+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
25 Апрель 2021, 20:50

ТАШҠУРСАҠ. ӘКИӘТ

Йома көн беҙ һеҙҙең менән әкиәт яҙғайныҡ. "Халыҡ әкиәте" булды был. Кемдәр ҡатнашҡан, барығыҙға ла рәхмәт! Аҙағыраҡ тағы берәй әкиәт яҙып алырбыҙ???? Ә хәҙер рәхим итеп күмәк көс менән ижад ителгән әкиәтте уҡып алайыҡ

Борон-борон заманда бер әбей менән бабайҙың ҡыҙы менән улы булған. Ҡыҙҙың исеме Гөлнур, малайҙыҡы Таһир, ти. Гөлнур бик иркә булған, нимә теләһә, шуны ғына эшләргә яратҡан. Ә Таһир ялҡау икән, мейес башында йоҡлап тик ята, ти. Бер көн Гөлнур илап тигәндәй әсәләренән ҡурсаҡ алдырған. Шул ҡурсағынан көнө-төнө айырылмаған. Бер көн әсәләре менән аталары алыҫҡа эшкә сығып киткән. Ҡыҙ менән малай үҙҙәре генә донъя көтөп ҡалған. Гөлнур көнө- төнө ҡурсаҡ уйнай икән, ә ялҡау малай һаман мейес башында йоҡо һимертә, ти. Шулац бер көндө Гөлнурҙың ҡурсағы юғалған! Гөлнур, әсәһе менән атаһы янында булмағас, ҡустыһынан ҡурсаҡты таптырып илаған. Ә малай уны ишетмәй ҙә, йоҡлап тик ята, ти. Ярҙам көтөп илай торғас, бер көн Гөлнур үҙе ташҡурсаҡҡа әйләнгән дә ҡуйған! Ялҡау малай мейес башында йоҡлай торғас, асығып уянып киткән. "Ашағым килә!" - тип ҡысҡырған Гөлнурға ятҡан килеш кенә. Әммә уныиишетеүсе лә, ашарға килтереүсе лә булмаған. Таһир ҡысҡырып арыған, ахырҙа мейес башынан һикереп төшкән. Ашарға бешмәгән, атаһы менән әсәһе өйҙә юҡ, Гөлнур ҙа күренмәй. Таһир ҡурҡышынан аҡырып иларға тотонған. Йүгереп йөрөп апайын эҙләргә тотонған. Гөлнур урынына ташҡурсаҡты ғына тапҡан. Әммә Таһир шуға ла ҡыуанған. Ҡурсаҡы ҡосаҡлап, яңынан мейес башына менеп ятҡан. Әммә ас килеш йоҡлай алмаған. Ташҡурсаҡ та илаған кеүек тоцолған уға. "Хәҙер мин һиңә ашарға бешерәм!" - тип йыуатҡан ҡурсаҡты. Мейес башынан төшөп, ашарға бешерәцем тиһә, өйҙә һыу юҡ икән. Биҙрәләрҙе алып, йылғаға йүгерә. Ҡайтып, сәйнүкте тултырып, ҡайнатырға ултыртайым тиһә, утын юҡ икән. Сыға һалып утын ярып индереп, мейескә яғып ебәрә. Ташҡурсағын ҡулынан төшөрмәй, "Хәҙер сәй ҡайнай, илама!" - тип йыуатҡан була. Сәй ҡайнағансы өйҙәрҙе йыйыштырып ҡуя. Әсәйемдәр ҡайтһа, ҡыуаныр, тип уйлай. Шул ваҡыт, яҡын кешеһенең иғтибарын тойған ҡыҙ күҙҙәрен аса. Таһир, ташҡурсаҡтың Гөлнур икәнен белгәс, ҡыуанысынан илап ебәрә. "Башҡа бер ваҡытта ла йоҡлап ятмаясаҡмын! Юҡһа бер нәмә лә күрмәйем, туғандарым менән ни булғанын белмәйем" - тип һүҙ бирә. Гөлнур ҙа мыжымаҫҡа һүҙ бирә. Әсә-аталары ҡайтҡансы, бик татыу донъя көтә улар.
Читайте нас: