+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
1 Апрель 2021, 15:05

КӨЛӨП АЛАЙЫҠ ӘЛЕ!

КөләмәстәрБер көндө Айгөлгә өләсәһе:- Ҡартатайың хәҙер анау оло юлдан ҡайтып төшөр, — тине.Айгөл юлға күҙ һалды ла:- Ә йәш юл ҡайҙа? — тине. * * *Эштән өшөп ҡайтҡан атаһы Фәриткә:- Ҡолаҡтар ҙа, ҡулдар ҙа өшөнө, — ти.Ә Фәрит уға:— Тиҙерәк кенә сисен дә торбаға һалып йылытайыҡ, — тип яуап бирә.

* * *
Өләсәһенең кеҫәһенән ҡулъяулығы төшөп барғанын күреп, кескәй Миләүшә ҡысҡырып ебәрә:
- Өләсәй! Ҡулъяулығың йығыла бит!
* * *
Бәләкәй Нәфисәгә:
- Апай, ниңә йоҡламайһың? — тип һорай.
- Йоҡо килмәй, — ти апаһы.
- Улай булғас, әйҙә, икәүләшеп йоҡоно үҙебеҙгә саҡырайыҡ. Хәҙер килеп етер ул, — тигән Нәфисә.
* * *
Йәшенмәк уйнағанда Айрат Моратҡа:
- Һин күҙеңде йомоп тор, мин йәшенәм, — тигән.
- Күҙемде йомғас, һинең ҡайҙа ҡасҡаныңды мин нисек күрәм һуң? — тигән Морат.
* * *
Үтеп барыусы апай бәләкәй ҡыҙҙан:
- Һинең исемең кем? — тип һораған.
Ә ҡыҙыҡайҙың әхирәте:
— Исемеңде әйтмә, Гөлназ! — тигән.
* * *
Илшатҡа атаһы шар алып бирҙе. Малай урамға сыҡҡайны, һауа тултырылған шары осто ла китте. Илшат илай-илай:
- Ҙурайғас, космонавт булғас, тотоп алырмын әле, — тине.
Миңлегөл ТАЙСИНА әҙерләне.
Читайте нас: