-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
10 Апрель 2021, 11:05

ӘСӘЙ, УҠЫЙЫҠ ӘЛЕ!

ЯГУАР ҺӘМ ЯМҒЫР(Бразилия халыҡ әкиәте) Бразилия илендә булған, ти, был хәл. Көндәр эҫе торған. Кискеһен ауыл халҡы гамак элеп, шунда йоҡларға йыйынған. Яҡында ғына йөрөгән ягуар өй янына яҡынлашҡан.- Эй, ягуар, һин бында ни эшләп йөрөйһөң? — тип ҡыҙыҡһынған уның ҡаршыһына килгән ямғыр.- Мин ауыл халҡын ҡурҡытырға килдем. Күрәһеңме, улар асыҡ һауала йоҡларға йыйына, - тигән ягуар.- Дуҫ, ә кешеләр бит һинән күптән ҡурҡмай!- Нисек инде ҡурҡмайҙар? Улар минең тауышты ишетеү менән, табандарын ялтырата. Ә һин иғтибар менән ҡарап тор.Ягуар, ауыл яңғыратып, үкереп ебәргән. Ә кешеләр үҙ-ара:- Яңы сумкама тире йөрөй. Иртәгә атып алырбыҙ, - тип һөйләшкән.Ямғыр ни ишеткәнен түкмәй-сәсмәй ягуарға һөйләп биргәс, ул:- Әхирәт, һин үҙең ҡурҡтың түгелме кешеләрҙән? – ти икән.

- Юҡ. Улар минән нығыраҡ ҡурҡалар, — тигән ямғыр. Ышанмаһаң, әйҙә, тикшереп ҡарайыҡ. Минең тамсыларым ергә тыпылдай башлау менән, тышта бер кем дә ҡалмаясаҡ. Ә хәҙер һинең сират - кешеләрҙең ни әйтеүен тыңла!
Ягуар өй янына барып боҫҡан. Тирә-яҡты ҡара болоттар баҫып алған. Көслө ел күтәрелгән. Ямғыр яуа башлай. Кешеләр:
- Ямғыр килә, ямғыр! — тип ҡысҡырышҡан.
Ә ямғыр ҡойоп, күнәкләп яуа ла башлаған. Кешеләр тиҙ генә гамактарын сисеп, өйгә инеп юғалған. Ямғыр:
— Күрҙеңме, дуҫ? Кешеләр һинән түгел, ә минән ҡурҡа!
Гамак - ял итеү өсөн бауҙан үреп яһалған аҫмалы сәңгелдәк.
Читайте нас: