+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар

ҠЫШ КИТӘ. ӘКИӘТ. НӘСИМӘ ҒАЙСИНА

Буранайы маҙаһыҙлап,Көн дә ишек шаҡығас,Март етте, тип, хәбәрҙәренӘйтә-әйтә арығас,Йыйынды Ҡыш юлға уйлап,Барса эшен теүәлләп,Көнгә һис юҡ ышанысы,Ҡайтыр, бәлки, йәйәүләп.

Кейҙе итек һыу кисергә,
Ҡапыл ҡуйыр иретеп,
Алды көрәк, ҡарҙар яуһа,
Ҡуйыр әле көрәтеп.
Буранайым, был Мартымдан,
Көт тә тор, булыр буран!
Ташламаны аҡ толобон
Кәрәкһә – ал да уран!
Ҡарҙар яуһа бар санаһы,
Шыуа-шыуа ҡар йырыр,
Ҡарлы ямғырҙарын яуып,
Башлар ҙа бер яҙ йырын.
Ярап ҡуйыр юлда кәмә,
Онотманы ишкәген.
Әгәр ҡалҡһа Туфан һыуы *
Алаһың да ишәһең.
Иртәле-кис кейер коньки,
Туңғаҡ булһа юлында.
Таяғы шәп таянырға
Көс булһын тик ҡулында.
Тәүәккәлләп ҡуҙғалды Ҡыш
Әкрен генә юл ярып,
Алды бергә Гөрләүекте
Яҙ килеүгә юл һалыр.
Һаубуллашып тау биттәре
Баш кейемен һалдылар.
Һары талдар бөрө тиртеп,
Ҡул болғашып ҡалдылар.
Етәкләшеп бер сылбырға
Ҡуҙғалды боҙ йылғала.
Шау-гөр килеп сәләм биреп,
Китәбеҙ тип бер йылға!
Ҡыйыҡтағы боҙбармаҡтар
Көнгә асты йөҙҙәрен.
Тамсылары теҙелешеп
Ергә һипте йөҙ мәрйен.
Ҡара ҡарға: «Ҡар, ҡар, кит!» – тип,
Ашыҡтырҙы ҡарҙарҙы,
Ҡояш нурын һипте ҡыҙыу,
Һыуҙар ашты ярҙарҙан.
«Ҡышҡа хәҙер көн бөттө! – тип, –
Ҡыш айҙары үтте »– тиеп,
Шаҡай айы юл алды.
Буранайы – Марты өсөн,
Яҙ башларға юл асты.
Туфан һыуы* – һыу баҫыу мәғәнәһендә.
Читайте нас: