+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
25 Апрель 2021, 09:05

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА

УРАЛ ҺЫУЫ (ӘКИӘТ)... (ДАУАМЫ)Әбей Түҙемғолдоң атаһына бөтә хәлдә нисек булһа, шулай, түкмәй-сәсмәй, энәһенән ебенәсә һөйләп биргән. Шунан Түҙемғолдоң атаһы, тирә-яҡтың батыр аҙаматтарын саҡырып,. Ҡафтау артына барып, ун ике башлы дейеүҙе ҡыйратып, Түҙемғолдо алып ҡайтыу кәрәклеген әйткән. Аҙаматтар шундай эште көтөп, ярһынып ҡына торғандар икән. Түҙемғолдоң атаһы баш аҙаматҡа, улыма эсерерһегеҙ, тип, Яйыҡтан бер шешә һыу ҙа тултырып алып биргән, ти.Урал тауына күтәрелгәс, баяғы әбей аҙаматтарға:– Фәлән ҡарама тәңгәленә еткәс, аттарығыҙҙың бер бөртөк ялын тартырһығыҙ, Ҡафтауҙың фәлән ерен артылғанда ҡындан ҡылыстарығыҙҙы сығарып, ҡояшта ялтыратырһығыҙ,– тигән. Үҙе ағас башына элеп ҡалдырған болотона ултырып алған да китеп тә барған. ....

