– Һаҡау, һаҡау... Һаҡау менән уйнамайбыҙ. Һаҡауҙы уйнатмайбыҙ.
Улар ҡаса. Әлфирәнең күҙҙәренән йәштәр тама. Яңғыҙ ҡалғас, ҡыҙ илай-илай «эр» өнөн әйтергә тырыша. Килеп сыҡмай. «Эр»лы һүҙҙәрҙе тырышып-тырмашып ҡысҡырып ҡабатлай. Юҡ, булмай.
Ағай-апайҙары Әлфирә менән уйнамағас, яңғыҙ ултыра инде!.. Йә кәртә башында, йә мунса алдында, йә умарта баҙының баҫҡысында. Яңғыҙ ҡалһа, тағы «эр»лы әйберҙәрҙе ҡысҡырып атарға тотона. Килеп сыҡмағас, бөтә өндәрҙе берәмләп тә, ҡушып та ҡабатлап ҡарай. “Эр” өнөн әйтә алмағас, ҡатыраҡ яңғыраған “ж”, “ш” өндәренә көс төшөрә, уларҙы ҡабатлай торғас, хатта тауышы бөтөп китә.
Шулай бер йәй буйы теш үтмәҫ «эр» менән көрәште. Яңғыҙ ҡалып ултырыу ҡыҙға йыш эләгә. Өлкән ағаһы менән апаһы әсәйҙәре менән бесәнгә китә, икенсе апаһы ҡустыһын йоҡлата. Үҙе үҙенә баш, үҙенә түш булып, «эр» өнө менән алыша. Тырыша торғас, барыбер әйтте уны! Башта үҙ ҡолағына ышанмай торҙо. Тағы ҡабатлап ҡараны. Сыға! «Эр»лы һүҙҙәрҙе теҙҙе. Килеп сыға бит! Бер кемгә лә өндәшмәй, көн буйы «эр»лы һүҙҙәрҙе үҙ алдына ғына әйтеп йөрөнө. Ә шатлығы эсенә һыйманы. Кем менән бүлешергә икән? Бесәнселәр ҡайтҡас, әсәһенә ҡаршы йүгерҙе:
— Әсәй, әсәй! Хәҙер мин «эр» тип әйтә беләм! Бына әйтәйемме? Минең исемем – Әлфирә! — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
Әсәһе йылмайып ҡыҙының арҡаһынан һөйҙө:
Түбәһе күккә тейҙеме ни Әлфирәнең! Ағай-апайҙары ла уны уратып алды.
— Хәҙер уйнарға яраймы? — тип һорайҙар, юрый “эр” өнөнә баҫым яһап.
— Әлфирә, Әлфирә, “эр”ҙың кәрәген бирә!
Әлфирә ҡыуанып улар артынан ҡабатлай.