-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар

ХИКӘЙӘЛӘР ДОНЪЯҺЫ

Тамаша(хикәйә) Рамаҙан менән Тимерхан күккә күтәрелгән бейек Ҡырҡтытауға йыл һайын барып әйләнәләр. Бөгөн дә, яурындарына биштәрҙәрен аҫып, шул яҡҡа юлландылар. Тауға еттем тигәндә, алда асыҡлыҡ төҫмөрләнде.- Шыҡыр! Шыҡыр! Шыҡыр!- Һиңә ни кәрәк, шыҡырлаҡ? Урман хәбәрсеһе юл ситендәге ала ҡайындар буйлап шыҡырлап оҙата килде. Тиккә түгелдер был... Әәәә, шулай икән дә... Тимерхан: "Ана, һа-һа-һа-һарыҡтар йөрөй", - тип бармағы менән алға төртөп күрһәтте. Туҡта, туҡта... Һарыҡтар микән? Ууууй! Аааай! Айыу! Аяғөҫтө! Һоро йомроҡас нәмә тотҡан. Балаһы! Уныһы ысҡынырға тырышып шыңшый, бар көсөнә тулай. Инәһе тыңлауһыҙҙың осаһына һуҡҡыслап ала. Ергә баҫтырҙы. Шаяндың янына туғандары сабып килде. Өсәүләшеп инәләренә тотоноп тора бирҙеләр. Байбулат ҡалҡынды ла шунда уҡ кире сүкте. Айыуҙың балалары кемуҙарҙан йүгерҙе. Йыуан тумалағы бәләкәйерәген аяҡ салып ергә йыҡты. Өсөнсөһө уныһын ҡолатты.

Көрәш майҙанында инә айыу – ярсы! Ул тыңлауһыҙ балаларын ихлас күҙәтә, ҡулдары менән аралай, тәртип булдыра. Берәүһен тартып сығарып, юғарыға күтәрҙе. Инәһенең ҡулында ул баштүбән аҫынып торҙо. Ахырҙа ергә баҫтырҙы. Уныһы тайыш-тойош атлап ситкә китте. Аҡлан ситендәге йыуан ағасҡа үрмәләне. Ҡалған икәүһе болашып, бер ҙур йоморо шар булып ҡосаҡлашып, аҡлан буйлап тәгәрәргә тотондо. Ҡайһыһылыр ҡолағынан эләктерҙе. Һыңары ҡолағын баҫып, ауыртыуына сыҙамай аҡырҙы ғына. Инәһе уны оҙаҡ ҡына күтәреп торҙо. Аяҡтарына баҫтырыуы булды, ағас башында ултырғандың эргәһенә үрмәләне. Тегенеһе ергә һикереп төштө. Кем күберәк ырғый? Эргәләге ағасҡа шылдылар.
Дауыл йыҡҡан ҡайын икенсеһенә терәлгән. Өс айыуҡас-йомроҡастар "бүрәнә" буйлап атлайҙар ҙа ергә туп шикелле ырғыйҙар. Береһе икенсеһен ҡыуып етте. Уныһы ҡоламаҫ өсөн ике ҡуллап бүрәнәне ҡосаҡлап аҫылынып бәүелә. Өсөнсөһө йүгереп төшөп, уныһының осаһынан тешләне. Бахырҡай ауыртыуҙан инәһенә әйләнеп ҡарап һулҡылданы.
Инәһе ярҙамға барманы. Башын тотоп, еңелсә үкереп, малайҙар яғына ыңғайланы. Рамаҙан тормаҡ булды. Тик кире ултырҙы. Урман батшаһы улар яғына сабып килде. Малайҙар ҡурҡыштарынан тороп баҫты. Аяҡтарына тоҙ тултырғандармы ни, тәпәш бағана кеүек ҡатып, урман кейегенә баҡтылар. Баштан аяҡ һоро йөн менән ҡапланған тиреле туны, текә торған кескенә ҡолаҡтары, яҫы көрәктәй устары, ҡулдарындағы бишәр осло тырнаҡлы бармаҡтарына тиклем асыҡ күренә. Инә айыу түңәрәк күкһел күҙҙәре менән малайҙарҙың һәр береһен берәмләп ҡарап сыҡты. Былар кемдәр? Урман хужаһы уларҙы нисек һиҙмәгән? Ике аяҡлылар! Ни йомош?
Күҙҙәрен йомоп, йоморо моронон өҫкә күтәреп торҙо. Ҡурҡыныс юҡ. Улар яуыз уй менән килмәгән. Инә айыу иҫенә килде. Балалары ҡайҙа? Шаяндар ана тора. Өс һынташ. "Ҡоф-ҡоф" тип үҙ телендә һөйләште лә аяғүрә балалары янына сапты. Айыу ғаиләһе йәшен тиҙлегендә һаҙға инеп юғалды.
Һынағас булып ҡатҡан малайҙарҙарҙың табанына йылы йүгерҙе. Улар ҡабаланып ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы.
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы Теләш ауылы.
Читайте нас: