-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

ХАН ҠЫҘЫ. ӘКИӘТ. ГӨЛНУР ЯҠУПОВА

Борон-борон заманда, сауҙагәрҙәр ете диңгеҙ аръяғына сәйәхәт итеп, каруан-каруан тауарҙар алып ҡайтып йөрөгәндә, йәшәгән, ти, бер хан. Уның сибәрҙәрҙән-сибәр берҙән-бер ҡыҙы булған. Үҙе бик сибәр, әммә ифрат тәкәббер, имеш, ти, ул ҡыҙ.

Көндәрҙән бер көндө хан биләмәләре аша бер сауҙагәр үтеп бара икән: ҡытай ебәге, сын сынаяҡтар, алтын еп менән ҡайылған кешимир яулыҡтар, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән тағы әллә күпме зиннәтле әйберҙәр бар, ти, уның тартмаларында. Хан ҡыҙының уймаҡ ҡына батмустарға күҙе төшкән, унда төшөрөлгән көйәҙ ҡоштарға – тауистарға, аллы-гөллө биҙәктәргә иҫе киткән. Хан иһә был матур батмустарҙы бер һүҙһеҙ һатып алып бүләк иткән, ти, ҡыҙына.
Инде был ханлыҡтағы халыҡтың байы ла, ярлыһы ла теге батмустарҙы күрергә килә икән. Кем аҡса түләй, кем йәнлек тиреһе килтерә, ә кемдер ялланып эш эшләп түләй, ти, был тамашаға. Тик бер кескәй ҡыҙыҡайҙың ғына бер нисек тә түләр хәле юҡ икән. Берәй һөнәреңде күрһәт, улайһа, тигән шарт ҡуйған уға хан ҡыҙы. Ә ярлы ҡыҙыҡайҙың бейеүгә оҫталығы булған, теге батмустарҙы ҡулына алған да күбәләктәй талпынып бейегән дә киткән, ти. Хан ҡыҙы, үҙе бейей белмәгәс, кескәй ҡыҙыҡайҙан ныҡ көнләшкән һәм батмустарын уның ҡулынан тарта һалып алған да йәшереп ҡуйған.
Ә ул гүзәл батмустар сихри көскә эйә, имеш: саф күңелле кешегә матурлыҡ, ә тар күңелле кешегә йәмһеҙлек өҫтәйҙәр, ти.
Шул көндән һуң бейеүсе ҡыҙыҡай гүзәдәрҙән-гүзәл һылыуға әүерелгән, хан ҡыҙы иһә йәмһеҙләнә башлаған, ти. Хәҙер инде ул матур батмустарын бер кемгә лә күрһәтмәйҙәр икән. Килгән берәү: “Эсеңә бәйлә шуларҙы, һаранбикә!” - тип үпкәләп китә торған булған. Хан ҡыҙы ысынлап та, башҡаларҙан ҡыҙғанып, батмустарҙың береһен эсенә, икенсеһен арҡаһына бәйләп йөрөй башлаған, имег. Ә үҙе, бахырҡай, көндән-көн ҡотһоҙлана бара икән: кәүҙәһе ҡорошоп, башы йыландыҡы кеүек кәкчәеп ҡатҡан, ти, ахырҙа. Тәтәй батмустары ҡарайып, тәненә ҡуша йәбешеп бөткән, абау! Көндәрҙән бер көндө хан ҡыҙы күл буйына барған, һыуҙың көҙгөһөнә ҡараған да ҡото осоп ҡысҡырып ебәргән: унда сибәр ҡыҙ түгел, ә имәнес бер йән эйәһе сағыла, ти...
Ошо йәмһеҙ ҡиәфәтенән ғәрләнеп, хан ҡыҙы өйөнә әйләнеп ҡайтмаған, ти. Оҙаҡ эҙләгәндәр уны, әммә тапмағандар. Ә күл буйында һыуға бер инеп, бер сығып, сәйер мәхлүк йөрөй, ти. Уның арҡаһы ла, ҡорһағы ла батмус кеүегерәк ҡаты тире менән ҡапланған, ти, абау! Бер ҡараһаң, баҡаға ла оҡшап ҡуя, ти, үҙе.
Шунан ни, халыҡ был мәхлүкте ташбаҡа тип атаған.
Читайте нас: