+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА

ДАНДАН БАТЫР. ӘКИӘТБорон-борон заманда тирә-яҡта дан тотҡан Абдулла исемле бер батша булған. Был батшаның Дандан исемле улы була. Был малай, ай үсәһен көн үҫеп, йыл үсәһен ай үҫеп, бик көслө, һәләтле, матур егет булып етә. Был батшалыҡта бер сауҙагәр ҙә була. Ул йыл һайын ун-ун берәр ай буйы сит илдәрҙә һатыу итеп йөрөр булған. Ҡайтҡан ваҡытта батшаға һәр ваҡыт бүләк алып ҡайтыр булған.Бер ваҡыт шулай, сит илдәрҙә йөрөп ҡайтҡас, сауҙагәр Абдулла батша эргәһенә барған, һәр ваҡыттағыса уның батшаға бүләктәре булған. Батша менән Данданға сит илдәрҙәге яңылыҡтарҙы һөйләп бөткән дә былай тигән: ...

... -- Улыңды сығарып тор, мин һиңә бер нәмә күрһәтергә теләйем.Дандан сығып киткәс, сауҙагәр батшаға бүләген бирә. Был бәләкәй генә һандыҡ икән. һандыҡты асып ебәреү менән, батша бик һылыу бер ҡыҙ һүрәтен күрә, үҙе, ҡарт булыуына ҡарамаҫтан, саҡ аҡылдан яҙмай.

Сауҙагәр ҡайтып китә. Батша, был һандыҡты башҡа асып ҡарамаҫҡа ант итеп, төрлө бүләктәр менән тулған келәтенә индереп бикләп ҡуя. Дандан атаһының бүләкте күрһәтмәүенә бик ныҡ ғәжәпләнә, уйға ҡала, уйлай-уйлай ҙа атаһына өндәшмәй генә бүләктәр келәтенә инә. Унда әлеге ҡумтаны эҙләп таба, уны асып ҡарай, һүрәттәге һылыу ҡыҙҙы күреп, уға ғашиҡ була. Шул көндән алып, егет ашау-эсеүҙән яҙа, көндән-көн ябыға башлай. Батша быға бик аптырай.

— Улым, һине ниндәй ҡайғы баҫты, ниңә борсолаһың, — тип һорап ҡарай, Дандан бер ни ҙә әйтмәй. Дандан ҡумтаны үҙ бүлмәһенә индереп ҡуя, шул һүрәткә ҡарап ҡына күңелен йыуата.

Батшаның бик аҡыллы бер хакиме — кәңәшсеһе булған. Берҙән-бер көндө Дандан ошо хакимгә бара ла, бер кешегә лә әйтмәҫкә ҡушып, үҙ хәле тураһында һөйләп бирә. Хакимдән ярҙам һорай. Хаким Данданға был ҡумтаны килтереүсе сауҙагәрҙе табырға ҡуша. Дандан сауҙагәрҙе эҙләп сығып китә. Эҙләп табып, өйөнә барып керһә: «Ул сауҙагәр күптән түгел генә, тамағына балыҡ ҡылсығы ҡаҙалып, үлеп китте шул», — тиҙәр.

Дандан, башын түбән эйеп, ҡайғырып, хаким янына ҡайта. Хаким Данданды йыуата, кисекмәҫтән юлға сығырға кәрәклекте әйтә. Нил аръяғына сығыу өсөн ҙур кәмә эшләтергә, юлға алтын, төрлө аҙыҡ-түлек алырға, был турала бер кемгә лә белдермәҫкә ҡуша.

Дандан атаһына әйтмәй генә бер бик яҡшы елкәнле кәмә эшләтә, ҡорал ала, шунан хаким менән икеһе юлға сығалар. Диңгеҙҙә бер аҙна ваҡыт барғандан һуң, яр ситенә туҡтап ял итәләр, һыу алалар ҙа юлдарын артабан дауам иттерәләр. Былар, бара торғас, диңгеҙҙә бер утрау күрәләр. Дандан хакимгә ошо утрауға тейеп китергә тәҡдим итә. Улар шулай эшләйҙәр ҙә. Ярға баҫҡас, былар алдарында ғына бик матур баҡсалы бер ҙур йорт күрәләр. Дандан күп уйлап тормай, ҡумтаһын алып, ошо йортҡа юнәлә. Дандан йортҡа ингәс, йорт хужаһынан иҫәнлек-аманлыҡ һорашҡандан һуң, үҙенең ҡайҙа, ни өсөн барыуын әйтеп бирә. Шул ерҙә йорт хужаһы, стенаға ҡоролған шаршауҙы асып, унда төшөрөлгән ҡыҙ һүрәтен күрһәтеп, былай ти:

— Мин бына утыҙ йыл ошо һүрәткә ҡарап күңелемдейыуатам, һин йәш ғүмереңде заяға үткәрмә, ҡыҙҙы эҙләп тап, — ти.

Дандан һаубуллашып сығып китә, хакимгә барыһын да һөйләп бирә. Китәләр былар тағы. Китәләр, китәләр, тағы бер аҙна юл үтәләр. Бер ярға барып һуғылһалар, балыҡсы ултыра. Ҡайҙан, кем булыуын һорашалар. Ҡарт, ошондағы ҡалала йәшәп, ғүмере буйы балыҡ тотоуын әйтә. «Ниңә улай?» —тигәс, һөйләп бирә:

— Мин бер балыҡ тотһам, бер аҙна тик йәшәйем, — ти. — Беҙҙең батшаның бик һылыу бер ҡыҙы бар. Был ҡыҙҙы ҡоҙалап, ун туғыҙ батшалыҡтан һәр береһе үҙ ғәскәре менән ун туғыҙ егет ҡалала ята. Бына шуларға балыҡты һатып көн күрәм. Был ҡыҙ егеттәргә аҙнаһына бер генә сығып күренә, — ти.

Шул саҡ егет бабайға үҙендә булған ҡыҙ һүрәтен күрһәтә. Бабай, был һүрәтте ҡарағас та, былай ти:

— Был ҡыҙ әле биҙгәк ауырыуы менән ауырыған сағында төшөрөлгән, хәҙер уны күрһәң, һушың китәр.

Ҡыҙҙың был ҡалала йәшәүен белгәс, егет, балыҡсыға бик күп аҡса бирергә вәғәҙә итеп, яҡшы фатир әҙерләргә ҡуша. Балыҡсы уның һорағандарын үтәй.

Дандан шулай бер-ике көн нисек ҡыҙҙы күрергә икән тигән уй менән ҡала буйлап йөрөй. Өсөнсө көндө ҡала блйлап йөрөгәндә:

— Кем дә кем Нәркәс исемле ҡыҙҙы күрергә теләй, батша һарайындағы матур баҡсаға барығыҙ, тик, ғашиҡ булып, ғүмерегеҙҙе заяға үткәрмәгеҙ, — тигән тауышты ишетә.

Дандан хакимгә ҡайтып әйтә лә, Нәркәсте күрергә тип, баҡсаға китә.

Дандан баҡсаға барып ингәндә, теге батша уландары күптән инде үҙ урындарын алғандар, ти, бөтәһе лә түҙемһеҙләнеп, ҡыҙҙың куренеүен көтәләр, ти. Бына бер ваҡыт, ҡара болот аҫтынан сыҡҡан ҡояш кеүек, баҡсаға Нәркәс сығып баҫа. Ҡыҙҙы күреү менән егеттәрҙең барыһы ла, иҫтәре китеп, тәгәрәшеп бөтә.

Егеттәрҙе күргән Нәркәс, улар янына килеп, барыһына ла иҫ кертә торған дарыу еҫкәтә. Бер ыңғайҙан ул егеттәрҙе лә ҡарап йөрөй. Уға Дандан оҡшай:

— Ошо егеткә кейәүгә сығыр инем, — ти.

Егеттәр күңелһеҙ генә ҡайтып китәләр. Дандан да ҡайтып китә, бар хәл-әхүәлде хакимгә һөйләп бирә. Хаким уға баҙарға барырға, унан тырнаҡлы бәтинкә, бирсәткә һатып алырға ҡуша. Дандан быларҙың барыһын да үтәй. Кис булып, ҡараңғы төшкәс, Дандан батша һарайына китә. Ҡоймаға барып еткәс, Дандан күп уйлан тормай, тырмашып ҡоймаға менеп ултыра. Менгәйне, барыһы ла күренеп тора: кәртә уртаһында ҙурҡаҙанда бығыр-бығыр бутҡа ҡайнай, ҡаҙан тирәһендә ҡырҡ ҡыҙ югерешеп йөрөй, ә Нәркәс үҙе балконда ултыра.

Дандан ҡыҙҙарҙың ситкәрәк китеүен аңдып тороп ҡойманан һикереп төшә лә, бара һалып, ҡаҙанға йоҡо дарыуы тамыҙа. Шунан ағас башына менә лә ултыра. Бер аҙҙан ҡыҙҙар бутҡа ашарға ултыралар. Нәркәс үҙ күҙенә үҙе ышанмай: ҡыҙҙар барыһы ла бутҡаны ашап та бөтөрмәй йоҡоға талғандар. Ул шунда уҡ бер хәйлә барлығын һиҙенә. Тиҙ генә инеп, ҡулына ҡылыс ала ла үҙ урынына ята.

Бер аҙҙан уның янына Дандан инә. Нәркәс, Данданды күреү менән, шатлығын йәшерә алмайынса тороп ултыра.

Улар таңға тиклем ултыралар. Таң һыҙылғас, Дандан ҡайтып китә. Иртәгеһен Нәркәс йоҡонан Һуң ғына уяна ла баҡсалағы күлгә килеп йыуына башлай. Шул саҡ ҡайҙандыр ҡара болот килеп сыға ла, Нәркәс тапҡырына еткәс кенә, ҡулдарын сығарып, уны һауаға үҙе менән күтәреп осоп китә. Ҡоттары осҡан ҡыҙҙар батшаға югерәләр. Батша быға бер ҙә көйөнмәй, ни өсөн тигәндә, ул Нәркәсте кемгә бирергә белмәйенсә аптырап бөткән була.

— Алла бирҙе, алла алды, — тип кенә ҡуя. Батша, ҡыҙының ҡайҙа икәнлеген белергә тип, ҡала ситендәге күрәҙәсене үҙенең һарайына саҡырта.

Батша бөтә хәлде аңлатҡандан һуң, күрәҙәсе уға ҡыҙының Ҡафтау артындағы Ҡәһҡәһә тигән дейеү батша ҡулында икәнлеген әйтә. Күрәҙәсе батшаға күгәрсен бирә лә:

— Ошо күгәрсен ҡайһы егеткә ҡунһа, шул кеше ҡыҙыңды барып эҙләп тапһын, — ти.

Батша шунда уҡ был хәбәрҙе иғлан итә. Күгәрсенде осороп ебәреү менән, ул Дандандың иңбашына килеп ҡуна ла геүләй башлай. Башҡа егеттәр бының менән риза булмайҙар. Улар Данданды ғәскәрһеҙ булыуында кәмһетеп, күгәрсенде яңынан осороуҙы талап итәләр. Батша икенсе, өсөнсө тапҡыр осорғас та, күгәрсен яңынан Дандан иңбашына ҡуна. Быны күреп, батша малайҙары, тамам өмөттәрен өҙөп, ҡайтып китәләр. Дандан хаким менән кәңәшләшкәс, хаким уға:

......

Читайте нас: