+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар

ХИКӘЙӘЛӘР ДОНЪЯҺЫ

Емешсе айыу Эргәлә генә һаҙлыҡ. Быйыл муйыл уңған. Айнур менән Ғамир сирпәктәрен алып унда төштө. Уууу, ҡалай тәмле! Шәрбәт! Биҙрәһен тотоп, Ғәйшә апай күренде. Тәмләне лә: "Тамаҡты бөрмәй, өлгөргән", - тип йыя башланы. Өсәүләп бөртөкләп йыйҙылар. Биҙрәне тиҙ генә тултырҙылар. Әсәләре: "Биҙрәләген ҡышҡылыҡҡа киптерербеҙ. Сирпәктәргә лә йыяйыҡ. Бөйөрөк бешерербеҙ," - тине. Айнур эргәләге муйыл ағасына шылды. Атланы ла шып туҡтаны. Ах! Айыу! Аяғүрә баҫып тора. Ҡуш ҡуллап тәүҙә һыпыра, шунан һоғона. Тәмле шул шәкәрле емеш! Үәт мәскәй, кешене күрмәй ҙә. Шым! Урман батшаһы бит ул! Айнур һауытын ипләп кенә үләнгә ҡуйҙы. Үҙе, бесәйҙән дә йомшаҡ баҫып, тегеләр янына килде. Ҡулын ауыҙына ҡуйып: "Айыу", - тип шыбырланы. Емешселәр аяҡ остарына баҫып яйлап ҡайтыр яҡҡа атланы. Йылғаны үтеп, ауыл яғына сыҡтылар. "Әсәй, минең һауытым айыу торған ерҙә ҡалды", - тип өндәште Айнур. "Ҡалһын, аҙаҡ килеп алырбыҙ", - тине Ғәйшә апай. "Һеҙҙең һымаҡ айыу апағыҙ ҙа муйыл ярата икән," - тип шаяртып маташҡан булды әсә.Зөһрә БӘШӘРОВА.

Читайте нас: