һимеҙ баҡа, һимеҙ баҡа! — тип сәрелдәне. Уға башҡалар ҡушылды. Күмәкләп "Һимеҙ баҡа, һимеҙ баҡа!" —тигән тауыш урамды яңғыратты. Мин баҡаның һимеҙен түгел, ябығын да күргәнем булмаһа ла:
— Һимеҙ баҡа! – тип ҡабатланым.
Ул мәлгә әбей уфылдай-уфылдай, таяғын туҡылдатып, беҙгә бөтөнләй яҡынлашты.
— Ах, мин һеҙҙең кәрәгегеҙҙе бирәйем әле! – тип, таяғын болғап, балаларға килә башланы. Ләкин береһе лә тотторманы, барыһы ла ҡасышып бөттө. Мин дә ҡасырға уйлағайным, аяҡтарым тыңламаны. Урамда бер үҙем тороп ҡалдым. Таяғын алға һоноп, балалар баҫтырып йөрөгән инәй, мине күреп, туҡтап ҡалды. Шунан баҡса буйынан итәге менән кесерткән өҙөп алып:
— Бына һиңә! Бына һиңә! – тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай, мине кесерткән менән һыҙырырға тотондо. Мин ҡысҡырып илап ебәрҙем.
— Ҡабат әйтәһеңме? Ҡабат әйтәһеңме? —тип һамаҡлай-һамаҡлай саҡтырҙы ул мине кесерткәндән. Сағылмаған ерем ҡалмағандыр. Бөтә балаларҙың үсен бер миңә төшөрөп, Һәтҡи әбей китеп барҙы. Мин урынымда нисек торғанмын, шул ерҙә илап тороп ҡалдым. Әбей күҙҙән юғалғас, ҡапҡа башынан төшөп, апайымдар яныма килде.
Кис көнө сабыртҡан ерҙәремде күрһәтә-күрһәтә, әбейҙе әсәйемә ошаҡланым. Ул:
— Бушҡа һыҙырмағандыр әле, нимә булды һуң? – тине. Әсәйем, әүлиә тиерһең, бөтәһен дә белеп тора. Мин, шуны ғына көткәндәй:
— Һәтҡи әбей, һимеҙ баҡа, һимеҙ баҡа, тинек!
— Оло кешегә шулай әйтәләрме ни?! – тине.
Кесерткәндең урыны оҙаҡ әрнене. Уның әсеһе "башҡаларға эйәреп, ололарҙы үсекләмәҫкә" тигән һабаҡ бирҙе миңә.