+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
21 Апрель 2021, 09:05

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА

ДАНДАН БАТЫР (ДАУАМЫ)....— Ятып ҡалғансы, атып ҡал, — ти.Улар, кәрәк-яраҡтарын алып, юлға сығалар. Эй баралар, эй баралар, бара торғас, былар арыйҙар, бер яр ситенә туҡтап ял лтмәк булалар. Яр ситендә ҙур бер тирәк үҫкән була. Ҡараһалар, унда: «Кем дә кем ошо ағастың япрағын алып яралы ерен ыуа, яраһы уңала. Ботағынан яһалған уҡ атылһа, бөтә сихыр юғала», — тип яҙылған. Дандан бер тоҡ япраҡ өҙөп ала, уҡ өсөн күп итеп ботаҡ һындырып ала.Дандан менән хаким юлдарын артабан дауам иттерәләр. Баралар, баралар, бара торғас, ашарға аҙыҡтары бөтә. Тағы бер яр буйында туҡтайҙар. Дандан һунарға сығып китә. Урмандайөрөп ятһа, ҙур бер ҡара нәмә күреп ҡала. Яҡыныраҡ килһә,, бер ҙур ҡош икән. Ҡапыл ҡош Данданға башын бора ла, телгә килеп:— Ҡотҡар инде мине зинһар өсөн, мин һиңә ғүмерлеккә ҡол булыр инем, — ти. Был ҡош аждаһа утына янған икән. Дандан, тиҙ генә баяғы япраҡтарҙы килтереп, янған урынды ыуа башлай. Ни күҙе менән күрһен, ыуған ергә ҡауырһындар үҫә башлай. Шулай итеп, Дандан ҡошто үлемдән ҡотҡарып алып ҡала. Ҡош алдағы юлдың бик оҙон булыуын әйтә. ...

