-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
1 Апрель 2021, 11:05

ХИКӘЙӘЛӘР ДОНЪЯҺЫ

Барыҫ Әсәһе Айратҡа бесәй балаһы алып ҡайтты.- Һеләүһенде юҡҡа ҡырағай бесәй тимәйҙәр. Һеләүһен һымаҡ, - тине ағаһы, уны һыйпап. - Әммә ул ҡырағай. Һаҙҙың ҡуйы шырлығында йәшәй. Кешеләргә күренмәй тиерлек. Атлас тигән китапта тағы бер бесәй кеүек йәнлек бар. Юлбарыҫ исеме. Башы йоморо, ҡолаҡтары текә. Томшоғона тиклем бесәйҙекенә оҡшаған. Мыйыҡтары ла. Ә күҙҙәре һуң? Тырнаҡтары? Осло, кәкре. Улар һаҙлыҡҡа утынға төштөләр. Кемдер:- Мырррау! Мырррау! Мырррау! - тине.- Кем ул?- Елкәңә ырғып ҡуймаһын! Һеләүһен! - тине атаһы. Ҡайтҡас Айрат атластан тағы ҡырағай йәнлектәрҙе ҡараны. Ул юлбарыҫты күрҙе лә:- Быныһы бесәйҙең олатаһымы? – тип һораны. Бөтәһе лә ҡысҡырып көлдө. Ысынлап та, һеләүһен, бесәй, юлбарыҫ – барыһы ла бесәйҙәр ғаиләһенә ҡарай икән.- Юлбарыҫ, барыҫ. Барыҫ! Барыҫ!Айрат бесәйен «Барыҫ» тип атарға булды. Уныһы малайға килеп һырпаланып, йомшаҡ мороно менән төрткөләне. Айрат уны һыйпаны. Бесәй иркәләп мыраулап ҡулдарын яланы.- Бес, бес, бес! Мә, һөтөкәй!Бәләкәй Барыҫ һөттө эсеп, һауытын яланы. Тәпәйҙәре менән башын, йөҙөн, ҡолаҡтарын һөрттө. Мыррр... Мыррр... Мыррр... Ҡойроғон артҡы тәпәйҙәре араһына йәшерҙе лә йоҡоға талды. Бөгөн сысҡан тотто. Табышы – уймаҡ сысҡан. Ебәрһә – ҡаса. Үҙе күҙен йома. Күрмәй, имеш. Хәйләкәр ҙә икән. Үҙенә тарта. Уймаҡ сысҡаны сыйылдай. Уймаҡ-сысҡан – уйынсыҡ! Барыҫ улай-былай тәгәрәтә, арҡаһына ятып, өҫкә лә ырғыта. Уйнап туйғас, тәмләп ашаны. Барыҫ кәртә-ҡуралағы ҡомаҡтарҙы ла тота башланы. Ул – һунарсы.

“Бес - бес - бес!” Бесәй ҡайҙа? Ырҙынға сыҡты. Ана, Барыҫы! Уррра! Тик... Аяғын һөйрәтеп, көскә атлай. Яраланған! Кемдер тиреһен һыҙырған! Күҙҙәрен сапсыған!
- Барыҫ! Барыҫ! Барыҫ! Мә, тәмле һөт. Һауыҡ! Ииии.
Алаҡайҙың һөтө килеште. Сысҡансыл бесәй йүнәлде. Бөгөн иң оҙон йәйге көн. Йоҡоға тарта. Хыррр, хыррр, хыррр... Барыҫы ла йөнтәҫ ҡойроҡ юрғанын ябынып йоҡларға ятты.
- Лау! Лау! Лау!
Аҡтырнаҡҡа ни булған? Батырша уянып, кирелеп-һуҙылып, ҡапҡа эсенә сыҡты. Өс-дүрт аҙым атланы. Был нимә ул? Ҡыҫҡа сыбар арҡан. Тик арҡан шыуыша. Йылан! Атларғамы? Ни эшләргә белмәй туҡтаны. Ниңә йылан урамға сыҡмай? Ниңә уға юл бирмәй? Үлгәнгә һалышҡан. Сағырға уйлаймы? Аҡтырнаҡ бәйле шул. Барыҫы ҡайҙа?
- Йылан! Сыбар! Ы - ы - ы...
Барыҫ! Барыҫ йыланға ташланды. Нисек тә булһа башынан эләктерергә кәрәк. Башына ырғыны. Йылан башын улай-былай борғослай. Сыбар Барыҫын ҡойроғо менән туҡмай. Эх, нисек тә башын тотҡанда?! Яуыз башын бирмәй шул! Ҡойроғо менән бесәйен туҡмай. Тарх! Саң-туҙан борхой. Был Барыҫҡа уймаҡ сысҡан түгел шул... Яуыз ҡойроғо менән һуғыша! Башы шыумалаҡ, үтә лә бәләкәй. Барыҫ та, сыбар ҙа хәлһеҙләнде. Көстәр тигеҙ түгел. Һыуҙан ҡайтып килгән күрше инәй тауышҡа килеп инде лә таш менән йыланды туҡмай башланы. Сыбар һуҙылып ятты. Айраттың дуҫына шул ғына кәрәк. Аңғармаҫтан башынан эләктереп өҙөп ташланы. Ауыҙы тулы ҡан булды.
Барыҫ йылға буйына сапты. Уның артынан дуҫы. Бесәйе оҙаҡ ҡына һыу эсте. Ағаһы бесәндән ҡайтты. Атласты асып ҡараны. Сыбар йылан ағыулы тиелгән.
Барыҫ – Айраттың ысын дуҫы.
Читайте нас: