+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА

ӘКИӘТ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТКИЛТӘЙ МӘРГӘН (...ДАУАМЫ)Ҡыҙ Килтәй Мәргәндең кейемен кейгән, булат ҡылысын таҡҡан, уҡ-һаҙағын алған да, күк дүнәненә атланып, Килтәй Мәргәнде терелтергә әмәл эҙләп сығып киткән. Ә һәпәләк этен Килтәй Мәргән менән өйҙө һаҡларға ҡалдырған.Килтәй Мәргәндең ҡарындашы китеп бара, китеп бара, тиг бара торғас, бер ҡалаға килеп етте, ти. Бында бер батша майҙан ҡорған икән. Уның шарты — балдаҡ аша уҡ менән атыу, ти. Атҡан кешенең уғы балдаҡ үтә сыҡмаһа, батша уның башын ҡырҡтырған; үтә сыҡһа, батша үҙенең ҡыҙы менән көмөш таяғын бирә икән. Батша ҡыҙы бик һылыу, ти. Ә таяғы — тылсымлы, үлгәндәргә йән бирә, ти. ...

Ҡыҙ менән көмөш таяҡты алыу өсөн күптәр бәхеттәрен һынап ҡарағандар. Тик балдаҡ үтә ата алған кеше юҡ икән. Бик күп кеше башһыҙ ҡалған. Ҡыҙ майҙан эсенә үткән дә: «Мин дә бәхетемде һынап ҡарайым әле, ни булһа ла булыр», — тип: сиратҡа баҫҡан. Сират килеп еткәс, уҡ-һаҙағын алып, төҙәп атып та ебәрҙе, ти. Уҡ, һыҙғырып барып, балдаҡтың ҡап уртаһынан үтеп, уны эләктереп алып китеп ағасҡа барып ҡаҙалған.. Халыҡ шатланып ҡул сабырға тотонған.
Батша һүҙендә торған. Ул ҡыҙын, көмөш таяғын, өҫтәп бер аҙ байлыҡ та бирҙе, ти. Бик ҙур туй булған. Өс көн үтеп киткән. Килтәй Мәргәндең ҡарындашы:
— Батша ҡыҙын ҡайтҡанда алып ҡайтырмын, хәҙергә бараһы ерем бар, — тип, ары киткән.
Китеп бара, китеп бара, ти, был. Бара торғас, икенсе бер батшалыҡҡа барып сыҡҡан. Бында ла батшаның хәбәрселәре::
— Батша майҙан ҡора. Кем дә кем балдаҡ үтә уҡ менәи ата ала, шуға батша ҡыҙы менән баҡыр таяғын бирә. Кем дә-кем үтә ата алмай, башын өҙҙөртә, — тип, һөрән һалып йөрөйҙәр, ти. Был батшаның да ҡыҙы бик матур, ти. Ә баҡыр таяҡ ябай таяҡ түгел, тылсымлы, ти, ауырыу йөрәктәрҙе төҙәлтә, ти.
Килтәй Мәргәндең ҡарындашы бында ла бәхетен һынап ҡарамаҡсы булған. Ул балдаҡҡа тоҫҡап атып ебәргән. Уҡ зыңлап осоп, балдаҡты эләктереп, батша һарайына барып ҡаҙалған. Халыҡ шатланып ҡысҡыра башлаған. Батша һүҙендә торған. Ул еңеүсегә үҙенең ҡыҙын, баҡыр таяғын биргән. Туй яһаған. Туй өс көн, өс төн барҙы, ти. Дүртенсе көндө Килтәй Мәргәндең ҡарындашы:
— Ҡыҙҙы ҡайтышлай алып китермен, хәҙергә бараһы ерем бар, — тип юлға сыҡҡан.
Китеп барһа, тағы бер батшалыҡҡа килеп етте, ти. Бында ла батшаның хәбәрселәре:
— Кем дә кем балдаҡ үтә ата ала, батша шул кешегә ҡыҙы менән еҙ таяғын бирә. Кем дә кем атып та үткәрә алмай, башын ҡырҡтыра,— тип һөрән һалалар икән. Батшаның ҡыҙы бик сибәр икән, ә таяғы ауырыуҙарҙы шәбәйтә, хәлһеҙҙәрҙе көсәйтә икән. Ҡыҙ аптырап тормаған, балдаҡҡа атырға булған. Батшаның вәзирҙәре менән байҙар быпап көлә башлағандар, о ярлы халыҡ быны ярышта ҡатнашмаҫҡа өндәгән.
— Бик күптәр ҡыҙ менән таяҡ өсөн ғүмерҙәрен әрәм иттеләр, — тигәндәр.
Ҡыҙ балдаҡҡа тоҫҡап атып ебәргән. Уҡ, балдаҡтың ҡап уртаһына тейеп, эләктереп алып китеп, батша һарайының ҡапҡаһына барып ҡаҙалған. Халыҡ шатлығынан ҡысҡырырға, ҡул сабырға тотондо, ти. Батша һүҙендә торған. Ул ҡыҙы мепәп таяғын биргән дә туй яһап ебәргән. Туй өс көн, өс төй барған. Килтәй Мәргәндең ҡарындашы ҡайтырға булған. Батша, ҡыҙын яҡшы атларға ултыртып, бик күп байлыҡ биреп оҙатҡан. Килтәй Мәргәндең ҡарындашы, күк дүнәнде менеп, алдан барған. Ул юлда теге ике ҡыҙҙы ла алып киткән. Был ҡыҙҙарҙың аталары ла бик күп байлыҡ тейәтеп ебәрҙе, ти. Ҡайтып етер саҡ та Килтәй Мәргәндең ҡарындашы:
— Һеҙ яйлап ҡайта тороғоҙ. Мин алдан ҡайта һалып, ҡарындашыма иҫкәртәйем, әҙерләнә торһон, — тип ҡайтып киткән. Ҡайтып еткәс тә Килтәй Мәргәнде ағас ҡыуышынан алған, өйгә алып инеп, урындыҡҡа йөҙтүбән һалған, кейендергән, булат ҡылысын таҡҡан. Үҙе элекке кейемен ташлап, үҙенең кейемдәрен кейеп, өйөн йыйыштырып, аш-һыу әҙерләргә керешкән..