— Былай ғына барһағыҙ, ғүмер буйына осона сыға алмаҫлыҡ юл. Әйҙәгеҙ, үҙем ултыртып алып барам, — ти. Ҡош осор алдынан Данданға ҡырҡлап ҡыр кәзәһе әҙерләргә ҡуша, шулай булмағанда, оло диңгеҙ аша сығып булмаясағын аңлата. Улар ун көн буйы диңгеҙ өҫтөнән осалар. Ярға еткәс, ял итеп алғас, ҡош егеткә былай ти:
— Минең фәлән тау башында балаларым ҡалды, шуларҙы ғына күреп китәйексе.
Егет быға риза була. Баралар, ҡош балалары иҫән-һау була. Ҡош балаларына аҙыҡ килтерергә тип сығып китә лә, оҙаҡ та йөрөмәй, шыйлап килеп, кире ояһына төшә. Был ҡоштоң балаларын бер бөгөлһә, тау булған, бер һуҙылһа, ҡойроғо күренмәгән йылан килеп ашан китә торған булған. Әле лә шул йылан, уттар сәсеп, килә ята икән. Дандан, тиҙ генә булат ҡылысын ҡулына алып, ағас башына менеп ултыра. Йылан уның янынан уҙып барған саҡта ғына, ул ҡылысы менән уны урталай өҙә саба ла ҡуя. Йыландың ҡаны дарья булып ағып китә. Ҡош Данданға ҙур рәхмәттәр әйтә, күтәреп ала ла был урындан осоп китә. Хаким ҡоштоң балалары эргәһендә тороп ҡала.
Эй осалар былар, эй осалар. Оса торғас, ҡош:
— Алда сихырлы ут, сихырлы бейек тауҙар осрар, теге уҡтарыңды әҙерләп ҡуй, — ти.
Бара торғас, Дандан алда урғылып сығып ятҡан ут таҫмаһын күрә. Был ут кеше яҡынлаша башлаһа, һауаға тоташа икән. Шул ерҙә ҡош, телгә килеп:
— Әгәр ҙә ошо ут өҫтөндә осоп йөрөгән турғайҙы атып төшөрһәң, ут юҡ булыр, — ти. Дандан атып ебәргәйне, турғай өлтөрәп килеп төшә, шул арала ут та юҡ була.
Артабан китәләр. Бара торғас, ҡаялары күккә олғашып торған бейек бер тау күренә, тау башында, ҡош әйткәнсә, бер кеше тора. Дандан, әлеге тирәк уғын алып, был кешегә ата. Кешегә уҡтың барып тейеүе була, кеше лә, тау ҙа юҡ була, осо-ҡырыйы күренмәгән тигеҙлек барлыҡҡа килә.
Дандан артабан китә. Бара торғас, йәнә бер тау күрә. Бында өс ағай-эне йәшәгән була, уларҙың береһе Нәркәсте урлап киткән Ҡәһҡәһә икән. Ошо ерҙә ҡош Данданға:
— Нәркәс бына ошо тауҙа, — ти.Был тауҙа өс ишек була. Дандан килеп бер ишекте асып «бәрһә, бер ҙур дейеүҙең Нәркәс алдында йоҡлап ятҡанын күрә. Нәркәстең Данданды күреүе була:
— Йоҡоһонан уянмаҫ борон дейеүҙе үлтер, — ти.
— Йоҡлап ятҡан дошманды үлтереү егетлек түгел, — ти ҙә Дандан, ҡылысын табанына сәнсеп, дейеүҙе уята. Дейеү уянғас ҡына, Дандан уның башын сабып өҙә.
Дандан Нәркәсте тышҡа алып сыға. Нәркәс уға икенсе дейеүҙәрҙә лә тотҡонда йәшәүсе ҡыҙҙар барлығын әйтә. Дандан, Нәркәсте тышта ҡалдырып, икенсе ишектән эскә инә. Инһә, бер дейеү Мәликәбаныу исемле ҡыҙҙың тубығына башын һалып, йоҡоға талған. Мәликәбаныуҙың үтенеп һорауына ҡарамаҫтан, Дандан дейеүҙе йоҡоһонда үлтерергә риза булмай. Ул дейеүҙе ҡылысы менән төртөп уята ла сабып үлтерә. Мәликәбаныу менән Дандан был дейеүҙең дә үлтерелеүенә ҡыуанып тышҡа сыҡһалар, Нәркәс урынында юҡ. Дейеүҙәрҙең иң кеселәре Нәркәсте үҙенең өйөнә алып ингән дә ишек урынын ҙур бер таш менән ҡаплап ҡуйған икән. Дандандың быға бик асыуы килә. Ташты шыуҙырып, ишекте асһа, дейеү килеп сыға ла Данданды һыуға ташларға уйлай. Ошо ваҡыт Мәликәбаныу дейеүҙе ҡылысы менән үлтерә саба. Шул арала ҡайҙандыр дейеүҙең әсәһе бер әбей ҡиәфәтендә килеп сыға. Ҡош, быны күреп, Данданға:
— Хәҙер үк әбейҙе ат! — тип ҡысҡырып ебәрә. Дандандың атыуы була, әбей шундай әсе тауыш менән ҡысҡырып ебәрә. Уның тауышына бөтә ер дейеү-пәрейҙәр менән тула. Был дейеү-пәрейҙәрҙең ҡойроҡтары һауа менән тулы ҡыуыҡтарҙан тора икән, шуға улар бик шәп осалар. Дандан уғы менән берәм-берәм теге пәрейҙәрҙең ҡыуығын тишә атып тора, Мәликәбаныу төшкән бер дейеүҙең башын өҙә сабып тора. Улар һуңғы пәрейҙе юҡ иткәс, улар янына ҡош килеп етә. Бөтәһе лә сәмреғошҡа ултырып, юлға сығалар. Бер аҙ ваҡыт үткәс, хаким янына ла килеп етәләр. Хаким бик шатлана, ҙур шатлыҡтан улар «с көн, өс тән бында ҡунаҡ булалар. Дүртенсе көн Мәликәбаныу Данданға былай ти:
— Һин мине ҙур бәләнән ҡотҡарҙың, инде бер һорауымды үтәһәң, һинең менән мәңге бергә булыр инем. Минең ун ике йыл буйына күрмәгән атайым янына барайыҡсы, — ти. Шулай ти ҙә Мәликәбаныу дүрт бөртөк сәсен алып яндырып ебәрә. Былар янына дүрт күгәрсен дүрт осонан тешләп балаҫ килтереп йәйәләр. Дандан, хаким, Мәликәбаныу менән Нәркәс, сәмреғошҡа ҙур-ҙур рәхмәттәр әйтеп, хәҙер теге балаҫҡа ултырып осалар. Күҙҙәрен асыуға, балаҫ уларҙы ҙур бер ҡала ситенә килтереп төшөргән була. Хәҙер былар нисек батшаға барып күренергә тип баш вата башлайҙар. Күп кенә уйлағандан һуң, Данданды батшаға күрәҙәсе итеп ебәреп, ҡыҙының бөгөн киләсәген әйттерәләр. Батша тәүҙә ышанмай, шулай ҙа күрәҙәсенеңбыл һүҙҙәре ысын булып ҡуйһа тип, ҡыҙын ҡаршы алырға әҙерләнә башлай.
Күп тә үтмәй, ҡыҙ иптәштәре менән балаҫ өҫтөндә батша кәртәһенә килеп төшә. Батша тәүҙә үҙ күҙенә үҙе ышанмай тора. Аҙаҡтан ҙур мәжлес ойоштора, Данданға үҙенең ҡыҙын бирә. Дандан бында оҙаҡ тормай: Нәркәс тә бит үҙ йортона ашыға. «Нәркәсте бөтөнләйгә юғалттыҡ», — тип ҡайғырып ултырған ваҡытта, ата-әсәһе янына Нәркәс, Дандан, уның иптәштәре килеп инәләр. Нәркәсте Данданға икенсе ҡатынлыҡҡа биреп, бында ла аҙнаға яҡын байрам итәләр.
Аҙаҡ килеп, Дандан үҙ атаһы янына ҡайтырға була. Улының иҫән-һау булыуын, өҫтәүенә ике килен дә алып ҡайтыуын күргәс, атаһы бик ныҡ шатлана.
Хаким Данданға:
— Дандан, һинең егетлегеңде күрҙем, инде минең ҡыҙымды ла өсөнсө кәләш итеп ал, — ти. Дандан хакимдең ҡыҙын да ала. Бик ҙур туй яһап, өс батшалыҡҡа хужа булып, Дандан әлегә көнгә тиклем йәшәй, ти.
Читайте нас: