Бер төндө ҡыҙ ҡапыл уянып китә.Тышта ниндәйҙер тауыш, шау-шыу ишетелә.Тәҙрәнән ҡараһа, ишек алдына бик күп микробтар йыйылған икән. "Ошо өйҙә йыуынырға яратмаған бер ҡыҙ йәшәй икән.Беҙ уны үҙебеҙ менән алып китәбеҙ, батшабикә итеп ҡуябыҙ", - тип ҡысҡыралар икән. "Эйе, беҙ шундайҙарҙы яратабыҙ, бысраҡлыҡ иленең иң түренә ултыртып ҡуябыҙ!"- тип өйгә инергә әҙерләнәләр икән,ти.Ҡыҙ ҡурҡыуҙан илап ебәргән.Тик өйҙәгеләр барыһы ла тәрән йоҡола, бер кем дә уянмаған. Бәхеткә ҡаршы. ҡыҙҙың илағанын ишетеүселәр табылған.Өйҙәге хуш еҫле һабын , ҡулйыуғыстағы йылы һыу ҡыҙға ярҙамға килгән.Һабын елеп кенә микробтарҙы уратып түңәрәк һыҙған.Шунан уларҙың өҫтөнән оса башлаған.Һабын артынан йылы һыу ҙа үҙенең эшенә керешкән.Шулай итеп улар барлыҡ йыйылған микробтарҙы юҡ иткәндәр.Ә ҡыҙыҡай , ҡулйыуғыс янына йүгереп килеп, хуш еҫле һабынға, йылы һыуға ҙур рәхмәттәрен еткергән.Быларҙың барыһын йомшаҡ таҫтамал ишетеп торған.
Эйе, дуҫтар, таҙалыҡ- һаулыҡтың беренсе баҫҡысы. Ә һаулыҡ- иң ҙур байлыҡ.
Әкиәт тамам.Тик ҡулдарҙың да, уйҙарҙың да, беҙҙе уратып алған донъяның да таҙалығы тураһында онотмайыҡ, ҡәҙерле балалар!