Бер аҙ ваҡыт үткәс, теге ҡыҙҙар килеп төштө, ти. Килтәй Мәргәндең ҡарындашы:
— Еңгәләрем килгән икән, иҫән-һау килеп еттегеҙме? Әйҙүк, рәхим итегеҙ! — тип ҡаршы сығып алды, ти.
Иң алдан көмөш таяҡлы ҡыҙ таяғына таянып өйгә ингән. Инһә, Килтәй Мәргән урындыҡта һуҙылып төшөп йөҙтүбән ята, ти. Ҡыҙ быны йоҡлап ята икән тип уйлаған да:
— Өс бисә алдым тип, һуҙылып төшөп тороп ятаһыңмы? — тип, көмөш таяғы менән төртөп алған. Килтәй Мәргән ҡыбырҙай биреп ҡуйған, ти. Шунан баҡыр таяҡҡа таянған икенсе ҡыҙ килеп инде, ти. Уныһы ла:
— Һай-һай, өс бисә алдым тигәс тә, ҡайһылайыраҡ ята, — тип, таяғы менән төрткәйне, Килтәй Мәргән көлөмһөрәп ҡуйҙы, ти. Иң арттан еҙ таяғын таянып, өсөнсө ҡыҙ килеп инде, ти. Был да:
— Һин нимә, өс бисә алдым тип маһайып ятаһыңмы? Ҡара һин уны, исмаһам, ҡаршы ла сыҡмай, көлөп ятҡап була, — тип, еҙ таяғы менән төрткәйне, Килтәй Мәргән:
— Ах, күп йоҡлап киткәнмен,— тип, һикереп килеп торған, ти. Ҡарындашына ул гаул тиклем оҡшаш булған. Шуға күр» ҡыҙҙар бер нәмә лә һиҙмәнеләр, ти.
Ҡарындашы Килтәй Мәргәнде ситкәрәк алып китеп, бөтәһен дә аңлатып, һөйләп бирҙе, ти. Килтәй Мәргән ҡыҙҙарҙы оҡшатҡан, өсөһөн дә бисә итеп алған. Былар татыу ғына донъя көтә башланылар, ти.
Берҙән-бер көндө былар билмән бешергәндәр. Бер бисәһе кемгә сығыр икән тип, билмәнгә көмөш балдаҡ һалып ебәргән. Ашап ултырғанда теге балдаҡ Килтәй Мәргәндең ҡарындашына сыҡҡан. Ул быны бүтәндәргә һиҙермәгән, үҙе уйға ҡалған: «Эй, был еңгәләрем мине күпһенәләр икән. Ҡуй, быларҙың тормоштарын боҙмайым, үҙ көнөмдө үҙем күрәйем», — тип уйлағав да сығып киткән, ти.
Китеп бара, китеп бара, ти, был. Бара торғас, күл буйында кер йыуып ултырған бер әбейҙе күргән. Әбей эргәһенә килгән, һаулыҡ һорашҡан. Әбей:
— Былай бер үҙең генә ҡайҙа юл тоттоң, балам? — тип һораған.
— Инәй, мин бер ҡайҙа ла бармайым. Ҡыҙһыҙға ҡыҙ, улһыҙға ул, киленһеҙгә килен булам, — тип әйтте, ти, ҡыҙ.
— Ярар, балам. Минең киленем юҡ, улыма кәләш булырһың, — тип, ҡыҙҙы алын ҡайтҡан. Әбейҙең улы матур ғына булған. Ҡыҙ ҙа, егет тә бер-береһен күреү менән яраттылар, ти. Былар өсәүләп бергә-бергә донъя көтә башланылар, ти. Оҙаҡламай уларға дүртенсе кеше ҡушылған: Килтәй Мәргәндең ҡарындашы ул тапҡан.
Ҡарындашы оҙаҡ ҡайтмағас, Килтәй Мәргән уйға ҡалды, ти.
— Ҡарындашым миңә өс бисә алып бирҙе лә әллә ҡайҙа юҡ булды, эҙләргә сығайым әле, — тип, сығып китте, ти, был. Эҙләп йөрөй торғас, ул бер өй артына ял итергә ултырҙы, ти. Өй эсендә әбей йәш бала бәүетә, үҙе:
Әули-бәүли, әүли-бәүли,
Килтәй Мәргән ҡарындашының балаһы, бәүли.
Әүли-бәүли, әүли-бәүли,—
тип көйләй икән.
Килтәй Мәргән тыңлап ултырҙы ла инеп сәләм бирҙе, ти.
— Инәй, баяғы көйөңдө тағы бер көйлә әле? — тип үтенде, ти. Әбей тағы бер көйләгәйне, Килтәй Мәргән:
— Инәй, ул үҙе ҡайҙа һуң? — тип һораны, ти.
— Иренә ашарға алып китте. Ире анау яҡта көтөү көтә,— тип әйткәйне, Килтәй Мәргән шул яҡҡа сығып югерҙе, ти.
Ҡарындашы Килтәй Мәргәнде бик оҙаҡ ҡунаҡ итеп ҡайтарған. Улар, бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырышьш бик татыу, оҙаҡ ғүмер иткәндәр, ти.
Читайте нас в