Йәй буйы иң яҫы имәндәрҙе йығып, бысып, матурлап-семәрләп, көҙ етеүгә – Айыуҙың тыуған көнөнә ҙур урындыҡ өлгөрткәндәр. Тайыштабан балыҡ ҡармаҡларға киткәнен көтөп тороп, урындыҡты өйөнә урынлаштырып та ҡуйғандар.
Бер силәк балыҡ тотоп, өйөнә ҡайтып ингәс, Айыу бүләгенә хайран ҡалған, ти. Йәйелеп китеп ятып, төш ауғансы йоҡлаған да йоҡлаған. Тороп, әҙ-мәҙ аҙыҡ ҡапҡылап алғас, йәнә әүен баҙарына киткән. Шулай ете көн, ете төн йоҡо туйҙырған ти Айыу. Инде йәнлектәргә барып, рәхмәтемде еткерәйем тип, өйөнөң ишеген асырға итһә, йоҡлап үткәргән ете көн эсендә ҡыш етеп, тирә-яҡты ҡар баҫҡан икән. Айыу күпме генә тырышмаһын, ҡарға көпләнгән ишеген аса алмаған да ҡуйған. Бәлки, йәнлектәр минең юҡлыҡты күреп, килерҙәр, ҡапҡа эсен ҡарҙан таҙалап, мине асып сығарырҙар тип өмөтләнгән. Тик Айыуҙың яуызлығынан ҡурҡып бөткән хайуандар уның йорто яғына килеп йөрөргә баҙнат итмәгән.
Шулай Айыу ҡар ирегәнсе көн һәм төндәрен йоҡлап үткәргән. Ҡыш буйы иркен урындыҡта йоҡо туйҙырып, табан ялап ятыу хатта оҡшап ҡалған ти Айыуға. Шунан алып, ергә ҡар ятыу менән тайыштабан өйөндә бикләнә лә, оҙайлы йоҡоға тала икән.