Сүплектән быжырҙары бөтөп, шыма ғына булып ҡалған иҫке галоштарҙы табып алдым да, тәкәнең аяҡтарына кейҙерҙем. Аяҡтары тарбайып, ике яҡҡа шыумаһындар өсөн уларҙы яҡынайтып бәйләнем.
Артабан кәзә тәкәһе миңә ҡаршылаша алманы. Мин уны мөгөҙөнән һөйрәп барам, галоштар шыма ғына итеп ҡарҙан шыуа. Шул килеш ауылыбыҙҙың урамы буйлап уҙҙым.
Иртәгеһенә тәҙрәнән урамға ҡараһам, ҡыҙыҡ хәлде күреп ҡалдым. Күрше Шәүрә әбей менән Ғәлимйән бабай хужалыҡтарына ҡайтырға теләмәгән үгеҙҙәренең дүрт аяғына иҫке эрзинкә итектәр кейҙереп, береһе артынан этеп, икенсеһе мөгөҙөнән һөйрәп алып ҡайтып баралар ине.
– Һинең уйлап тапҡаныңды беҙ ҙә файҙаландыҡ әле, улым, – тиеп йылмайышып, миңә рәхмәт әйтеп киттеләр.