+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

ТЫРЫШ ЕГЕТ. ӘКИӘТ

Сораман ауылында йәшәгән Камила әбей Ғәйфуллинанан (1910-1995) Фирүзә Рифҡәт ҡыҙы Ҡаһарманова 1990 йылда яҙып алған, уның һөйләгәндәрен Учалы районы Наурыҙ урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Хөснуллин Арслан яҙа.Борон-борон заманда, йәшәгән ти изге күңелле, эшсән егет. Һәр көн ул ғәҙәттәгесә урманға ағас ҡырҡырға юл тотҡан. Шул ваҡыт батша вәзирҙәренең хәбәрен ишетеп ҡалған. - Батша ҡыҙына кейәү эҙләй икән, мин дә барып бәхетемде һынап ҡарайым әле, - тип көрһөнгән, ти.Икенсе көндө таң беленә башлау менән егет һарайға киткән. Батша ҡолас йәйеп ҡаршы алмаған, сөнки уның кеүек егеттәр бик күп булған. Батша халыҡ алдына сығып, былай тип өндәшкән: (артабан сайтта уҡырға)

- Егеттәр, мин берҙән-бер ҡыҙыма лайыҡ егетте һайлап аласаҡмын, шартым да ябай түгел.Бер аҙналыҡ юлға оҙатам. Ауырлыҡтар ҙа осрар, ләкин иң сыҙамлыһы,аҡыллыһы шартымды үтәр. Юлда осраған һәр нәмәгә иғтибарлы булығыҙ, күргәнегеҙҙе аңлата ла белегеҙ.
Иң яҡшы аттарға атланып егеттәр юлға сыҡҡан. Был сәфәрҙә ауырлыҡтар артынан ауырлыҡтар осрап ҡына торған, күп егеттәр кире әйләнгән, ти. Бәләкәй генә ауыл аша үткәндә егеттәргә бер ҡарт осраған.
- Эй, уландарым, ярҙам итегеҙсе,- тигән.
- Юҡ, олатай, беҙ батша әмерен үтәйбеҙ, ваҡыт юҡ,- тип алға сапҡандар.
Тик изге күңелле гет кенә ҡарттың һүҙен йыҡмаған. Юлдаштарынан ике көнлөк юлға артта ҡалған.
Эй, сапҡан ти егет, эй сапҡан. Тәүге осраған сәйер нәмә ул ике ҡош булған. Береһе ағас башынан төшөп, нимәлер эсә лә , тағы ла матурыраҡ һайрап ебәрә, ти, ә икенсе ҡош бер нәмәгә лә иғтибар итмәй, тик ултырған. Егет иҫе китеп ҡарап торған, ләкин бер нисек тә аңлай алмаған.
Артабан юлында ҙур һандыҡ осраған. Күпме генә тырышһа ла, уны хатта урынынан да ҡуҙғата алмаған.
Бик ҡайғырған, ти, егет.
- Батшаға нимә һөйләрмен, исмаһам, һандыҡты ла ала алманым,- тигән.
Ҡайтышлай ҡайғыһын һөйләргә теге ҡартҡа ингән. Егеттең һөйләгәндәрен ул бик матур итеп аңлатып биргән.
Бына егет батша алдында тора, ти.
-Хөрмәтле батшам, миңә юлда ике ҡош осраны, береһе ағас башында һайрай ҙа, ергә төшөп нимәлер эсеп ала, тағы ла матурыраҡ һайрай башлай. Был киләсәк кешеһенең хәмер эсеүе була, ә икенсе ҡошто мин бер нисек тә ағас башынан төшөрә алманым, бер мөйөшкә текәлеп тик ултыра. Ул киләсәк заман кешеһенең өй мөйөшөнә иҫе китеп телевизор ҡарап ултырыуы буласаҡ. Һандыҡ, шул кешенең донъяһы.
Батша егеттең зирәклегенә иҫе киткән. Ҡыҙына уны лайыҡ күргән. Әкиәтем ары китте, үҙем дә ҡайтайым инде.
Читайте нас: