Ҡурҡып уянып китеүем булды, төшөм дә ҡайҙалыр юғалды. Күпме генә йоҡларға тырышһам да, кире килмәне. Ул башҡа миңә инмәҫ инде, тип ҡайғырып ултырам.
Дуҫы һөйләгәндә сысҡан Уҡ та үҙенең күргән төштәрен уйлап ултыра, тик береһе генә лә иҫенә төшмәй. Ә үҙе Йофарбайҙы күҙәтә. Теге ауыр итеп көрһөнгән һайын уның томшоҡ мороно йә уңға, йә һулға тәгәрәп төшә. Был килбәтһеҙ оҙон танауҙы тиҙ генә онотормон тимә. Шунан, ҡапыл нимәлер иҫенә төшкәндәй, мут ҡына йылмайып:
— Йә, дуҫҡайым, һин ятып йоҡларға тырыш, ә мин һиңә ярҙам итеп ҡарайым, — тип китеп тә юғала.
- Нисек йоҡлайым? Һин ҡайҙа?.. — тип Йофарбай ояһына инеп китә.
Ә сысҡан иһә, юлда осраған теге аҡ әйберҙең дуҫының төшө икәнен аңлап, шул яҡҡа табан елдерә. “Ваҡ сәскәләр, ағас ботағы, юҡ-юҡ... был яҡта түгел. Көтөүсе муҡсайы, кейәү үләне, бейек үләндәр, эйе, ошо — дөрөҫ юл”, — тип һөйләнә ул.
Ә Төш иһә, үлән ҡосаҡлап, һаман да йоҡлай икән. Сысҡан Уҡ үләнде тешләп өҙә лә ипләп кенә тегене Йофарбайҙың ояһына табан шыуҙыра башлай. Йоҡосо ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә лә, үләнгә тотонған килеш бәрелә-һуғыла һөйрәлә бара. Бына ҡыуыш та күренә. Хужаһы бупылдап нимәлер һөйләнә.
— Күҙеңде йом да, төшөңдө уйла! — тип бойора Сысҡан Уҡ дуҫына.
- Ярай, тырышырмын, — ти Йофарбай.
Сысҡан Уҡ болот-төштө ипләп кенә үләндән ысҡындыра ла, ишекте яба. Күпмелер ваҡыт уҙғас, ҡыуышты асып ҡарарға була. Унда Йофарбай йылмая-йылмая, төрлө төҫтәр менән йылҡылдап янып торған төштәр күреп, тын ғына йоҡлай ине. Дуҫына ярҙам иткән Сысҡан Уҡ күңелләнеп үҙ юлын дауам итә.
Йофар — Выхухоль (рус.). Ҡыҙыл Китапҡа ингән. 18-22 см оҙонлоҡтағы, яр буйында ҡыуыш ҡороп йәшәүсе һыу йәнлеге.