+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
3 Апрель 2021, 14:30

ӘКИӘТ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ

ҺЫРТЛАН МЕНӘН ТАШБАҠА(Маконде халыҡ әкиәте)Бер заман урманда янғын сыҡҡан. Ҡоро үлән шытырлап яна башлаған. Хайуандар, уттан ҡурҡышып, ҡасыу юлы эҙләгән. Ташбаҡа ла башҡаларҙан ҡалышмаған. Тик бәләкәй аяҡтары менән алыҫ китә алмаған шул. Ә янғын яҡынайғандан-яҡыная икән. Ут меҫкен ташбаҡаны үҙ ҡосағына алам-алам тип ҡуя, ти. Шул ваҡыт уның ҡаршыһына һыртлан килеп сыға.- Дуҫ, зинһар, уттан сығырға ярҙам итсе! — тип ялбарған ташбаҡа.Ә һыртлан, мыҫҡыл итеп көлгән дә, юлын дауам иткән.Ҡараһа, ҡаплан йүгереп китеп бара. Ташбаҡа унан да ярҙам һораған. Ҡаплан ташбаҡаны күтәреп алған да иң оҙон ағастың башына ултыртҡан. Янғын үткәндән һуң килеп, ағас башынан төшөргән.- Һин изге күңелле. Бәлә килгән саҡта мине ташлап китмәгәнең өсөн — минән һиңә бүләк! — тигән дә ташбаҡа көлдө һыу менән бутап, ҡапландың тиреһенә семәрләп, ҡара төҫтәр менән биҙәктәр төшөргән.Һыртлан ҡапландың тиреһен күргәс:- Дуҫҡай, бындай матур кейемде ҡайҙан алдың? — тип ҡыҙыҡһынып һораған.- Минең әхирәтем ташбаҡа бүләк итте, — тигән.Һыртлан да бүләк артынан ташбаҡаға йүгергән. Ҡапландыҡы кеүек матур кейем һораған, тик ташбаҡа:— Һин яуыз күңелле, шуға ла минең бүләгем ҡылығыңа ярашлы, — тигән дә һыртландың тиреһенә ҡара төҫтә ҡурҡыныс һыҙыҡтар һыҙып сыҡҡан.

Һыртлан - гиена
Ҡаплан – леопард
Маконде — Африкала Танзанияның көньяғында, бер өлөшө Мозамбик иленең Лукуледи һәм Рувума йылғаларының төньяҡ-көнсығышында йәшәгән халыҡ. 1,5 млн күберәк кеше иҫәпләнә.
Читайте нас: