+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
9 Апрель 2021, 12:05

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА

Гөлсимә ИШТАНОВАБөртөк(әкиәт) — Уй-уй-уй!.. Ярҙам итегеҙ! — тип ҡысҡырып ебәрҙе бәләкәй генә Ҡар бөртөгө. — Ни булды? — Ел-егет бәләкәсте эләктереп алды ла күтәреп болотҡа һалды. — Минең ҡанат остарымды күрәһеңме? Боҙола башланы! Мин ирейеееем… — тип бәләкәс сеңләй башланы. — Һа-һа-һа! — уны ишеткән ҡарт болот көлә башланы. Хатта бөтөн күк һелкенгәндәй булып дөрһөлдәне. — Бәләкәс! — Ел ҡар бөртөгөн һөйөп алды. — Ҡурҡма, һин иремәйһең, һин тамсыға әйләнәһең. — Тамсы? Юҡ, мин тамсы булғым килмәй!..

Улар ергә төшөп юғала, ә минең юғалғым килмәй! Матур ғына булып ергә төшөп ятҡым килә, шыршыға ҡунғым килә! — бәләкәс бер туҡтамай тытылданы.
— Бөртөк, туҡта әле, мине тыңла, — Ел бәләкәсте саҡ тымыҙҙы. — Ана, ергә ҡара әле! Күрәһеңме, һинең кеүек бәләкәй генә сәскәләр, үләндәр баш күтәргән? Ә хәҙер ағастарға ҡара. Унда һинең кеүек бәпес кенә бөрөләр. Һинең кеүек тиһәм дә, улар һинән дә бәләкәй, яңы ғына тыуған.
Бөртөк ергә ҡарап ҡупшы керпектәрен “елп-елп” итеп ҡарап торҙо. Тәмле йоҡоларынан күҙҙәрен ыуа-ыуа уянған йәшел күҙле бәпестәргә иҫе китте.
— Ииии генәләрҙе! — тип тотоп ҡына һөйгөһө килеп китте.
— Бөртөк, уларға һин кәрәк.
— Мин?
— Улар асыҡҡан. Һыу кәрәк уларға. Һин тамсы булып төшһәң яндарына, йәшел бәпестәр үҫеп күтәрелеп китә. Ҡайғырма, һин юғалмайһың, парға әйләнәһең. Һин бар, тик кеше күҙенә күренмәйһең. Шунда инде һине ҡабат ошонда, Күк әсәйең һәм Болот ҡартатайың янына күтәрермен.
Бөртөк тағы керпектәрен “елп-елп” итте.
— Бөртөк, һин бөгөн ҙур үҫтең. Тамсыға әйләнеү шулай тип атала.
— Боҫҡа әйләнһәм дә ҙур үҫәмме?
— Ууу, унда инде һин еткән ҡыҙ булаһың. Томан тип исемләйҙәр уларҙы. Йә, ризаһыңмы?
Бөртөк үҙен ебәк күлдәк кейгән оҙон толомло Томан итеп күҙ алдына килтерҙе. Тиҙерәк үҫеп буй еткергеһе килде. Шуға:
— Риза! — тип Ел-егеттең беләгенә ултырып Ергә һикерҙе.
Ә унда мөлдөрәшеп кенә күҙҙәрен асҡан умырзаялар, бәрхәт кенә бөрөләр, сәпелдеге килеп, ямғыр тамсыларын имә ине. Бөртөк нәҙек кенә тояҡлы бер үләнгә төштө.
— Исемең кем, бәпес?
— Бәпкә үлән!
— Ииии, ҡалай исемең үҙеңә тап килә, бәпкә!
Бөртөк леп-леп килгән бәләкәсте үҙенең тәмле һуты менән туйындырҙы, һөйөп-наҙлап туйманы. Бәпкә үлән, үҙе бәләкәй генә булһа ла, бигерәк көслө, сыҙам булып сыҡты. Бөртөк, Томанға әйләнеп, ҡабат күккә күтәрелгән йәйҙә ап-аҡ сәскәләрен болғап оҙатып ҡалды.
Читайте нас: