Апайым хәйләкәр йылмая. Күҙен ҡыҫа биреп:
— Атайҙың салбар кеҫәһендә күп. Уларҙың сыңлап-сыңлап киткәнен ишеткәнең юҡмы ни?
— Ул йоҡлар алдынан салбарын сисеп, ултырғысҡа һала. Шунда сылтырағаны ишетелә. Кейенгән саҡта, кеҫәһендәге аҡсалары төшөп китеп, карауат аҫтына ла тәгәрәй, — ти апайым.
Кисәге тәмлекәстәрҙең тәме һаман да минең тел осонда тора кеүек! Барыһы ла йоҡлап бөткәс, карауат эргәһенә барып, атайымдың салбарын ҡулыма алып та өлгөрмәнем, тәңкәләр сыңлап иҙәнгә ҡойола башланы. Гүйә улар:
— Урлашырға ярама-айй! – тип иҙән буйлап тәгәрәнеләр. Тауышҡа атайым уянды. Мин, шаңҡып, урынымда ҡатып тора инем, ул башын ҡалҡытты ла:
— Бар, йоҡла, бында ни эшләп тораһың? – тине аптырап. Шунан ғына миңә йән инде. Нисек урыныма барып ятҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Һабаҡ булды миңә: урлашыу башҡаса уйыма ла инеп сыҡмай!