+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар

ХИКӘЙӘЛӘР ДОНЪЯҺЫ

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВАИҢ ШӘП ҠОЛАҠ КЕМДӘ?(хикәйәт)Ләйлә бөгөн балалар баҡсаһына барманы. Сөнки иртәнсәк уяна алманы.— Тор, һуңлайһың, балаҡайым, — тине уға әсәһе ҡабат-ҡабат.— Ярар, бөгөнгә миңә эшкә барырға түгел, йоҡла инде. Кис иртәрәк ят, —тине әсәһе. — Ярай, иртүк ятып йоҡлармын! Иртәгә үҙем торам! – тине. Ләйлә был көндө туйғансы йоҡланы. Үҙе шулай тип уйланы: “Һуң ятҡандан түгел... уятҡандарын ишетмәй ҙә ҡуям. Бөтөн нәмәне ишетә торған һаҡҡолаҡ кәрәк миңә!” Шунан ҡыҙыҡай тышҡа уйнарға сығып китте. Әҙ генә бара биргәйне бәләкәй генә бер йәнлекте күреп ҡалды.— Саҡ тапаманым үҙеңде! Һин кем булаһың!

— Юҡ, тапай алмайһың! Аяҡ тауышыңды әллә ҡайҙан уҡ ишетеп торам! Бында һине көтөп ултырам!
Ләйлә аптырауҙан асҡан ауыҙын ябырға онотто.
— Шулай шәп ишетәһеңме! Алдайһыңдыр!
— Юҡ, алдамайым. Һин үҙең: “һаҡҡолаҡ кәрәк миңә!”— тип ҡысҡырҙың. Ә мин Һаҡҡолаҡ ҡуян булам.
- Һаҡҡолаҡ ҡуян! — тип тағы нығыраҡ аптыраны Ләйлә.
Бына ҡалай була икән ҡуяндар!
— Эх, ҡалай рәхәт һеҙгә! Бөтөн нәмәне ишетеп була!
— Шулайын шулай. Тик артыҡ күп ишетеү шәп түгел. Саҡ ҡына япраҡ ҡыштырлаһа ла ҡолаҡ “ҡарп” итеп ҡала. Ел иҫһә лә сабып сығып китәм. Рәхәтләнеп йоҡлаған юҡ.
— Улай булғас... Улай булғас... – Ләйләнең тыны ҡыҫылды.
– Әйҙә ҡолаҡтарҙы өс көнгә генә алмашайыҡ әле, йәме. Минең шикелле оҙаҡ йоҡларһың! Ә мин апайҙарым серләшкәнен тыңлармын. Бөтөн нәмәне белермен. Баҡсаға барырға һикереп тороромон!
Ҡуян балаһы Ләйлә менән ризалашып, баш ҡаҡты.
— Эйе, шул! Рәхәтләнеп йоҡлармын исмаһам, шау-шыуҙан башым ауыртмаҫ!
— Ауыртмаҫ, ауыртмаҫ! – тип ҡысырып ебәрҙе Ләйлә. — Минең ҡолаҡ иртәнсәк бигерәк тә ныҡ йоҡлата!
Ләйлә менән Һаҡҡолаҡ шулай килештеләр.
Кис йоҡларға ятҡас, Ләйләләге ҡолаҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре ҡарпайҙы. Иң тәүҙә бөтөн ауыл эттәренең өргәнен, күршеләрҙең баҙында сысҡан йүгергәнен дә ишетте. Апайҙары мыш-мыш йоҡлай. Урмандағы, төлкө лә һаҡ ҡына нимәлер ҡарауыллай. Ләйлә һикереп тороп ултырҙы. Тиҙерәк ҡасырға кәрәк! Шунан ул үҙенең ҡуян түгеллеген иҫенә төшөрҙө. Ул таңға тиклем күҙен дә йомманы. Юҡ, былай булмай!
Иртәгәһен Ләйлә ҡуянды осратҡан урынға осто, сөнки Һаҡҡолаҡтың килгәнен үҙе лә ишетте. Бындай ҡолаҡ менән нисек ишетмәйһең, ти инде! Йүгереп килеп етеү менән:
— Һаҡҡолаҡ, бир минең ҡолаҡты! Тиҙ бул!
— Миңә лә һинеке кәрәкмәй! Үҙеңә булһын һаңғырау ҡолағың!
— Йоҡлай алманыңмы ни минең шикелле?
— Юҡ, ҡаты итеп йоҡлағанмын! Эргәмә төлкө килеп баҫҡан, ә мин уны ишетмәнем! Ярай, әсәйем ҡотҡарҙы!
— Үҙеңә булһын баш ауырттырғыс ҡолағың! Әйҙә, сабып йөрө шул башыңдағы ҡайсың менән!
— Һинең ҡолағың насар, мине саҡ төлкөнән ашатманың!
— Юҡ, иң шәп ҡолаҡ минеке!
— Миндә ул иң-иң шәп ҡолаҡ!
Бына шулай талашып, ҡолаҡтар менән кире алмашып, һәр береһе Ҡуян — урманына, Ләйлә — өйөнә китеп юғалды.
Ләйлә ошо хәлдән һуң ваҡытында йоҡларға ятып, ваҡытында тора. Ҡуян да ҡолағын ҡарпайтып урман буйлап саба, яҡшы ишетеүенә һоҡлана. Хәҙер Ләйлә лә, Һаҡҡолаҡ та, үҙҙәренең иң шәп ҡолаҡлы булыуҙарына шатланып йәшәйҙәр.
Кескәй дуҫтар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Иң шәп ҡолаҡ кемдә икән? Кем нисек уйлай, аңлатығыҙ әле миңә!
Читайте нас: