+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар

ӘКИӘТ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ

Тылсымлы ҡурай(әкиәт) Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Мозафар исемле малай. Әсәһе ауырып вафат булғас, атаһы алыҫтан үгәй әсәй алып ҡайтҡан, ти. Уның Мотаһар исемле улы бар икән. Был ҡатын үҙенең малайын яратҡан, Мозафарҙы үгәйһетеп, туҡтауһыҙ эшкә еккән. Малай хатта ҡатын-ҡыҙ эштәрен дә башҡарырға мәжбүр булған. Көндәрҙән-бер көндө, ыжғыр буранда, үгәй әсәй Мозафарҙы

ҡоро утынға ебәргән. Малай билдән ҡарға батып, буранға ҡаршы атлай алмай йығылған. Тик күктәге йондоҙҙар балҡып, һары батмус ай ҡайтырға юл күрһәткән. Юл ситендә кипкән көпшәле үҫемлек, елгә сайҡалып ниҙер һөйләй икән.
– Берәүгә лә кәрәгем юҡ. Бәлки, һиңә ярҙамым тейер, – тип телгә килгән ул.
– Мин дә яңғыҙмын, әйҙә, миңә иптәшкә, – тип малай уны үҙе менән алған, ти. Ҡыуанысынан теге көпшә көслө итеп һыҙғырып ебәргән, ти.
– Ниндәй моң! – Мозафар көпшәгә өрөп ҡараған. Бер төрлө генә көй сыҡҡан. Уйым-уйым тишек киртеп уйнаған һайын, төрлө тауыштар өҫтәлә барған. Урғылған моң урман, тауҙар, яландарҙы ураған, ти. Аҡыл эйәһе өкө:
– Йыр-моң донъяны урай,
Был булыр беҙҙең ҡурай! – тип ҡыуанған, ти.
Өкө, ҡор, тумыртҡа, тирә-яҡтан йыйылған йәнлектәр Мозафар тирәләй ултырып тыңлағандар, ти. Бишенсе тишекте ҡаршы яҡтан киртеп уйнаған. Йәнлектәр бейергә төшкән, ҡоштар сәпәкәй һуҡҡан, ти. Мозафар уйнаған һайын көс-ғәйрәте ташып торған батырға әйләнә бара, ти.
Алыҫта ут быҙлаған. Уйын ҡоралын биленә ҡыҫтырып, Мозафар шунда юл тотҡан. Тәҙрәнән ҡараһа, берәү ҙә күренмәй. Мейестә ут яна, сөгөндә һоло бутҡаһы ла бығырлай икән. Ҡурай моңон ишетеп айыу ағай килеп ингән дә:
– Ҡайҙа, бир әле. Бының эсенә кем йәшенгән? – тип ҡурайҙы үтә ҡараған.
– Ул – мин, Айыу батша, – тигән дә Мозафар уйнап ебәргән, ти. Өй хужаһы тыңлаған, хатта илап та алған, ти.
– Әҙәм мине бейетәм, тип маҡтана, ти. Әйҙә, егет, бейетә алһаң, бүләкләрмен, – тигән дә Айыу бабай бейергә төшкән, ти. Яйлап ҡына баҫа торғас, дәртләнеп киткән, орсоҡ кеүек өйөрөлә лә башлаған. Мозафар ҙа күңеле асылып:
– Эй, Хоҙайым, ҡурай тартам,
Күңелдәрең елкенһен.
Күңелдәре елкенһен дә
Ҡурай моңон үҙ итһен, оп-па! – тип, уға ҡаршы бейергә лә төшкән, ти.
– Әҙәм бушты һөйләмәй икән. Өф! Бейеттең, рәхмәт! Ҡайтһаң да була, – тигән.
Мозафар тышҡа сыҡһа, уны утын тейәгән дөлдөл көтә, ти. Етмәһә, һандыҡ тора, ти. Һандыҡты асһа, елән, ҡама бүрек, ситек, ҡурайын һалыр өсөн һауытына тиклем бар, ти.
Был тиклемде көтмәгән үгәй әсәй, Аҡбуҙатта елеп килгән егетте күргәс, тәгәрәп китә яҙған да серҙе систереп тә алған, ти.
Шунда уҡ Мотаһарын утынға ебәргән. Ул, ҡоро утын түгел, сыбыҡ-сабыҡты ла йыйырға эшкинмәгән, ҡарға сумған, ти. Ҡараңғы төндә йоморо һары ай уға ярҙам итергә тырышып, эргә-тирәһен яҡтыртҡан. Ҡыу ҡурайҙы күреп ҡалған да һындырып алып, уты баҙлап янған өйгә йүнәлгән. Ҡурай моңон тыңлайым, тип килгән ҡуянды типкесләп, ҡыуып ебәргән, ти.
– Һәр хәлдә ҡурҡаҡ ҡуянды түгел, айыу бабайҙы бейетәм инде. Ул миңә бүләк бирә! – тип аҡырған. Ашығып барғас, ағас ботағына эләгеп, ҡурайын һындырған, ти. Урман батшаһының мейесендә һәр саҡ бығырлап һоло бутҡаһы бешә икән. Алып ашаған да буш һауытын ишек төбөнә ырғытҡан. Үҙе мейес башына менеүе булған, йоҡлап киткән, ти.
– Кем минең урынымда йоҡо һимертә? Егет, һиңә нимә кәрәк? – тиеп, өҫтөндәге ҡарын һыпырып, айыу бабай килеп ингән.
– Мозафарҙыҡынан да еллерәк атыңды, бер һандыҡ алтыныңды тейәй һал да ҡайтайым, – тигән, ти, йоҡоло күҙҙәрен төйгөсләп.
– Миңә килгән егет мине ҡурайында уйнап бейеткәйне, – тигән, ти, Айыу бабай. Эшкинмәгән ҡурайын алып, ул яғынан да, был яғынан да өрөп ҡараған, ҡурайы уйнамаған шул.
– Ҡайтырға рөхсәт, – тигән, ти, кейектәр хужаһы. Сыҡһа, утын тейәлгән дөлдөл көтә икән. Уның ултырыуы булған, аты йән-фарман сабып сығып китеүе булған, ти. Саба торғас, ағасҡа һуғылған да ташбаҡаға әүерелгән дә ҡуйған, ти. Һандығын асһа, эсендә таш икән. Ташбаҡа атында ул әле булһа ни ҡайтып етә алмай, ни ҡурай таба алмай, аҙашып йөрөй, ти. Яуыз әсәһе әле булһа урманда улын эҙләй, тиҙәр.
Мозафар һәр башҡорт егетен ҡурайҙа уйнарға өйрәткән, тиҙәр. Ҡурайҙың тылсымы, сихырлы көсө Башҡорт илендә генә түгел, сит ҡитғаларға ла таралған, ти. Ҡурай башҡорт халҡының милли уйын ҡоралына әүерелгән.
Аңлатма: Сөгөн – суйын сүлмәк.
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы Теләш ауылы.
Читайте нас: