+2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

ХИКӘЙӘЛӘР ДОНЪЯҺЫ

Бәләкәс Бәләкәс – кәзә бәрәсе. Эй үҙе матур! Һырға таҡҡан. Тояҡтары ҡурай кеүек нәҙек кенә. Маңлайында, ҡара күлдәгендә йоморо ап-аҡ борсаҡтар. Әсәһе көтөүгә китә. Бәләкәс өйҙә ҡала.- Мә - кә - кә! Мә, әпәкәй!Мәкәкә Арыҫландың артынан һикерәнләй-һикерәнләй эйәрә. Ул икмәк киҫәге һона. Бәрәскәй тәмләп сәйнәй. Малай кеҫәһендә гелән икмәк алып йөрөй. Еләк беште. Арыҫлан ҡайынлыҡҡа китте. Бәләкәс тә ҡалмай. Малай еләк йыя. Бәләкәс үлән ашай. Юл аша – йылға буйы. Ярында ҡарт йыуан ҡайын үҫә. Тирәһе еләҫ. Бәләкәс йылғаға төшөп һыу эсә. Ҡайындың күләгәһендә йоҡлай. Дуҫы һауытын тултырһа, икәүләшеп ҡайталар.- Уа - уа, уа - уа!Бөгөн унда кемдәрҙер йыбырлаша түгелме? Әллә эт көсөктәреме?! Бер аҙҙан ауыҙҙарын ҙур асып иҫнәргә тотондолар. - Бәләкәс, әйҙә, берәүһен алып ҡайтайыҡ, - тине Арыҫлан. - Уға оя яһарбыҙ. Өсәүләп уйнарбыҙ. - Ррррр! Ррррр! Ррррр!Кем ул? Эре тештәрен ыржайтҡан! Һары күҙҙәре уттай яна! Бүре!

Арыҫлан таштай ҡатты. Йыртҡыс бәпәйҙәре янына килеп ятты. Бәрәстәре әмәккә йомолдо. Туҡтауһыҙ һуралар. Әсә күҙен йомған. Бәләкәскә ҡараны. Ни эшләргә? Арыҫлан кирегә боролдо.
- Ррррр!
Әллә Бәләкәсте алып ҡалырға уйлаймы? Арыҫлан шәберәк атланы. Артынан Бәләкәсе йүгерә.
Улар башҡаса еләккә ул яҡҡа йөрөмәнеләр.
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Читайте нас: