Йәмле йәшел йәй етте. Ҡашҡа ҙурайҙы. Малдарҙы көтөүгә ҡыуҙылар. Зөбәйлә кискеһен малдарҙы теүәлләргә ялан кәртәгә сыҡты. Ҡашҡа күренмәне. Ул бер мөйөштә тора. Баҡһаң, боғаҙынан тешләгәндәр.
Серҙе көтөүсе атаһы систе. Таңда ҡайтһа, кәртәнән бүре сығып ҡасҡан.
- Белдем! - тип Зөбәйлә ҡысҡырып ебәрҙе. - Ҡашҡа бүрене һөҙгән! Һарыҡтарҙы бүрегә бирмәгән!
Мал докторын саҡырттылар. Ҡашҡа йүнәлде.