+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
5 Апрель 2021, 12:01

БӘКЕ. Әкиәт. Рәмзәнә Әбүталипова

Бер ваҡыт бөтәһе бер өҫтәл тартмаһында татыу ғына йәшәгән Бысаҡ, Ҡайсы, Беҙ, Борғос, Һауытасҡыс бәхәсләшеп киткәндәр, ти.Бысаҡ әйтә:– Ни генә тиһәгеҙ ҙе, ағай-эне, хужалыҡта минән дә күп ҡулланылған эш ҡоралы юҡ инде ул! Кешеләр өсөн ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле икмәкте телеү өсөн генә лә Хужабыҙға көнөнә кәмендә өс-дүрт тапҡыр ярҙамға мин киләм. Ә һуң картуф әрсеү, йәшелсә таҙартыу, ит турау, һалма ҡырҡыу!.. Ҡуй, һанап ялҡытып та тормайым үҙегеҙҙе!

– Булһа һуң! – тип бүлдерҙе уны Ҡайсы, ике йәбен кайсылап. – Беҙ, – тине ул алғараҡ сығып, – кейемен дә бесәбеҙ, тырнағын, ҡағыҙын да киҫәбеҙ. Беҙ икәүләп!.. Беҙ!.. Беҙ!..
Уға артабан бер һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй, Беҙ һикереп торҙо:
– Нимә һин, Ҡайсы, «беҙ» ҙә «беҙ», тип ауыҙ һыуыңды ҡоротаһың?! Бына мин ул «Беҙ»! Хужа минән башҡа итеген дә, ҡатаһын да тегә алмай! Ә инде төрлө сумка-сумаҙандарҙы йүнәтеү тураһында әйтеп тораһы ла түгел!
– Белгегеҙ килһә, – тине Борғос, – беҙ йәшәгән тартма ла, йорттағы бөтә йыһаз да минең ҡарамаҡта. Уларҙың шөрөптәре бушап китһә, мин ярҙамға киләм!
– Һе, таптылар маҡтаныр нәмә! Өйҙә ни, кем дә шәп! Ә бына Бысаҡ менән мине Хужабыҙ ҡайҙа ғына сәфәр сыҡмаһын, үҙе менән бергә ала, – тине Һауытасҡыс. – Беҙ булмаһаҡ, Хужа ас йөрөр ине әле юлда...
Эш ҡоралдары шулай, хатта үҙ бурыс-эштәрен дә онотоп, бәхәсләшкәндәр ҙә бәхәсләшкәндәр...
Уларҙың шау-шыуын тыңлап ялҡҡан Хужа бер көн быларҙың һәр береһен бер ояға индереп бикләгән дә:
– Бына хәҙер бөтәгеҙ бергә бер ҡорал булдығыҙ, – тип кеҫәһенә һалып та ҡуйған. Бер аҙ ултырғас, яңы эш ҡоралын усына алып, – Исемең «Бәке» булыр! – тип өс тапҡыр ҡабатлаған.
Бына шулай бәхәсләшергә яратҡан Бысаҡ, Ҡайсы, Беҙ, Борғос, Һауытасҡыс бөтәһе бергә күп йәпле Бәкегә әйләнгән дә ҡуйған, ти.
Ҙур тартмала, шау-гөр килеп, бергә йәшәгән саҡтарын иҫләп, һәр ҡорал үҙенең тар ғына ояһында моңая, ти хәҙер. Күпме генә тырышһалар ҙа, күршеләрен күҙҙәренең ҡырыйы менән генә булһа ла күрерлек түгел, ти. Сөнки Хужа, кеҫәлә лә бәхәс ҡупмаһын, типтер инде, тегеләрҙе эшкә тик берәмләп кенә ҡуша, ти, шул. Бер ҡорал эшләгәндә, ҡалғандарын усында ҡымтып тотоп уҡ тора, ти.
Шул булалыр инде, «Тартай теленән таба» тигәндәре.
Читайте нас: