҡал белә лә бит, әйтергә ҡурҡа. Шунан, төйөнсөктөң серен сисер өсөн, бөтә ырыу халҡын йыялар. Халыҡҡа эйәреп йөҙ етмеш йәшәр, күптән һуҡырайған Яубаҫар ҡарт та килә. – Мәрхүм атайымдың ҡорҙашы, ил ағаһы Яубаҫар олатай, асып бирсе ошо йомаҡ күстәнәстең йәбешкеһен.– ти Мөкәй ҡарт. – Ҡана, бирегеҙ, ҡапшап ҡарайым,– ти йөҙ етмеш йәшәр Яубаҫар бабай. Төйөнсөктө тотторалар быға. Ул төйөнсөктө усы менән һыйпап ҡына ҡарай ҙа: – Бәй, бының ни йомаҡлығы бар, һуҡыр ҙа аңларлыҡ нәмә ләбаһа!..– ти. Уның һүҙен ишетеп, халыҡ тағы ла шарҡылдап көлә башлай. Тимәк, старшиналары һуҡыр саҡлы ла күрә алмай икән! – Алай булғас, Яубаҫар ҡарт, асыҡлап бир белгәнеңде,– ти хәл эсендә ятҡан Ҡабыҡбаш, көскә тын алып. – Хәҙер, хәҙер–ти Яубаҫар,–һәләт тә асыҡлайым мин уны, әйҙә, уландарға бер ғибрәт булһын. ЭйРµ быныһы – өкө йөнө, быныһы – ҡарағай көлө, быныһы ат теше булыр бының. Аңлашыламы? – Аңлашылып етмәй шул, Яубаҫар олатай,– ти халыҡ. – Әләйһә, аңлатып бирәйем,–тип янынан һүҙгә керешеп китә ул.– Ҡабыҡбаш мырҙаның тәс үҙенә төрттөргән икән был шаяндар: өкө йөнө – һин, ырыу башы булһаң да, сапсан ыласын түгел, ҡараңғылыҡ батшаһы өкө генә тигән һүҙ, ҡарағай көлө – яңғыҙ тирәк булып маһайма, һинән дә көл генә ҡалыр, ә ат теше – аттың теше төшкән икән, эше лә бөткән, тигән һүҙ булып сыға... Ҡарттың һүҙҙәренән һуң халыҡ тәгәрәп көлөргә тотонған. – Аһ!– тип Ҡабыҡбаш, бер генә ҡысҡырып өлгөрөп, донъя ла ҡуйған. Аңлауын аңлаған ул үҙенең буш ҡабыҡ баш икәнен, әммә инде үтә һуң булған... Ошо көндән алып ырыуҙың кешеләре ысын күңелдән кинәнеп көлөргә өйрәнгәндәр. Төпкилде менән Тапкилде лә төп йорттарына күсеп ҡайтҡан.
Читайте нас: