— Һин бәләкәйҙән бигерәк аҡыллы булдың. Бер йәшең дә үк уйынсыҡтарыңды үҙең йыйҙың. Ҡурай тауышын ишетһәң, сәпәкәй итеп бейей, әкиәт батырҙарын яттан белә, ә ҡайһы саҡ көлдөрөп тә ала инең.
— Мин һине яратып: “Зөлфиә тәмле, ҡолағын ҡабайым әле!” тим, ә һин: “Юҡ, тәмле түгел!” тип яуаплайһың. Йә ултырғысҡа менеп баҫаһың да: “Ҡарағыҙ, мин ниндәй ҙур!” тип маҡтанаһың. Ә үҙеңә кәрәккәндә: “Мин бәләкәй ҙә инде – бәләкәй ҡалаҡ бирегеҙ, бәләкәй тәрилкә...” — тиһең.
— Атай, ә нисек миңә, ысынлап, тиҙерәк үҫергә? – ти ҡыҙ тағы иркәләнеп.
— Әсәйеңә ҡустыңды ҡарашырға ярҙам итһәң, үҫкәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың.
Ҡыҙ, әсәһенә үпкәһен онотоп, балалар бүлмәһенә йүгерә:
— Бына ҡара! Мин ниндәй ҙур. Һин дә үҫерһең. Һиңә лә тыуған көнөңә матур күлдәк алып әпирерҙәр. Тыңлаһаң, әкиәт тә уҡырҙар...— тип мыжыған ҡустыһын бәүетә башлай.
— Күрәһеңме, ниндәй ярҙамсың бар. Инде минең кәрәгем дә булмаҫ инде, — ти атаһы шаяртып әсәһенә.