Аҙаматтар, әбей әйткән ҡарама тәңгәленә еткәс, аттарының бер бөртөк ялдарынан тартҡандар икән, аттар ҡанатлы толпар булып осҡандар; Ҡафтауҙы артылғанда ҡылыстарын һурып алғандар икән, йөҙ һыбайлы күрер күҙгә биш йөҙ булып күренә башланы, ти.
Ҡораллы аҙаматтар дейеү батшалығына ер һелкетеп, донъя шаулатып килеп еткәндәр, ти, бер заман, дейеү ни эшләргә белмәй тора икән.
Аҙаматтарҙың бер нисәһе Түҙемғолдо эҙләп киткән, ҡалғандары дейеүҙең һарайын ҡамап алды, ти.
Түҙемғол шул уҡ ағас төбөндә етенсе көн инде үлем көтөп ята икән. Ул хәҙер бөтөнләй хәлһеҙ, иҫен юғалтҡан, ирендәре кипкән, күҙҙәре йомоҡ, тауыш-тыны юҡ икән. Дейеү әйткән үлем сәғәте бөтөнләй килеп еткән икән. Шул ваҡыт аҙаматтарҙың башлығы Түҙемғолдоң атаһы биреп ебәргән шешәләге һыу менән Түҙемғолдоң ирендәрен сылатҡан икән – ирендәре ҡыймылдай башлаған, һыуҙы бер йотторһа – егеттең күҙҙәре асылған, икенсе тапҡыр йотторһа – иркенләп тын ала башлаған, тағы бер тапҡыр йотторған икән – иҫенә килеп, тороп уҡ ултырған. Шунан инде шешәне үҙе тотоп, ярты һыуҙы эскәйне – бөтөнләй сәләмәтләнеп, көс-хәл кереп, аяғына баҫып, иптәштәренә үлемдән алып ҡалғандары өсөн ҙур рәхмәттер әйтеп, улар менән күрешеп сыҡты, ти.
Түҙемғол шау-шыу килгән яҡҡа боролоп ҡараһа, уны ҡотҡарырға килгән аҙаматтарҙың күбеһе дейеүҙе уратып алған. Түңәрәк эсендә дейеү шарҡылдап көлөп тора, ә аҙаматтар уға яҡын да бара алмайҙар, ти. Ни өсөн тиһәң, саф һауа етмәүҙән тындары ҡыҫылып, улар берәм-берәм аяҡтан йығылып ҡына торалар икән. Быны күреп торған Түҙемғол атаһы ебәргән һыуҙы дүрт тапҡыр уртлап, бер алдына, бер артына ҡарап, бер уң яғына, бер һул яғына әйләнеп, ауыҙындағы һыуҙы бөркөп ебәргән икән, шунда уҡ тонсоҡторғос һауа бөтөп, тирә-яҡты Урал буйындағы саф һауа солғап алған, ә аҙаматтарға көс-хәл инеп, элеккесә батырланып киткән, ти. Шуға бәрәбәр дейеүҙең ғәйрәте кәмей башланы, ти.
Түҙемғолдоң ҡушыуы буйынса, иптәштәре дейеү һарайындағы бөтә байлыҡты бер ергә йыйып өйҙөләр, зиндандағы тотҡондарҙы иреккә сығарҙылар, ә дейеүҙең үҙен ҡыҙыҡ итергә булдылар, ти.
Түҙемғол баяғы әбейҙән:
– Дейеүгә ниндәй яза бирәбеҙ?– тип һораған.
Әбей:
– Тәүҙә мин эшләгән эште эшләтәйек, шунан үҙен тураҡлап ташларбыҙ,– тигән.
Шунан былар дейеүҙән йылға төбөндәге ҡомдо яр башына сығартып, ҡояшта киптертә, кипкәс, яңынан йылғаға ҡойҙорта башланылар, шунан ул ҡомдо, яңынан киптереп, йәнә һыуға түктерттеләр, ти. Был мәғәнәһеҙ эш иртәнән кискә тиклем барған. Дейеү йән тиргә төшөп, арып-талып бөткән, ҡомдо ла илке-һалҡы ғына ташый башлаған, ти. Шунан Тғҙемғол үҙенең булат ҡылысы менән дейеүҙең ике башын бер юлы сабып өҙҙө, ти.
Шул ерҙә дейеү ялынып-ялбарып:
– Йылғама ятып ике генә йотом һыу эсәйемсе!– тип һораған.
Түҙемғол рөхсәт иткәс, дейеүҙең бысраҡ йылға һыуын ике йотоуы булған – ҡырҡылған ике башы үҙ урындарына килеп тә ултырҙы, дейеү үҙе хәлләнеп китте, ти.
Дейеүҙән бындай әште эшләтеүҙең насар икәнлеген белгәс, Түҙемғол дейеүгә үҙе ете көн һауа етмәй интегеп ятҡан ағас төбөнә ултырырға ҡушҡан. Дейеү шунда ултырғас:
– Бигерәк һыуһаным, берәй генә мискә һыу бирер инегеҙ?– ти икән.
Үҙенең йылғаһынан шулай бер мискә һыу эсеп алып, бөтөнләй ғәйрәтләнеп китергә лә тегеләрҙе ҡыйратып ташларға иҫәбе бар икән был дейеүҙең.
Түҙемғол дейеүгә:
– Мин һиңә һыу бирермен. Тик һин миңә теге болотоңдо ғына бына шунда төшөрт!– тигән.
Көсө кәмегәндән-кәмей барған дейеү быға риза булып, ултырған ерҙән генә ауыҙын ҙур итеп асып, өс тапҡыр иҫнәгәйне, туғыҙ юрған ҙурлығы ҡуйы болот ергә төшөп йәйелде лә ятты, ти. Шунан Түҙемғол үҙен үлемдән ҡотҡарышҡан баяғы йөҙ йәшәр әбейҙе саҡырып алып:
– Әбей, хәҙер һинең дүрт яғың ҡибла. Ошо болотҡа ултырып теләгән ереңә кит, һин хәҙер ирекле!– тигән.
Йөҙ йәшәр әбей быға бик ныҡ шатланған, хатта әллә ҡасан кибеп бөткән күҙ йәштәре лә янынан сығып, шатлыҡтан тәгәрәй башланы, ти. Түҙемғол менән уның аҙаматтарына күп рәхмәттәр әйтеп, ҙур теләктәр теләп, теге болотҡа уранып, баш тартҡан яҡҡа осоп китеп тә барҙы, ти.
Түҙемғол, дейеүгә боролоп:
– Бына хәҙер һиңә һыу эсергәндә лә ярай. Тиҙҙән бер мискә һыу килтерерҙәр, ә хәҙергә ошо һыуҙы йотоп тор – тамағың бик кипкәндер,– тип, атаһы ебәргән шешәләге әле эселеп бөтмәгән һыуҙы биргән.
Был һыу дейеүҙең тамағын сылатырлыҡ ҡына булһа ла үҙ эшен эшләгән. Яйыҡ йылғаһының саф һыуынан дейеүҙең бөтөнләй тыны ҡыҫылып, тонсоғоп үлеп ҡалды, шул арала Түҙемғол үҙенең иптәштәре менән дейеүҙең урлап йыйған бөтә байлығын аттарына тейәп алып, тыуған илдәренә ҡайтып киттеләр, ти.
Читайте нас: